RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йыһандың асыҡлайһы серҙәре бар әле

17.05.2013 Йыһандың асыҡлайһы серҙәре бар әле

Өфөлә “Гагарин көндәре” үтте
Йыһандың  асыҡлайһы серҙәре бар әлеЕр шарыбыҙға ситтән – йыһандан ҡарау бик һирәктәргә генә эләккән бәхет. Шуға ла донъя­ла йыһангирҙарға булған ҡыҙыҡһыныу бер ваҡытта ла һүнмәй. Улар менән осрашып-һөйләшеү үҙе бер ваҡиға, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Легендар йыһангирҙар менән осрашыу мөмкинлеге беҙгә лә тейҙе – 14 – 16 майҙа баш ҡалабыҙҙа “Гагарин көндәре” республика балалар-үҫмерҙәр фестивале үтте. Сара өсөнсө тапҡыр ойошторолдо һәм был юлы ла данлыҡлы йыһангирҙарҙы, осоусыларҙы, хәрби етәкселәрҙе һәм башҡа бик күп кешеләрҙе тупланы. “Гагарин көндәре”ндә ҡатнашыу өсөн Өфөгә Рәсәй Космонавтика федерацияһы делегацияһы ла килде.
Атап әйткәндә, “Гагарин көндәре”ндә ҡатнашыу өсөн Өфөгә легендар шәхестәр – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың осоусы-йыһангиры, генерал-полковник, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың осоусы-йыһангиры, авиация генерал-майоры Виктор Горбатко, шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙары, йыһангирҙар Анатолий Филипченко, Александр Иванченков, билдәле йыһангир Игорь Волк һәм башҡалар килде. Сара барышында ҡунаҡтар Юрий Гагариндың һәйкәленә сәскәләр һалды, баш ҡаланың уҡыусылары, спортсылары, билдәле ғалимдары, сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡалар менән осрашты. Шулай уҡ Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһының ҡала этабында еңеүселәр тәбрикләнде, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Рәсәй көсө орденының “Хәрби һауа көстәренә 100 йыл” миҙалы тапшырылды.
Быйылғы фестивалгә Мәскәүҙән Өфөгә беренсе тапҡыр Еңеү байрағы килтерелде. Рәсәй Космонавтика федерацияһы башланғысы менән байраҡты баш ҡалалағы Офицерҙар йортонан үҙәк урамдар буйлап Рус драма театрына тиклем алып килделәр.
Легендар йыһангирҙар Матбуғат йортона килеп, журналистар менән дә осрашты. Шулай уҡ осрашыуға Өфөнөң 39-сы гимназияһы уҡыу­сылары ла саҡырылғайны. Әлбиттә, беҙҙең кеүек бер ваҡытта ла йыһанға осмаған кешеләр­ҙе ауырлыҡты юғалтыу шарттарында нисек итеп йәшәү, йоҡлау, ашау мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы. Геройҙар әйтеүенсә, йыһанда ауырлыҡты юғалтыу кешене бик ылыҡтыра торған нәмә. Ләкин был шарттарҙа йәшәү һаулыҡты ныҡ бөтөрә. Әлбиттә, хәҙер йыһангирҙар үҙен яҡшы тойһон өсөн күнекмәләр комплексы әҙерләнгән, шуға ла улар орбитала оҙайлы ваҡыт эшләй ала. Шулай ҙа йыһанға осоу өсөн һаулығыңдың, белем кимәленең бик юғары булыуы талап ителә, сөнки иңеңә алған яуаплылыҡ шул тиклем ҙур.
Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған икенсе һорау – сит планета кешеләре бармы, әллә юҡмы? Дөрөҫөн генә әйткәндә, легендар йыһангирҙар был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алманы. “Юҡ” тип кенә әйтерҙәр ине – йыһанда нимә икәнлеге асыҡланмаған объекттарҙы күргәндәре бар. Шулай уҡ аңлашылмаған, иҫ киткес тәбиғәт күренештәренең дә уларҙы һоҡландырғаны, аптыратҡаны булғанлығын әйттеләр. Әммә шулай ҙа бер ниндәй ҙә сит планета кешеләре килеп, улар менән танышып йөрөмәгән. Ҡасандыр киң матбуғат сараларында йыһангир­ҙарҙың сит планета кешеләре менән ҡул биреп күрешеп, бер-береһенең караптарына инеп, ҡунаҡ булышыуҙары тураһында ла мәғлүмәт күренгән булған. Ләкин был дөрөҫ түгел, ҡайһы бер журналистарҙың йыһангирҙарҙың шаяртыуын аңламауынан ғына килеп сыҡҡан хәл. Күргән объекттарҙың бөтәһе лә сер булып ҡына ҡалған. Шулай уҡ йыһангирҙар сит планета кешеләре тураһында һөйләүҙе етәкселек тарафынан тыйыу тураһындағы имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе лә кире ҡаға. Ҡыҫҡаһы, улар сит планета кешеләре менән аралашмаған.
Журналистар Ер шарын ситтән күҙәткән кешеләрҙең Хоҙайға ышаныу-ышанмауы менән дә ҡыҙыҡһынды. Был шәхси мәсьәлә, әлбиттә. Йыһангирҙар ҙа ошоно һыҙыҡ өҫтөнә алды – Аллаға ышаныу-ышанмауҙың йыһанға осоу-осмау менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Анатолий Филипченко бер фактты ғына килтер­ҙе – миллиард йылдар буйы ҡояш ваҡытында сыға, ай ваҡытында ҡалҡа һәм ошо система сәғәт кеүек бер проблемаһыҙ эшләй икән, был эштәр менән идара итеүсенең барлығын аңлар­ға кәрәк.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”