RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » АУЫЛДЫ БҮРЕ БАҪҠАН

10.05.2013 АУЫЛДЫ БҮРЕ БАҪҠАН

АУЫЛДЫ БҮРЕ БАҪҠАНИглин районында бер иргә бүре ташланған
“Ауылды бүре баҫа! “Йәшлек”тәр, берәй төрлө ярҙам итегеҙ!” – тип шылтыратты беҙгә Алһыу Бүләкова. “Ауылдарын бүре өйөрө уратып алғанмы икән әллә?” – тип хәүефләнеп тыңлай башланым апайҙы. Ни тиһәң дә, шылтыратыусының тауышында ныҡ ҡурҡыу сағыла ине, етмәһә, бүрене күргәнем дә юҡ – хәлде күҙ алдына килтереүе бик ауыр.
Иглин районының Тау ауылы халҡының ҡотон алған икән был йыртҡыс. Киске сәғәт ун икенселә һин дә мин ауылға килгән дә, йорто янында машинаһын ремонтлаған Рафаэль Сафиуллинға ташланған. Ирҙең ҡулдары, күкрәге яраланған, ярай әле иҫән ҡотолған. 1975 йылғы егеттән үҙенә лә арыу ғына эләккән бүре ҡасып китеп өлгөргән. Рафаэль Сафиуллинға тәүҙә ауылдың фельдшеры медицина ярҙамы күрһәткән һәм һуңынан уны, “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡырып, район үҙәгенә дауаханаға оҙатҡандар.
– Төн етеп килгәндә бүренән таланған кешегә ярҙам итеү өсөн саҡырттылар. Ҡасып киткән бүренән ҡурҡа-ҡурҡа, иремдең машинаһына ултырып, тиҙ генә барып еттек инде. Рафаэлдең ҡулдары, күкрәге яраланғайны, кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелде. Дөрөҫөн генә әйткәндә, 27 йыл фельдшер булып эшләү дәүеремдә бүре һөжүм иткән кешене дауалағаным булманы. Был – минең практикала тәүге осраҡ. Юғалып ҡалманым. Яра ныҡ ҡурҡыныс ине тип әйтеп булмай. Ләкин иң мөһиме – бүренең ҡоторған булыуы ихтимал. Шуға ла ауылдашыбыҙҙы район үҙәгенә, өҫтәмә тикшереүҙәр үткәрергә ебәрҙек, – тип һөйләй фельдшер Рәйлә Хажиәхмәтова.
Тау – урманға яҡын ғына ултырған бәләкәй ауыл. Унда бүре тураһында ишетелмәгән йыл юҡ. Ләкин уларҙың ауыл буйлап иркенләп йөрөүе – бығаса күрелмәгән хәл. Бүренән яраланған ирҙең йорто ауылдың ситендә генә урынлашҡан. Был йыртҡыс­тар ҡырға сыҡҡан мал-тыуарҙы ла ҡырып ҡына тора. Көн аша тиерлек теге йәки был хужаның йә һарығын, йә быҙауын бүре тамаҡлауы тураһындағы хәбәр тарала.
Бүренән ҡурҡып, йорттан сыға алмай ултырсы әле – улайтып йәшәү мөмкин түгел бит. Ләмәҙ ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Хәсәнов әйтеүенсә, әлеге ваҡиға буйынса шундуҡ саралар күрелә башлаған – ветеринарҙарға ла, һунарсыларға ла хәбәр ителгән, урындағы егерь ҙә ауылды иғтибар үҙәгендә тота.
Ә Рафаэль Сафиуллинға бөтә кәрәкле медицина ярҙамы ла күрһәтелгән, хәҙер ул үҙен яҡшы тоя.
Бүренең май айында кешегә ташланыуы факты буйынса фекерен белергә теләп, тәжрибәле һунарсыларға ла мөрәжәғәт иттек.
Ғәлимйән Усманов, ун йылда 57 бүре алған һунарсы, Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәй:
– Бүреләр юҡтан ғына ауылға инеп, кешеләргә ташланмай инде ул. Әлеге йыртҡыс та йә ҡотороҡ менән ауырыған, йә ҡарт булғандыр, тип уйлайым. Сөнки ҡарт бүреләрҙең теше ҡойолоп бөтә һәм улар үҙҙәрен туйҙыра алмай башлай. Аслыҡтан нимә эшләргә белмәйенсә, ауылға, кешеләргә лә яҡынлайҙар. Бүреләрҙең иң ҡотор­ған мәле ҡар бер иреп, бер туңып торған яҙ ваҡытына тура килә. Ә тап бына был ваҡытта йыртҡыстарҙың кешегә ташланғанын ишетергә тура килмәгәйне.
Ике йыл самаһы элек беҙҙәге Йәрмөхәмәт ауылында ла шундайыраҡ хәл булды – ауыл эргәһендә бер иргә бүре ташланған. Ул уны эт тип кенә уйлағанлыҡтан, тәүҙә хәүефләнмәгән дә. Бүре арттан килеп, өҫтөнә ырғығас ҡына хәлде аңлап ҡалған. Кешеләр күреп ҡалып, ирҙе ҡотҡар­ғандар. Бүре һөжүменә дусар булған был ир һөйләүенсә, йыртҡыстың тештәре бөтөнләй булмаған – ҡарт, тимәк. Иглин районы “геройы” ла шундайыраҡ ҡарт бүрелер, моғайын.
Бүреләргә һунар йыл әйләнәһенә тыйылмай, кешеләрҙең ҡотон алған йырт­ҡысты һәм хәүеф тыуҙырырлыҡ башҡа хайуандарҙы тиҙерәк юҡ итергә кәрәк. Башҡортостанда хәҙер бүреләр бик күбәйҙе, улар өсөн шарттар яҡшы бит – урмандарҙа йәнлектәр етерлек, туйыныу проблемаһы юҡ.
Материалды яҙып ултырғанда Алһыу апайыбыҙ тағы ла шылтыратты, тауышы ҡыуаныслы: Тау ауылы халҡы 7 май төнөндә бүрене баҫтырып тотоп, һәнәк менән сәнсеп үлтергән икән.
– Был хәл ауылды тетрәндерҙе. Әле иртән көтөү ҡыуғанда ла шул хаҡта ғына һөйләшәбеҙ. Ана, ирҙәр һаман да шул хаҡта гәп һатып, өймәкләшеп, инмәй торалар әле, – ти Алһыу Бүләкова. – Ҡуй инде, ҡуй, бүреләрҙән ҡурҡып йәшәү һәләк ҡыйын. Береһе үлтерелеп, икенсеһе килеп сыҡмағайы. Урман яҡын шул…
Һәнәк ҡаҙап үлтерелгән бүрене Өфөгә лабораторияға тикшерергә ебәргәндәр, унда ҡотороу сире булмағайы тигән хәүеф бар.

Үлеүселәр ҙә бар…

Үкенескә күрә, Иглин бүреһе бер үҙе генә шундай “ҡыйыу” түгел. Бөгөн республиканың дүрт тораҡ пунктында хайуан һәм йәнлектәрҙең кешегә ташланыу осрағы теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө районының Әңгәсәк һәм Исҡуш, Белорет районының Мөхәммәт, Мәләүез районының Васильевка ауылдары территорияһында хайуандар ҡотороуы буйынса карантин иғлан иткән ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Мәләүездә бер ҡатынды бесәй тешләгән, шулай уҡ ул бесәй менән ике бала ла уйнаған булған. Ветеринария хеҙмәткәр­ҙәре тикшерергә алған бесәй тиҙ арала үлгән, әле уның ҡоторған булыуы асыҡлан­ған.
Белорет районында бер баланы эт тешләгән, ул да ҡоторған булған. Ошондай уҡ хәлдәр Дүртөйлө районында ла теркәлгән. Хәҙер был ауылдарҙағы мал-тыуарҙы һәм башҡа йән эйәләрен белгестәр күҙәтә. Профилактика эштәре бара, хәүефле урындар асыҡлана.
Әлшәй районында 67 йәшлек ирҙең ҡотороу менән сирләгән төлкөнән тешләнеүе арҡаһында дауаханала һәләк булыуы үкенесле. Ике ай элек уның ҡураһына төлкө килеп ингән һәм уға хужаның эте ташланған. Был хайуандарҙы айырырға тырышҡан ирҙе төлкө тешләп өлгөргән. Яраланған хужа ауылдың фельдшерына мөрәжәғәт иткән, әммә үҙен төлкө тешләүен нишләптер йәшереп ҡалдырған. Ә район үҙәгендәге дауаханаға ике айҙан һуң ғына, ҡотороу сиренең клиник билдәләре күренә башлағас ҡына, мөрәжәғәт иткән. Тик оҙаҡлап киткәнлектән, табиптар иргә ярҙам итә алмаған.
Һуңғы өс йылда Башҡортостанда ике кеше ҡотороу сиренән үлгән. Быйыл хайуандарҙың кешегә ташланыу осраҡтары тағы ла күберәк булыуы ихтимал, тип һанай­ҙар. “Россельхознадзор” мәғлүмәттәре буйынса, йәнлектәр араһында ҡотороу сиренең артыуы күҙәтелә. Етмәһә, вирусты йәнлектәр генә түгел, йорт хай­уандары ла тарата. Ырымбур өлкәһендә лә хәл шәптән түгел – унда һуңғы дүрт ай эсендә 127 хайуандың ҡотороу менән сирләүен теркәгәндәр. Унда ла карантин иғлан ителгән райондар һәм ҡалалар күп.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”