RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡауҙыны оянан ҡыумағыҙ

30.10.2010 Ҡауҙыны оянан ҡыумағыҙ

«Дуға муйын ҡауҙы ултыра йоҡоға талып...» Төҙ оҙон суҡышлы, һонтор аяҡлы аҡ йәки ҡара төҫтәге был ҡоштоң ғәҙәти тәбиғәтен Баязит Бикбай, эйе, бик аныҡ һүрәтләгән. Булыр-булмаҫҡа сәбәләнмәй, береһе осоп күтәрелгәндә лә икенсеһе оянан бер тотам да ситкә китмәгән мәхлүк инде ул ҡауҙы. Элегерәк төшөрөлгән «Белые росы» тигән ғәжәп матур фильмда, ваҡиғалар ағышында, ҙур ғаиләнең ата йорто янындағы тирәк башына төйәкләгән ҡауҙы һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә ҡала. Был ҡошто күп халыҡтар ғаиләнең бөтөнлөгө, уның тыуған ерендә, ата нигеҙендә тамырланып йәшәү символы булараҡ ҡабул итә.
... Йылы яҡтарға, әллә беҙҙән ялҡып, әллә бер-береһенән күҙ яҙҙырмау өсөн ҡаңғылдашып, китер ҡоштар китеп бөттө. Уларҙың зиһен етмәҫлек тарафтарҙан урап ҡайтыуы тәбиғәттең мөғжизәһе генә түгел, күңелебеҙ өсөн моңһоулыҡ та, байрам да бит инде. ҡоштар юлынан хыял менән генә булһа ла ҡабаттан үтеп, улар ҡанаты аҫтында ҡалған донъяға күҙ һалаһы ине.
ҡитғалар, илдәр, ҡәүемдәр ни хәлдә генә йәшәй икән? Тормоштары именме? Хәҙер, ҡош ҡаурыйҙарына эләккәндәй, сит ерҙәрҙән йыш ҡына хәүеф-хәтәрҙәр ҙә ҡайта бит. Һүҙ, әлбиттә, «ҡош киҙеүе» тураһында ғына түгел. ҡоштар ҡайҙарҙалыр булып ятҡан һуғыштар, низағ-тартыштар, яфа-ҡазалар хаҡында бәйән итер кеүек.
Бер йәй бала сығарған ояларын ҡайтып таба алғас, ҡоштар үҙҙәре сәфәр ҡылған яҡтарҙағы бәләләрҙе лә күрмәй булмаҫ. Тик уларҙың телен аңлау әмәле генә табылһа...
Уйлай китһәң, беҙҙең һәр беребеҙ – ауыл кешеһе. Хатта ҡалала тыуып үҫкәндәр ҙә. Әҙәм балаһының ергә тартылыуын һис ниндәй шарттар менән дә тыйып булмай. Әйткәндәй, Сыңғыҙ Айытматовтың «Кассандра тамғаһы» тигән романындағы йыһан монахы Филофей, үҙе Ерҙән ваз кисеп, йыһан карабы эсенә инеп бикләнһә лә, барыбер ундағы тереклек, йәшәү рәүеше, киләсәк хаҡында уйлана. Тимәк, Ер кешеһенең Ерҙә мәңге осона сыҡмаҫ эше бар. Ошоға бәйле мәшәҡәттәр, көйөнөс-ҡыуаныс­тар, бәлки, йәшәүебеҙҙең мәғәнәһен тәшкил итәлер.
Ауыл ил түрәләренең күҙенә бер салынып, икенсе ҡарауға оҙаҡҡа ғына онотолоп торған мөхит инде. Ил тарихындағы йөрәкте иң һыҙлатҡан сәхифәләрҙе уҡыйым тиһәң, әйлән дә ауылға ҡара. Ундағы тыштан ҡарағандағы ҡабаланыуһыҙ ғына көнкүреш, ашыҡмай атлап, аҡрын ғына һөйләүсе кешеләр ауыл мейестәрендәге уттың ҡыҙыулығын күрһәтмәй. Тыныс тәбиғәтле кешенең хис-тойғолары, ғәҙәттә, тәрәнерәк була.
Колхозға ойошоп, совхоздар төҙөп йәшәгән замандарыбыҙға таш атыр­ға ашыҡмайыҡ. Инҡилаптар – һарыу­ҙың ҡайнап, асыуҙың теҙгенһеҙләнгән мәле бит. Ауыл тормошон үҙгәртеүгә дәртләнгән етәкселәр быуаттар буйы килгән көнкүреш тәртибен ҡыйратыуҙың ниндәй һөҙөмтәләр биререн төҫмөрләй алмаған. Тарихта бындай тәжрибә лә булмаған. Ә крәҫтиән... Уның үҙ тормошон үҙе хаслыҡ менән емереүенә ышаныуы мөмкинме һуң? Теләһә ҡайһы социаль-сәйәси шарттарҙа ла ауыл кешеһенең төп хыялы, маҡсаты һәм ғүмерлек булмышы – ризыҡты бар итеү. Ошо бурыс алдында юғары сәйәсәт тә, реформалар ҙа – бер нәмә лә мөһим түгел.
Минең ҡарашҡа, ауылда барған процестарҙы бер төрлө генә баһалау ҙа, уларға ниндәйҙер классификация биреүе лә ауыр. Бер заман, ҙур комплекстар төҙөү башланғас, уларҙың ярҙамсы хужалыҡтары булараҡ, һәр ауылда тиерлек йә тоҡомсолоҡ фермалары, йә һимертеү филиалдары, йә мал аҙығы әҙерләү цехтары эшләй килде. Ҙур комплекстар бөгөн дә төҙөлә, әммә улар – бер урынға тупланған, ябыҡ цикллы предприятиелар. Механизациялау һәм автоматлаштырыу эшсе ҡулдарҙы күп талап итмәй. Тимәк, ауылдағы цивилизация процестары, тиҫкәре яғына әйләнеп, уның быуаттар буйына килгән көнкүреш рәүешен боҙоп ҡына ҡалмай, халыҡтың генетик тамырҙарын да ҡаҡшата.
Әлбиттә, борсолоу – ауылды элеккесә патриархаль мөхит, йоҡоло донъя итеп күрергә теләүҙән түгел. Заманса тормош күп кенә ауылдарға эшһеҙлек алып килде, ауылдарыбыҙ йәштәрһеҙ генә түгел, ғөмүмән, халыҡһыҙ ҡала бара икән, тимәк, социаль сәйәсәтебеҙ ғәмәли тормоштан алыҫ тора. Буй еткергән ауылымдың исемен әйтмәйем, әммә йөҙ алтмыш йортло ошо ауылда, урта мәктәптән тыш, иртән эшкә барыр урын юҡ. Йәй көндәре йыш ҡына ҡайтып йөрөгән йәнә бер төйәгем – унан да ҙурыраҡ ауыл, ләкин уны ла ниндәйҙер етештереү предприятиеһынан мәхрүм иткәндәр. ҡулынан көс-ғәйрәт китмәгән, йөрәгендә дәрте һүрелеп бөтмәгән ауыл халҡы бындай хәлдә ни ҡылырға тейеш? Эйе, биштәрен аҫып, элеккесә әйткәндә, зимагор булып сығып китергә. Шулай итәләр ҙә. Китергә йөрәге етмәгән йәки аяҡтары бала-саға менән тышауланған кешеләр йә малды ишле аҫрарға, йә кескенә кибет асырға маташып ҡарай. Ләкин бәләкәй генә сауҙаны ойоштороу өсөн дә тыумыштан бирелгән һәләт менән бергә башлан­ғыс капитал кәрәк. Ауыл ерендә ул аҡсаны ҡайҙан алаһың?
Ерҙе пайҙарға бүлеп, ауыл кешеһенә формаль рәүештә беркетеү йәки фермер хужалығы булдырыу өсөн рөхсәт, кредит биреү генә ауылда һәр кем ең һыҙғанып етештереүгә тотондо тигән һүҙ түгел. Ни әмәл менәндер игенен үҫ­тер­ҙең, малын ишәйтеп, һөтөн-итен етештерә башланың, картуфың, йәшелсәң уңа, ти, ләкин меҫкен фермер уны ҡайҙа эшкәртә, ҡайҙа һаҡлай, ҡайҙа һата ала?
Осона сыҡмаҫлыҡ ошо проблемалар бик егәрле егеттәрҙе лә һыуыта.
Иң аңлашылмағаны шул: ауылдағы тауар етештереүселәрҙең яфалары иркен кабинеттарҙа яҡшы билдәле, ләкин фермерлыҡты социаль һәм иҡтисади йәһәттән яҡлау, ә иң мөһиме – крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын алып барыу өсөн инфраструктура булдырыу буйынса бер нәмә лә эшләнмәй. Быға баҫым яһауымдың сәбәбе шул: шәхси хужалыҡтар ҙа, фермерҙар ҙа иркенләп эшләй алмаһа, унда йәштәр һәм белгестәр директив юл менән генә ҡайтмаясаҡ.
Ауылға махсус белемле егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың ҡайтмауы, юғары кабинеттарҙа аңлағанса, эш хаҡының аҙлығына йәки фатир юҡлыҡҡа ғына бәйләнмәгән. Башҡорт, татар араһында ҡайһы берәүҙәр­ҙең тормошта үҙ урынын эҙләүҙә ориентиры юғалды. Милләттең мәртәбәһен арттырыу өсөн, йәнәһе, башҡорт, татар мотлаҡ ҡалала, кәнсәләрҙә, ҡағыҙ янында эшләргә тейеш, тигән идеология йәшәп килә. Аграр университеттың бер профессоры, әйткәндәй, минең яҡташ, ауыҙынан райондаштары менән осрашҡанда: «Нисек тә булһа Өфөлә ҡалырға тырышығыҙ, хет урам һепереүсе, хет трамвайҙа кондуктор булып, иллә Өфөлә ҡалығыҙ, баш ҡалала милләтебеҙ шулай артырға тейеш», – кеүегерәк сәйер саҡырыу яңғырағайны. Бындай милли һәм әхлаҡи һуҡырлыҡҡа ниндәйҙер баһа бирге лә килмәй.
Буй еткертеп, башҡа – зиһен, ҡулыма ҡәләм биргән ауылыма әленән-әле барып урайым. Беҙҙең остан мөрйәһенән төтөн сыҡҡан бер нисә генә өй ҡалған. Асфальтлы киң урамдан үтеүселәр һирәк. Әллә ниндәй шомландырғыс тынлыҡ. Уның ҡарауы, ауылдың ике ситендәге ике зыяраттан баҡый юлсылары өҙөлмәй. Ишеген асып инеүсе булмаһа, ҡасандыр гөрләп торған йорт та шунда уҡ емерелә. Күрәһең, кешенең барлығы уҡ ҡыйралыштарҙы тотҡарлайҙыр. Май шәм һымаҡ һыҙып ҡына, тауыш-тынһыҙ юғала барған ауылды ни әмәлдәр менән һаҡлап ҡалырға? Асфальт юлдар, газ, интернеттан башҡа ауыл­ға йәнә дәрт һәм тормош ҡыуанысын ҡайтарырға кәрәк. Шунһыҙ вәғәҙәләр, өгөттәр, шағир һүҙе менән әйткәндә, ҡомдан ишкән арҡан кеүектәр.
... Тәбиғәт үҙенсәлеге шулдыр инде, беҙҙең яҡтарҙа ҡауҙылар оя ҡормай. Уның ҡарауы, сыйырсыҡтар ҡайтҡанын ғаиләбеҙ менән көтә торғайныҡ. Сыйырсыҡ көтөү, уны ҡаршылау, талпынып-елкенеп һайрауын тыңлау – бала саҡтың шунан да ҙурыраҡ ҡыуанысы булмағандыр. Ояһын оҡшатмай, сыйырсыҡ тайпылып осһа, яҙҙың-йәйҙең йәме китек. Беҙ ҙә шулай ояһы туҙҙырылған ҡауҙы, ҡуныр урын тапмаған сыйырсыҡ хәлендә ҡалмайбыҙмы икән?


Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”