RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һуңғы тапҡыр ниндәй китап уҡының?

26.04.2013 Һуңғы тапҡыр ниндәй китап уҡының?

Китап уҡырға яратыусыларға һайлау мөмкинлеге бар бөгөн. Китап кәштәләрендә ниндәй генә әҙәбиәт юҡ. Күренекле яҙыусыларҙан алып телевидение «йондоҙ»ҙары, артистарға, эшҡыуарҙарға тиклем үҙҙәренең иҫтәлектәрен нәшер итә, халыҡ дауалаусылары дауалау алымдары тәҡдим иткән сағыу китаптарын сығара. Интеллектуаль эштә эшләгәндәрҙең күп ваҡытын интернет алһа ла, уларҙың әҙәбиәт уҡырға ваҡыты ҡаламы, һуңғы тапҡыр кем ниндәй китап уҡыны икән?

Рәлиә ҒАФАРОВА, БДУ студенты:
– Мин Ян Мартелдең «Жизнь Пи» тигән китабын уҡыным. Был әҫәрҙе, фильм итеп төшөрөлөп, кинопрокатҡа сыҡҡас, ҡыҙыҡһынып уҡығайным, аҙаҡ киноверсияһын ҡараным. Уйланырға урын бар. Әҫәрҙе төрлө кеше төрлөсә аңлай, бер яҡтан, балалар өсөн йәнһүрәт һымағыраҡ тойолһа ла, икенсе яҡтан, автор кеше психологияһын тәрән аңлаған һәм шуны бирергә тырышҡан. Ҡыҙыҡһынғандар фильмын ғына ҡарап хушһынмаһын, китабы күпкә байыраҡ та, ҡыҙыҡлыраҡ та...

Миләүшә АБДРАФИҠОВА, уҡытыусы:
– Рәшит Солтангәрәевтың «Яғылмаған мейес» әҫәрен уҡыным. Минең турала яҙыл­ған кеүек булды. Әҫәрҙә үҙемде танып, эй оялдым инде… Иремә йылы мөнәсәбәттә булырға тырышам хәҙер.

М. МОРАТОВА, декрет ялында ултырған әсә:
– Бала менән өйҙә ултырғас, китап уҡырға бөтөнләй ваҡытым ҡалмай. Һуңғы тапҡыр ниндәй китап уҡығанымды иҫләмәйем дә…

Гөлсәсәк ӘБДЕЛМӘНОВА, БДПУ хеҙмәткәре:
– Әле Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» романын уҡыйым. Иҫ китмәле әҫәр, композицияһы, сюжеты бик ҡыҙыҡлы. Хәҙерге заман уҡыусыһын ылыҡтырырлыҡ итеп, бик көслө яҙылған.

Ләйсән ШӘҮӘЛИЕВА, реклама агентлығы етәксеһе:
– Мин ике ай элек Валентин Пикулдең «Каторга «Богатство» китабын яратып уҡып сыҡтым. Әҫәрҙә һүҙ рус-япон һуғышы, Курил утрауҙарын яулап алыу тураһында бара. Бик мауыҡтырғыс тарихи әҫәр.

Вәлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, тәрбиәсе:
– Һуңғы ваҡытта эзотерик әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып киттем. Валерий Синельников­тың «Сила намерения» тигән китабы оҡшаны. Әҫәр тылсымлы уй-ниәттәр тураһында. Беҙ бөтәбеҙ ҙә – мөғжизә, тик шуны үҙебеҙ генә белмәйбеҙ, донъябыҙҙы эске аңыбыҙ менән үҙебеҙ төрлө яҡҡа үҙгәртә, ҡыҙыҡлы итә алабыҙ, тигән фекерҙе үткәрә автор. Уҡырға тәҡдим итәм.

Римма ӘБСӘЛӘМОВА, банк хеҙмәткәре:
– Эрнст Мулдашевтың бөтә китаптарын да табып уҡып сыҡтым. Күренекле офтальмолог мауыҡтырғыс экспедициялары тураһында яҙа, мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй, уҡыу­сыға тормош мәғәнәһенең асылын аңлатыр­ға тырыша. Кеше бәхете, тормоштағы уңыш­һыҙлыҡтарҙың килеп сығыуы, күңел бөтөнлөгө хаҡында ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре күңелемә оҡшаны.
Әле Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тарихы тураһында китап уҡырға ниәтләйәм.

З. ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”