RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изге шишмәнең һыуы сихәт бирә

14.05.2013 Изге шишмәнең һыуы сихәт бирә

Изге шишмәнең һыуы сихәт бирәУчалы районында изге Әүлиә шишмәһенең тулышып урғылған мәле. Уҙған йылдағыса, ул апрель аҙағында аға башлаған.
− 24 апрель көнө мәктәп уҡыусылары менән шишмә тирәһен таҙартып, өмә үткәреп ҡайтҡайныҡ. Изге һыу ике көндән һуң аға башланы, – ти Иҫке Байрамғол мәктәбе уҡытыу­сыһы Гөлшат Шаһиева.
Шифалы һыуҙы алып ҡалыр өсөн төрлө тарафтан халыҡ бында бик күп ағыла. Бигерәк тә 9 май көнөндә кеше байтаҡ йыйылып киткән. Шишмә эргәһендәге ерҙе ҡуртымға алып, изге һыуҙы ҡурсалаусы Фәнүр Шаһиев һәм райондың туризмды үҫтереү буйынса комитеты араһында килешеү төҙөлгән. Уға ярашлы, хәҙер Силәбе өлкәһенән ойошҡан рәүештә туристар килә. Ашау һәм экскурсиялар ойошторола.
− Ойошҡан экскурсиялар ҡунаҡтарға урындағы тарих, ер-һыу атамалары тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алырға булышлыҡ итә. Әйтәйек, изге һыу ун көн генә аға, тип әйтеүселәр бар. Ысынында, шишмә бер ай ҡоромай, − ти Фәнүр Шаһиев.
Шулай уҡ май айында уҙғарылған мәҙәни саралар ваҡытында шишмәгә туҡталып китеү матур йолаға әүерелгән. Зәйнулла ишан Рәсү­левтың 180 йыллыҡ юбилейы айҡанлы уҙғарылған саралар барышында ла Әүлиә шишмәһенә сәфәр ҡылыу ойошторола.
Йылдан-йыл шишмә матурланып, халыҡҡа уңайлыҡтар булдырыла. Ҡыш мәлендә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бүлгән аҡсаға һыу йыйылып ятҡан урынды суйын көмбәҙ менән ҡапланылар. Ошо көндәрҙә иһә шишмәне уратып алған ағас кәртә тимер рәшәткәле ҡойма менән алмаштырылды. 96 мең һумға барып баҫҡан был эште райондың «Форум» предприятиеһы башҡарып сыҡты. Бурыс хәйер һәм туҡтал­ҡа өсөн алынған аҡса иҫәбенә түләнә килә. Ғөмүмән, туристар­ҙан йыйылған аҡса үҙҙәрен хеҙмәтләндереүгә һәм шишмәне ҡарауға китеп тора. Шулай уҡ килтереүселәрҙән йыйылған аҡса ярҙамында ауылдағы мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб төҙөкләндерелә. Ауыл өсөн 46 мең һумға ҡоҙоҡ ҡаҙылған. Ауыл халҡы ҡунаҡтарға үҙ тауарын тәҡдим итә, туристарҙы тәмле бәлештәр, Әүеш күлендә тотолған балыҡ, башҡорт былауы менән һыйлайҙар.
− Шишмә тирәһен тулыһынса күркәмләндереү өсөн 100 мең һум тирәһе аҡса кәрәк. Киләсәктә ял итер өсөн беседкалар, ултырып ашарлыҡ урындар төҙөү ниәте бар. Шишмә эргәһендәге юлдан йөк машиналары утын ташый, был изге урынға зыянһыҙ үтмәй. Шишмәгә тиклем таш һуҡмаҡ түшәгәндә, бик яҡшы булыр ине, − тип борсола Фәнүр Фәнит улы.
Әүлиә шишмәһе – изге урын. Шуға ла урындағы халыҡ ҡунаҡтар­ҙы тәртипле, ихтирамлы булырға саҡыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫкәрмәләр булыуға, яҙыуҙар тороуға ҡарамаҫтан, урман эсендәге шишмәгә машина менән үтеп китеүселәр табылып тора. Ағастарға сепрәк бәйләйҙәр, һыуға тимер аҡса ташлайҙар. Был − һис тә ярамаған, тирә-яҡҡа зыян ғына килтерә торған ҡылыҡ.
Әйткәндәй, быйыл бәләкәй «Әүлиә»ләр ҙә − эргә-тирәләге кескәй шишмәләр ҙә аға башлаған. Ауыл халҡының быны байтаҡ йылдар күҙәткәне юҡ. Әүлиә шишмәһенән алыҫ түгел Йыланды, Сәлихә шишмәләре лә аға. Уларҙы ла төбәктә йәшәүселәр әүҙем файҙалана. Был өс шишмә өс төрлө тәм бирә. Һәр береһе үҙенсә шифалы икән. Йыланды ла ипкә килтерелгән, алда Сәлихә шишмәһен тәртипкә килтереү бурысы тора.

Мөнир ИҠСАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”