30.04.2013 Бөрйәндең даланлы ҡыҙы
Уңды Бөрйәнем үҙ ҡыҙҙарынан. Һүҙем миллионлы ҡалабыҙҙа йәшәп, үҙ хеҙмәте менән дан-хөрмәт ҡаҙанып, бар тирә-йүнгә ҡот-нур сәсеп, шатлыҡ өләшеп йәшәүсе Әлфиәләр хаҡында. Улар эшләгән ҡайһы ғына өлкәне алма, яҡташтарым хаҡында матур һүҙҙәр ишетеп, күңел ҡыуана.
Хөкүмәт хәстәрҙәре менән, милләтем, халҡым, тип йәшәгән Әлфиә Мазһар ҡыҙы Шәрәфетдинованы кемдәр генә белмәй икән. Арҙаҡлы ил инәһе бөгөн республикабыҙҙың почетлы гражданы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бик күп йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Башҡорт эстрада сәнғәтен халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаһыҙ күҙ алдына килтереп булмайҙыр. Йырсының һәр концертын тамашасылары ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы Әлфиә Заһиҙуллинаның исеме лә йыр сәнғәтен һөйөүселәргә яҡшы таныш. Һәләтле йырсының киләсәккә өмөттәре ышаныслы.
Әлфиәләрҙең һәр ҡайһыһы оло хөрмәт, маҡтауға лайыҡ, улар тураһында матур-матур мәҡәләләр яҙырға була, әммә бөгөн һүҙем Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының почетлы хеҙмәткәре Әлфиә Хәлфетдин ҡыҙы Ишбаева тураһында. Уңғанлығы, тынғыһыҙлығы менән һоҡландырған, тормош ауырлыҡтарынан һис бөгөлөп төшмәгән һөйөклө ҡатын, изге йөрәкле әсә үҙенең йәшәгән йылдары өсөн ике бишлегә торошло оло юбилейын лайыҡлы ҡаршылай.
Көн итеү өсөн түгел, янып, күкрәп йәшәүҙе маҡсат итеп ҡуйған уңған хужабикә, тоғро ир ҡатыны ул Әлфиә апай. Төптән уйлап эш итер, тыныс, аҡыллы таянысы, илһамландырыусы терәге Таһир Фәйзулла улы менән утыҙ йылға яҡын ғүмер кисереп, береһенән-береһе итәғәтле, аҡыллы өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Матур йәшәүҙең бер өлгөһө ул Әлфиә Хәлфетдин ҡыҙының тормошта үткән юлы.
Тәбиғәт уянып, ер тәүге сәскә-гөлдәргә күмелгән мәлдә Заһира һәм Хәлфетдин Ишморатовтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Туғыҙ балаға ғүмер биргән эшһөйәр ғаиләлә үҫкән ҡыҙ тормош юлында кәрәкле матур сифаттарҙы ата-әсәһенән ҡабул итеүен йәшәйештә иҫбат итә.
Әлфиә Хәлфетдин ҡыҙы менән Иҫке Собханғол урта мәктәбе интернатында тәрбиәләндем. Унынсы синыфта уҡыһа ла, беҙ − яңы килеүселәр, ҡыйыу, һәр эштә әүҙем, һәләтле ҡыҙҙы тәрбиәсе ролендә ҡабул иттек, һәр ҡайһыбыҙ уға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараныҡ. Спорт ярыштарында ла, сәхнәлә лә Әлфиәбеҙ беренсе булды.
Лидерлығы, гел алға ынтылышы, әүҙемлеге Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡыған сағында ла иң кәрәкле сифаттар булып, уны оло тормошҡа әҙерләй, сыныҡтыра.
Үҙ районына ҡайтҡас, дипломлы йәш белгескә оло ышаныс менән ҡайһы бер көслө ир-егеттәр булдыра алмаҫ вазифаны – ауыл советы рәйесе эшен йөкмәтәләр. Йәш етәксе үҙ эшен ғүмер буйы колхозда эшләп, абруй ҡаҙанған ағай-апайҙар менән кәңәшләшеүҙән башлай, улар тәжрибәһенә таяна. Ололар аҡылына һәр саҡ ҡолаҡ һала ул. Ауыл советы депутаты ваҡыт менән иҫәпләшмәй, районға юл юҡ, буран йәки алыҫ тип тормай, ауылдаштарының өмөтөн аҡлай, уларҙың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу өсөн хәленән килгәнсә тырыша. Йәшлек дәрте менән идара иткән етәксенең биләмәһе районда алдынғылыҡты бирмәй, социалистик ярыштарҙа алда бара. Өлкән йәштәге коллегалары Әлфиә Хәлфетдин ҡыҙының тилберлегенә, үткерлегенә, сослоғона һоҡланып ҡарай. Район етәкселеге яуаплы вазифала һыналған ҡыҙҙы ышаныс менән үҙәк ауыл советына эшкә саҡыра. Бәлки, ошо яуаплы аҙым яҙмышын Иҫке Собханғол ауылы егете, табип-терапевт Таһир Ишбаев менән бәйләүгә сәбәпсе булғандыр. Әсәлек бәхетен бүләк иткән игеҙәктәре Иштуған һәм Айтуған тыуа. Сабыйҙары бер аҙ үҫкәс, йәш ғаилә Белорет ҡалаһына юллана. Әлфиә Ишбаева лицей-интернат директоры урынбаҫары булып эш башлай. Уҡытыу-тәрбиә эшенә бар көсөн һалып, әллә күпме яңылыҡ индерә. Ул йылдарҙа директор булып эшләгән Зифа Исмәғил ҡыҙы Юлсурина менән лицейҙы республикала алдынғылар рәтенә сығарыуға ҙур көс һалалар. Әлфиә апай йәш, энергияға бай ғүмеренең 20 йылын лицей-интернатҡа бағышлай. Ҡайҙа ғына эшләмәһен − Белорет ҡала хакимиәтендә булһынмы, БР Мәғариф министрлығының милли бүлегендәме − һәр ваҡыт һәр кемгә яҡшы мөғәмәләле, итәғәтле белгес, һәләтле етәксе-ойоштороусы, үҙ эшенең оҫтаһы тип таныйҙар уны. Әлфиә Хәлфетдин ҡыҙы, эшенең үтә яуаплы, тынғыһыҙ, ир ҡатыны, өс улы − өс тағандың әсәһе булыуына ҡарамаҫтан, ваҡыт табып, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡып, уны уңышлы тамамлай. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙҙарының береһе Әлфиә Ишбаеваны бөгөн коллегалары, республика уҡытыусылары хөрмәт итә, уның һәр эште оло яуаплылыҡ менән башҡарыуына, таш яуһа ла, үҙ ваҡытында үтәргә тырышыуына, ысын дуҫ-иптәш була алыуына һоҡланып ҡарай.
Ял көндәре ғаиләһенең бергә йыйылыуы була, кемеһе − ҡурайҙа, кемеһе гитарала көй һуҙа. Өс улдың йыр-моңға ғашиҡ булыуы әсәләренең ҡаны аша күскәндер. Әлфиә апай үҙе оҫта гармунсы ла, кәрәк икән, йырлап-бейеп китер йор һүҙле, сәсән телле сәхнә оҫтаһы ла. Уңған хужабикәнең баҡсаһында күҙҙең яуын алырлыҡ гөл-сәскәләр, емеш ағастары үҫә.
Әсәһе мәрхүмәнең зирәк аҡылы, нотоҡ уҡымай ғына, ипләп кенә биргән кәңәштәре уға ғүмерлек тормош һабағы була. «Гел изгелек ҡылып йәшәгеҙ, изгелек һәр нәмәне еңә, таш менән атҡанға аш менән атығыҙ», − тигән фатихаһын ғүмер буйы күңелендә йөрөтә һәм балаларына ла ошо аҡылды бирергә тырыша.
«Туғандарым менән аралашыу, дуҫтарым менән серләшеү, ғаиләм менән тәбиғәт ҡосағында булыу әйтеп бөткөһөҙ көс-ҡеүәт бирә», − ти Әлфиә Хәлфетдин ҡыҙы. Эйе, ғаиләһе уның – алтын ҡәлғә, уның нигеҙендә мал-мөлкәт түгел, ә бер-береңә хөрмәт, оло мөхәббәт ята. Өс тиҫтә йылдан ашыу һыналған мөхәббәттең емештәре Айтуған, Иштуған, Артур − бөгөн ата-әсәһенең өмөтлө терәге. Көслө рухлы башҡорт егеттәре итеп тәрбиәләгән уларҙы Таһир ағай менән Әлфиә апай.
Гүзәл ҡатын, изге әсә, һоҡланғыс белгесте күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлап, изге теләктәр теләргә яҡындары, дуҫтары, коллегалары ошо көндәрҙә янына ашҡына. Кеше шатлығын, уңыштарын күреп ҡыуаныу оло бәхеттер ул. Шул бәхеттең сәбәпсеһе – гүзәл ҡатын Әлфиә Хәлфетдин ҡыҙы Ишбаева.
Яҡты ҡояшы һин өс улыңдың,
Ғаилә усағыңдың ялҡыны,
Туғандарыңдың иң ҙур хазинаһы,
Хәләлеңдең аҡыҡ, алтыны.
Балҡыт һәр саҡ йөрәк түрҙәрен,
Бәхет нурын сәсеп күңелгә.
Һинең аҡыл, һөйөүеңде тойоп
Йәшәү насип булһын ғүмергә.
Рәсимә ЙОМАҒОЛОВА,
Башҡортостандың
атҡаҙанған уҡытыусыһы.