26.04.2013 ЙӘШӘР ӨСӨН АШАЙБЫҘ, АШАР ӨСӨН ЙӘШӘЙБЕҘ
Икмәк бөтәһенә лә баш, тибеҙ. Унһыҙ табындың ҡото юҡ, күңел бөтөн түгел. Шуға ла хаҡ арта башланымы, шундуҡ һиҙелә. Бөтәгеҙ ҙә иғтибар иткәндер – һуңғы айҙарҙа онға, ондан бешерелгән аҙыҡ-түлеккә хаҡ һиҙелерлек артты. Йыл башынан республикала он хаҡы 11,7 процентҡа күтәрелгән. Макарон изделиеларының хаҡы ла бер урында ғына тормай – 4,9 процентҡа артҡан, икмәк-ҡаластарҙыҡы – 5,6 процентҡа. Дөйөмләштереп алғанда, һуңғы айҙа Башҡортостанда иген эшкәртеү продукцияһына хаҡ артыуы дауам итте. Башҡортостандың статистика хеҙмәте биргән мәғлүмәттәр буйынса, ярмаларҙың хаҡы ла артып ҡына тора – март айында ғына һоло, арпа, манный ярмаларының хаҡы 5,1 процентҡа күтәрелгән. Яҙға табан үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсәләргә лә хаҡтар арта башланы, иғтибарлап ҡараһаң: картуф, сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡтың хаҡы үҙгәреүен күрергә була. Ә бына сусҡа һәм тауыҡ итенең хаҡы бер аҙ төшкәнлеге һиҙелә. Лимон, әфлисун кеүек емештәрҙең хаҡы ла түбәнәйгән – быны рәсми сығанаҡтар ҙа раҫлай. Араҡының хаҡы 2 процент тирәһенә күтәрелгән, уныһы ярай инде – икмәк, ярма кеүек һәр көн кәрәкле нәмә түгел. Ҡар күп булһа, уңыш мул булыр, тип фаразлаған боронғолар. Был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар. Ҡалын ҡар япмаһы иреп, дымланған ерҙә уңыш та яҡшы булырға тейеш. Әммә рәсми фараздар башҡасараҡ фекерҙе еткерә − үткән йылдағы ҡоролоҡ орлоҡтарҙың хаҡына кире йоғонто яһаған. Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы яҙғы сәсеү өсөн орлоҡтарҙың етеңкерәмәүе тураһында хәбәр итә. Әлбиттә, дефицит хаҡтарҙы арттыра.
Былтыр Башҡортостанда 1,8 миллион тонна иген бураларға һалынды. Был – 2011 йылғы уңыштың 56 проценты ғына. Етмәһә, ул йылдан алда ғына ҡаты ҡоролоҡ булғайны бит әле. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда бойҙай хаҡы Рәсәйҙә билдәләнгән күләмдән юғарыраҡ. Тимәк, хаҡтар артабан да артыуҙан туҡтамаясаҡ, тип фаразларға нигеҙ бар.
Әлеге ваҡытта республикала бер килограмм социаль икмәктең хаҡы 25 – 27 һум тәшкил итә. Был аҙ түгел. Яҡын арала уның хаҡы 3 – 3,5 процентҡа артасаҡ, тип фаразлайҙар. Был бер буханка икмәктең хаҡы, яҡынса алғанда, 40 – 50 тингә артасаҡ, тигәнде аңлата.
Хаҡтарҙы аңлау өсөн әллә нимәләр уйлап сығарырға ла кәрәкмәй – көҙ айҙарында ғына бер буханка аҡ икмәкте 16 – 17 һумға ала инек, хәҙер – 18 – 20 һумға. Республиканың бөтә ауыл-ҡалаларында ла тиерлек бер буханка икмәктең хаҡы 1 – 2 һумға артты.
Икмәктең хаҡы артыуына ондоң ҡиммәтләнеүе генә түгел, ут, һыу, бензин өсөн хаҡтарҙың күтәрелеүе лә йоғонто яһай. Хатта, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ондоң хаҡы икмәктең дөйөм хаҡында бик бәләкәй генә процентты алып тора.
Эш хаҡы нисегерәк?
Хаҡтар арта ла ул. Эш хаҡы нисегерәк икән һуң? Әлегә 2013 йылдың ғинуар айының ғына уртаса айлыҡ эш хаҡы рәсми рәүештә билдәләнгән – ул республика буйынса 20137,5 һум тәшкил итә. Шулай ҙа ҡыҙыҡ өсөн генә һораштырып ҡарағыҙ әле: таныштарығыҙ араһында ошо уртаса эш хаҡын алыусылар күпме? Әллә инде унауһы 12 мең һум тирәһенә эшләй ҙә, берәүһе генә 45 мең һум эш хаҡы аламы?
«Башҡортостанстат» идаралығы белгестәре республика халҡының 2012 йылда алған айлыҡ уртаса килемен дә һанап сығарған. Ул – 20397 һум. Әлеге күрһәткескә рәсми теркәлгән бөтә килемдәр ҙә ингән – эш хаҡы, пенсия, стипендия, дивидендтар һәм башҡалар. Ҡарап тороуға аҙ түгел кеүек.
Март айында республикала тәмәкегә хаҡ ныҡ артҡан икән. Шулай уҡ, тәмәке менән бер рәттән, ҡыҙыл кирбестең дә хаҡы күтәрелгән. Самолет билетының хаҡы бер аҙ арта төшһә лә, поездыҡы кәмегән. Поезда йөрөү хаҡтарының ҡиммәт булыуы тураһында бик күп һөйләнелде. Бәлки, хәҙер билеттарҙың хаҡы кеше ҡотон алмаҫлыҡ булыр.
Икмәктән ҡала, хаҡы артыуы менән йәнде көйҙөргән икенсе нәмә − торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр. Йыл башынан Волга буйы федераль округына ҡараған дүрт субъектта коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артҡан. Башҡортостан был исемлектә абсолют чемпион булып, беренсе урында килә. Мәҫәлән, эҫе һыу өсөн түләү хаҡы республикала 17 процентҡа күтәрелгән.
Хәйерселәр
шундай була
Түләүҙәр, түләүҙәр… Эш хаҡын алыу менән, нисәмә инстанцияға барып, аҡса ҡалдырып китәбеҙ – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре, мәктәп, балалар баҡсаһы, кредит һәм башҡалар.
Кемдәрҙең ярлы ҡатлам булып һаналғанын белге килеп китте. Рәсми рәүештә «хәйерсе» тип аталғандар бар бит инде, һәр хәлдә.
Ябай ғына көнкүреш ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндерә алмау «абсолют хәйерселек» тип баһалана. Бында аҙыҡ-түлек, һыу ҡулланыу, дауаланыу, торлаҡ менән тәьмин ителеү кеүек факторҙар күҙ уңында тотола. 1995 йылда БМО-ның Копенгагенда үткән социаль үҫеш буйынса бөтә донъя саммитында, хәйерсе булып түбәндә күрһәтелгән минималь критерийҙарға ла тап килмәгән кешеләр һанала, тип билдәләнгән. Кешенең социаль кимәле ниндәй булғанлығын билдәләү критерийҙары:
1. Аҙыҡ. Кеше кәүҙәһенең ауырлығы норманан түбән булмаҫҡа тейеш. Нормаларҙы табиптар билдәләгән.
2. Һыу. Көнкүрештә ҡулланыу, эсеү өсөн һыу йылға йәки күлдән генә алынырға тейеш түгел. Бында һүҙ ер аҫты һыуҙарын ҡулланыу тураһында бара – улар таҙа. Кеше һыу барып алыр өсөн 15 минуттан да артығыраҡ ваҡытын сарыф итә икән, был уңайһыҙлыҡтың аръяғы тип һанала.
3. Бәҙрәф һәм йыуыныу урындары йорттоң эсендә йәки янында ғына булырға тейеш.
4. Дауаланыу. Ҡаты ауырығандар һәм йөклө ҡатындар өсөн был мөмкинлектең яҡында ғына булыуы шарт.
5. Торлаҡ. Бер бүлмә эсендә дүрттән ашыу кеше йәшәүе артыҡ тип билдәләнә. Бүлмәләрҙең артыҡ ныҡ ҙур булыуы ла хәлде үҙгәртмәй – ҙур бүлмәләрҙе кәрәгенсә йылытып булмай. Шулай уҡ ер иҙәнле йорттар хәйерселек күрһәткесе тип атала.
6. Мәғариф. Кеше уҡырға өйрәнә алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Яҙа белеү тураһында һүҙ бармай.
7. Мәғлүмәт. Кешелә радио, телевидение, телефон йәки интернет булыуы шарт.
Әгәр ошо пункттарҙың икәүһе генә лә үтәлмәһә, кеше абсолют хәйерселеккә төшкән тип һанала. Шөкөр, беҙҙең йәмғиәттә абсолют хәйерселеккә төшкәндәр юҡ, тимәк.
Йәшәү минимумы
Йыш ҡына йәшәү минимумы тураһында ишетергә тура килә. Уның нимә икәнлеген бөтәбеҙ ҙә белһәк тә, аныҡ ҡына ниндәй критерийҙарҙы күҙ уңында тотоп һанап сығарыуҙары тураһында уйлаусылар һирәк. Федераль закон буйынса, йәшәү минимумы кешеләр ҡулланырға тейешле минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы, кейем һәм хеҙмәттәрҙең минималь теҙмәһе, мотлаҡ түләүҙәрҙән туплана. Хеҙмәттәр, түләүҙәр, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр кешенең һаулығын һаҡларлыҡ, тормошон дауам итерлек булырға тейеш.
Йәшәү минимумы илдәге халыҡтың йәшәү кимәлен билдәләү өсөн һанап сығарыла. Уның һөҙөмтәһендә социаль программалар уйланыла, социаль сәйәсәтте нисек алып барыу күҙаллана. Был инде эш хаҡының минималь күләме, стипендиялар, пенсия, пособиелар һәм башҡа түләүҙәргә ҡағыла. Федераль йәки урындағы бюджетты ла йәшәү минимумын күҙ уңында тотоп формалаштыралар. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, айырым граждандарға нисек ярҙам итергә кәрәклеген белеү өсөн дә минимумды һанап сығарыу мөһим.
Рәсәй Федерацияһында, дөйөмләштереп алғанда, йәшәү минимумы күләме квартал һайын үҙгәртелә. Эшкә һәләтлеләр, пенсионерҙар һәм балаларҙың йәшәү минимумы айырым һанала.
Йәшәү минимумын билдәләү өсөн һәр нәмәнең күләме алдан аныҡ билдәләнгән. Мәҫәлән, эшкә һәләтле бер кешенең йылына 133,7 килограмм икмәк, ярма һәм макарон изделиелары ашарға тейешлеге һанап сығарылған. Бала өсөн был күрһәткес 84 килограмм тәшкил итә.
Минимум ашалырға тейешле аҙыҡ-түлек иҫәбенә, он аҙыҡтарынан тыш, картуф, башҡа йәшелсәләр һәм емештәр, кондитер изделиелары менән шәкәр, аҡ һәм үҫемлек майы, ит, һөт аҙыҡтары, диңгеҙ продукцияһы, тоҙ, тәмләткестәр, сәй ҙә инә. Күреүебеҙсә, исемлек ярайһы ғына оҙон, ассортимент яҡшы, тип әйтергә була. Тик аҙыҡтың күләме генә күңелде ҡыра – мәҫәлән, бер кеше йылына 23 килограмм ғына емеш ашарға тейеш булып сыға. Был ун көн эсендә ашалырға тейешле емештең күләме 600 грамм ғына икәнлеген күрһәтә. Шәкәр менән кондитер изделиеларын алып ҡарайыҡ – бер кеше көнөнә ике балғалаҡтан да артыҡ шәкәр ашаһа, минимумдан сығып китә. Печенье инде бөтөнләй бер-ике бөртөк кенә булып сыға.
Кейем-һалым менән дә шул уҡ хәл – эшкә һәләтле кеше бер куртканы, йә булмаһа, пальтоны 7,6 йыл буйы кейергә тейеш. Йылына 5 колготка, 5 пар ойоҡбаштан артыҡ алмаҫҡа тура килә.
Рәсәй – ҙур ил. Ҡайҙалыр икмәк 15 һум тора, ҡайҙалыр – 30. Шуға ла илдең һәр төбәгендә йәшәү минимумын айырым билдәләйҙәр. Моғайын, күптәр йәшәү минимумының иң юғары кимәле Мәскәү менән Санкт-Петербург ҡалаһында тип күҙ алдына килтерәлер. Тик ысынында хәл башҡасараҡ – йәшәү иң ҡиммәт булған урын – Чукоткала һәм Ямал-Ненец Автономиялы Округында, Камчатка крайында. Был ошо урындарҙа иң кәрәкле нәмәләрҙең ҡиммәт хаҡҡа һатылыуын күрһәтә. Ә бына илдең көньяҡ төбәктәрендә йәшәү минимумы түбәнерәк. Сөнки унда йәшелсә-емештең, икмәктең хаҡы юғары түгел.
Лилиә СИРАЕВА.