RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Борон-борон заманда ла,

30.04.2013 Борон-борон заманда ла,

Ҡуйы урмандар артында ла түгел
Борон-борон заманда ла,Ә бынан дүрт йыл элек баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт телендә әкиәт һөйләүселәрҙең «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы ойошторола башланы һәм тәүге йылынан алып балаларҙың яратҡан бәйгеһенә әүерелде. Быны уларҙың унда бик теләп ҡатнашыуынан, ихлас әҙерләнеүенән һәм дә йомғаҡлау тантанаһына зал тулып килеүҙәренән, сығыштарҙы алҡышлап ҡаршы алыуынан да күрергә мөмкин.
Конкурстың йомғаҡлау тантанаһы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үтте. Тәбиғи, зал­дағы тамашасылар­ҙың күбеһе балалар: ата-әсәләре менән килгән кескәйҙәр, балалар баҡ­­салары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыу­сылары. Уларҙы әкиәт геройҙары ҡар­шы алды. Айһылыу исемле ҡыҙ Мәскәй әбейҙән әкиәт байрамына юлды өйрәтеүен һорай, әммә уныһында байрам ҡайғыһы юҡ, үҙенең тыуған көнө икән. Шулай ҙа ба­лалар­ҙан үҙенең шартын үтәткәс, байрамға юл­ды күрһәтергә риза була ул. Ә шарты ябай – уның йомаҡтарына яуап бирергә кәрәк. Әлбиттә, балалар йомаҡтарҙы бик теләп систе. Бына шулай башланып китте тамаша һәм аҙағынаса күңелле уйындар, сағыу сығыштар менән үрелеп барҙы.
Еңеүселәр өс төркөмдә айырым билдәләнде. Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында 3-сө урынға – Ленин районының 118-се балалар баҡсаһынан Таңсулпан Исхаҡова, 2-се урынға – Ленин районының 138-се балалар баҡсаһынан Йәнгүзәл Әминева, 1-се урынға Киров районының 144-се балалар баҡсаһынан Мәрйәм Әхмәтшина лайыҡ булды. Гран-при яулаусы иһә – 95-се балалар баҡсаһынан Рамазан Ҡотлобаев. Ул үҙенә еңеү килтергән «Ялҡау кәзә» әкиәтен конкурстың гала-концертында ла һөйләп күрһәтте. Өс кенә йәшлек Рамазандың әкиәтте шул тиклем оҫта итеп һөйләүен зал тын да алмай тыңланы. Үәт, афарин! Барыһының да танауына сиртте ул!
Борон-борон заманда ла,1 – 4-се синыф уҡыусылары араһында 3-сө урынға – Дим районының 101-се мәктәбенән Элина Хәкимова, 2-се урынға – Орджони­кидзе районының 61-се мәктәбенән Ильмира Сынбулатова, 1-се урынға Калинин районының 128-се гимназияһынан Алһыу Рафиҡова лайыҡ булды. Гран-при – 136-сы башҡорт лицейының 3-сө синыф уҡыусыһы Искәндәр Мәхмүтовта. Ул һөйләгән ненец халыҡ әкиәте «Кәкүк» тә бик фәһемле ине. Балалар был әкиәттән, ни өсөн кәкүк үҙенең балаларын ҡарамай, тигән һорауға яуап тапты.
5 – 7-се синыф уҡыусылары араһында 3-сө урын – 48-се лицейҙан Алина Карамоваға, 2-се урын – Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһынан Илнара Рахманғоловаға, 1-се урын 158-се башҡорт гимназияһынан Сафия Ғайси­наға бирелде. Гран-при яулаусы – 76-сы мәктәптән 6-сы синыф уҡыусыһы Динара Рәхимова. Ул украин халыҡ әкиәте «Бейәләй»ҙе һөйләп ишеттерҙе. Уны тыңлаған балалар бергә дуҫ, татыу йәшәү кәрәклеге, күңел киң булһа, кескәй генә бейәләй ҙә барыһын да һыйҙыра ала, тигән фәһем алды.
Конкурс барышында әкиәтте сәхнәләштереү буйынса ла ярыш үтте. Бында иһә «Айыу менән бал ҡорттары» әкиәтен сәхнәләштергән 140-сы башҡорт гимназияһы, «Һаранбай менән Зиннәт ағай» әкиәтен ҡуйған 21-се лицей, «Алпамыша» әкиәтен сәхнәләштереүсе Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларына 3-сө урын бирелде. «Ялҡау малай» әкиәте менән 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм «Ба­шаҡ» украин халыҡ әкиәте менән 47-се гимназия уҡыусылары 2-се урынға сыҡты. 1-се урынды Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының фольклор коллективы яуланы. Улар «Алдаҡсы бай» әкиәтен әҙерләгән.
– Һеҙҙең сығыштары­ғыҙҙы һоҡланып, ғо­рурланып ҡарап ултыр­ҙыҡ. Балалар, кескәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, төрлө халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә тамашасыға еткерә алды. Ҡала­быҙҙа дүрт йыл элек иғлан ителгән конкурстың ошо йылдар эсендә бәҫе артып, ҙур, матур сараға әүерелде. Ул башҡорт телен дәүләт теле булараҡ пропагандалауға, үҫтереүгә булышлыҡ итә. Уны ойоштороусыларға, балаларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә оло рәхмәтемде еткерәм, – тине Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, тантананы йомғаҡлап.
Ысынлап та, тамашанан кескәйҙәр генә түгел, ололар ҙа балаларҙың һәләтенә, оҫталығына һоҡланып, эске бер кинәнес алып таралышты.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”