07.05.2013 Ямғырға бирешеү ҡайҙа?! Беҙҙә сәсеү гөрләй!
Баҫыуҙарыбыҙ гөрләп торған заман етте – илдә яҙғы мәшәҡәттәр башланды. Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы буйынса консультациялар үҙәге биргән мәғлүмәттәр буйынса, әле 54 районыбыҙҙың 47-һендә яҙғы сәсеү эштәре бара. Ярауай культуралар дөйөм майҙандың 6 процентында тиерлек сәселгән дә инде.
Яҙғы сәсеү эштәренә ямғырҙар саҡ ҡына ҡамасаулай, әлбиттә. Әммә үткән йылдағы ҡоролоҡтан йонсоған халыҡтың күңелен был ғына ҡырмай. Ямғыр туҡтаған арала ғына ла дәртләнешеп, ең һыҙғанып эшләйҙәр. Сәсеү буйынса бигерәк тә Дүртөйлө районы хужалыҡтары тырышлыҡ күрһәтә – унда планлаштырылған майҙандың 17 процентында яҙғы эштәр тамамланған. Шулай уҡ Илеш, Саҡмағош, Бүздәк, Өфө райондарының ялан батырҙары ла алдынғылар рәтендә. Атап үтелгән райондарҙың барыһында ла ауыл хужалығы техникаһына ла, орлоҡҡа ла ҡытлыҡ юҡ, хужалыҡтар тулы ҡеүәтенә эшләй.
Республиканың бик күп райондары шәкәр сөгөлдөрөн сәсә башларға тора. Был эш Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Шишмә райондары хужалыҡтарында башланған да инде. Башҡортостанда бөтәһе 24 районда шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәләр, был тотош республиканы шәкәр менән тәьмин итергә етә. Әйткәндәй, быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы һәйбәт булыр тип фаразлана – әлегә бының өсөн тәбиғәт бөтә шарттарҙы ла тыуҙырған. Республиканың 20 районында көнбағыш сәсеү әүҙем бара, был культура планлаштырылған майҙандың 2 процентында сәселгән.
Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Саҡмағош һәм Шаран райондары хужалыҡтары күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлау эшен тамамланы. Республика буйынса алғанда, күп йыллыҡ үләндәр планлаштырылған майҙандың яртыһында ашланған. Әлеге ваҡытта ауыл эшсәндәре тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу сараларын – минераль ашламалар алыуҙы дауам итә. Күп кенә райондарҙа уларҙың запасы ярайһы ғына, башҡалар етмәгәнде табырға тырыша.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Николай Коваленко эш сәфәре менән Көньяҡ Урал райондарында булды. Ул яҙғы сәсеү эштәренең барышын тикшерҙе, хужалыҡтарҙағы проблемалар менән яҡындан танышты.
Метеорологтар ҙа беҙҙе ҡыуандырырлыҡ хәбәр еткерә – ошо көндәрҙә ямғырҙар туҡтап, көндәр ныҡлап йылытасаҡ. Шулай булғас, хәйерле сәғәттә, игенселәр, тупраҡҡа төшкән һәр бөртөк орлоҡ мул уңыш килтерһен!
Лилиә СИРАЕВА.