23.04.2013 Ҡоштар нимә тип һайрай?
Һәләтле йәштәребеҙ күп, шөкөр. Өфөнән 17 йәшлек уҡыусы ҡош тауышын билдәләй торған программа уйлап тапҡан. Уға 164 төр ҡоштоң һайрауы яҙылған. Шул иҫәптә һандуғастың ғына ла 13 төрлө “йыры” бар.
Александр Думчиковтың әлеге асышы донъяла берҙән-берәү. Егеттең “Киләсәк ғалимдары” конкурсында еңеү яулауы юҡҡа түгелдер. “Intel” компанияһының М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты менән берлектә ойошторған әлеге конкурста “иң-иң”дәр ҡатнаша. “Тема Уфа” агентлығы яҙыуынса, йәш ғалим, 11-се класс уҡыусыһы, программаһын төҙөгәндә математик функцияларҙы ҡулланған. Асыш биологтарға ҡоштарҙың төрө, һаны, миграцияһы тураһында мәғлүмәт алырға ярҙам итәсәк.
Йәштәрҙең күбеһе интернетта ғына ултыра, тип әйтеп ҡарағыҙ хәҙер!
Айсын АҠБУЛАТОВА.