RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

26.04.2013 һорау-яуап

Беҙҙең сират ҡасан етер?
Ғаиләбеҙҙә һигеҙ кеше, алты балам бар. Йортобоҙҙоң майҙаны 30 квадрат метр. 2008 йылда, күп балалы ғаилә булараҡ, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн документтар тапшырҙыҡ, әлегә бер ниндәй ҙә яуап юҡ. Бәләкәй йортта беҙгә бик ауырға тура килә. Зинһар, ярҙам итегеҙ!

Фәнзиә ХӨСӘЙЕНОВА.
Ғафури районы,
Ҡурғашлы ауылы.

Һорауға Ғафури районы муниципаль район хакимиәте торлаҡ комиссияһының баш белгесе Ольга САТТАРОВА яуап бирҙе:
“Фәнзиә Хөсәйенованан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы һораған ғариза булманы. Һөҙөмтәлә ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегендә юҡ. Уға район хакимиәтенең торлаҡ комиссияһына, 109-сы кабинетҡа килергә кәрәк”.


Ғүмерлеккә инвалидлыҡ бирмәйҙәр

Мин 1984 йылғы. 3,5 йәштән шәкәр диабетының ауыр формаһынан яфаланам, көнөнә дүрт укол эшләйҙәр. Бик күп өҙлөгөү булды: пролифератив диабетик ретинопатия, икенсе кимәлдәге нефропатия, микроангиопатия. Һәр ваҡыт Өфөгә йөрөргә, сиратта ултырырға хәлем юҡ. Ни өсөн миңә ғүмерлеккә инвалидлыҡ бирмәйҙәр?

Айһылыу ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Миәкә районы,
Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы.


Һорауға БР буйынса Медицина-социаль экспертизаһының баш бюроһы етәксеһе Юрий ТОМИЛОВ яуап бирҙе:
“Айһылыу Шәрәфетдинова 2012 йылдың ноябрендә БР буйынса Медицина-социаль экспертизаһының 21-се бюроһында тикшерелгән һәм бер йылға 3-сө төркөм инвалиды тип билдәләнгән. Бындай ҡарар менән риза булмағас, ул бер ай эсендә “Кешене инвалид тип таныу тәртибе һәм шарттары” ҡарарының 42-се пунктына ярашлы Медицина-социаль экспертизаның баш бюроһына дәғүә белдерә ала ине. Әммә быны эшләмәгән. Әлеге мәлдә дәғүә белдереү ваҡыты уҙған.
Инвалидлыҡ һәм уның ваҡытын билдәләү мәсьәләһе киләһе тикшерелеүҙә, 2013 йылдың ноябрендә билдәләнәсәк.
Әгәр ҙә Айһылыу Шәрәфетдинова бюроның ҡарары менән риза булмаһа, бер ай эсендә Медицина-социаль экспертизаның 21-се бюроһына йәки Баш бюроға (450059, Өфө ҡалаһы, Ҙур граждан урамы, 24-се йорт), ризаһыҙлығын белдереп, ғариза яҙа ала”.

Белешмәне ҡайҙан алырға?

Мин 1977 йылда Әлшәй районының Шафран ауыл хужалығы һөнәрселек училищеһында уҡыным. Шул осорҙа тәүге тапҡыр ҡан доноры булдым. Шунан бирле йыл һайын тапшырып килдем, бөтәһе 40 тапҡыр ҡан бирҙем. Нисәнселер йылда үрҙә әйтелгән училищены яптылар. Әлеге мәлдә миңә шул уҡыу йортонда ҡан тапшырыуым тураһында белешмә кәрәк. Тик миңә ҡайҙа барырға?

Миңлехан Мырҙакамалов.
Ҡыйғы районы.

1970 йылдарҙа берҙәм донорлыҡ үҙәге булмаған, ә документтар ни бары бер йыл ғына һаҡланған. Шуға күрә был һорауҙың осона сығыуы ауыр. Эшләгән кешегә эш урынына барып, етәксе һәм баш бухгалтер ҡултамғаһы аҫтында донорлыҡ өсөн бирелгән ял көндәрен ҡарарға мөмкин. Миңлехан Мырҙакамалов 8 (347) 255-53-57 телефоны буйынса Савичева Татьяна Григорьевнаға шылтыратһын, йә Республика ҡан ҡойоу станцияһына килһен (адресы: Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1, регистратура телефоны: 255-42-57).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”