23.04.2013 МОҢ ЭЙӘҺЕ МИҢЛӘХМӘТ
Йылдар – йылдарға, быуат быуатҡа тоташа бара. Тап шуның һымаҡ, моңдарға моңдар олғаша, йырға йыр ялғана. Тимәк, уларҙы бар иткән быуынға яңылары алмашҡа килә. Моң. Нимә һуң ул? Ниңә һәр кем уға мөкиббән була? Нимәһе менән арбай ул тыңлаусыларҙы? Моң – үҙе бер тылсым. Уны аңлатҡан һүҙ – үҙе бер тылсым. Уны бүтән телдәргә тәржемә итеп булмауы ла шуның менән аңлатылмаймы икән әле?
Барлыҡ аңлы ғүмерем моң-музыка даирәһе менән бәйле булғас, бындайыраҡ һорауҙарҙы миңә йыш ишетергә тура килде. Әле лә шулай. Ә ул һорауҙарға ҡапылғара яуап бирә алманым. Әле лә шуны эҙләгәндәймен. Шуға ла сәнғәт әһелдәре ижады хаҡында әҙерләгән радиотапшырыуҙарымда ҡайһы бер әңгәмәләшеүселәремә үҙем дә:
– Моң тигән нәмә ҡайҙан килә ул? Уны нисек аңлатып була? – тип мөрәжәғәт иткеләгәнем булды. Һорауыма төрлө фараздар, яуаптар ишеттем.
– Моң ни – моң инде. Бына, мәҫәлән, Заһир ағайың, моң йыйып, йырлап-көйләп ултырған ҡурайҙар үҫкән ерҙә тыумаһа, атай-олатайҙарҙың шул ҡурайҙа ярыша-ярыша уйнағанын күрмәһә, бөгөн һеҙ белгән Исмәғилев булыр инеме? Операға мин ҡурай аша килдем, – тигәйне бөйөк композиторыбыҙ. Ә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яуабы ошолай булды:
– Ғәҙәттә, вайымһыҙ, бар нәмәгә битараф, һәлкәү һәм ялҡау кешегә “моңһоҙ” тиҙәр. Бушҡа ғына шулай тимәйҙәр. Моңдоң дәрәжәһенән, бөйөклөгөнән сығып әйтелә был һүҙ.
“Ҡайҙан һуң моң...”
Моң һәм һәләт – донъяға килгән меңдәрҙең араһынан бик һирәктәргә генә Хоҙай биргән бүләк. Ундай бүләк бирелеп тә, ваҡытында бөрөләнер өсөн уға уңышлы ерлек булмаһа? Шулай тинем дә, уйға ҡалдым. Ишеткәнем, күргәнемде барлай торғас, бына ниҙәр хәтергә килде.
... Заманында, асыҡлап әйткәндә, XIX быуатҡа ХХ быуат олғашып ҡына торған дәүерҙә хәҙерге Балаҡатай районының Яңыбай ауылында Ғәйнетдинов Ишмөхәмәт тигән аҫыл егет Хәтимә атлы һылыу менән йәрәшеп, үҙ аллы донъя көтөп алып киткән, ти. Кәләше түлле булып сыға егеттең. Ғәйнетдиновтар ғаиләһе йылдың-йылы ишәйгәндән-ишәйә бара.
Атай кеше һунар итергә, балыҡ тоторға әүәҫ булған, ерен дә һөргән, игенен дә сәсеп урған. Ҡыҫҡаһы, ауыл тормошо ни талап итһә, шуны атҡарған. Тормоштары етешһеҙ булһа ла, ул-былға ҡарамай, ирле-ҡатынлы балаларын кесе йәштән йыр-моң ярҙамында тәрбиәләгән. Береһе скрипкасы, гармунсы, икенсеһе йырсы тигән даны була тороп, шулай итмәһә, аңлашылмаҫ та ине. Ә ғаиләлә йырһөйәрҙәр йылдың-йылы ишәйә тора... 1943 йылдың 22 апрелендә Ишмөхәмәт ағай менән Хәтимә еңгә 12-се балаға атай һәм әсәй булыу бәхетенә ирешә.
– Был балаға ни тип исем бирергә икән?
– Туҡта, ун бер туғаны ни тиер икән?
Шулай тиешә ата-әсә, был етди мәсьәләне ғаилә ултырышына ҡуя. Кемелер:
– Салауат, – ти. Өлкәнерәктәренән береһе:
– Кинйәғәле, – тип тәҡдим итә.
– Туғаныбыҙ үҙе данлыҡлы, үҙе игелекле, үҙе изгелекле булып үҫһен ине, – тип әйтеүсе лә була. Тап ошо урында Ишмөхәмәт ағай һуҡ бармағын сөйөп:
– Булды былай булғас. Үҙе данлыҡлы, үҙе игелекле, үҙе изгелекле, тигәнең, Мөхәммәт йә Әхмәт, тип әйтеү менән бер, – тип ҡуя. Иренең шулай тип әйтеүе була, Хәтимә еңгә:
– Исеме есеменә тап килһен бәпесемдең, әйҙә, Әхмәт тип ҡушабыҙ, – тигәс, ғаилә ултырышы ошо тәҡдимде бер тауыштан хуплаған ти.
– Миңе аҙып китмәһен. Булғас, булһын, Миңләхмәт тип ҡушабыҙ.
Атай кешенең “өҫтәмә тәҡдимен” дә хуплай “ултырыш”.
Был ваҡытта, иллене үтеп, алтмышҡа яҡынлап барған ата-әсә, кескәй сағынан уҡ бик тә теремек кинйәләренең башҡа балаларына ҡарағанда йыр-моңға әүәҫлеге хаттин ашыуын күреп, тағы бер ҡарар ҡылалар: һауып эсеп ултырған һыйырҙарын һатып, гармундарын яңыртырға булалар. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ: ике уйлап тормаҫтан, был ҡарарҙы ла ғәмәлгә ашыралар.
Биш йәше тулыуға үҙенә генә тәғәйенләп алған гармунды ҡулына алған Миңләхмәттең донъяһы теүәлләнгән. Алтыға еткәнендә иһә малайың туй, мәжлестәр түрендә булыуына күнегеп тә өлгөрә.
Яҙмыштың үҙен хәл итмәле осрашыу
– Э-эй, үҫмер саҡ, йәш саҡтар, – тип, хәтер йомғағын һүтә музыкантыбыҙ. Йәй көндәре урамда гармун һыҙҙырып ебәреүең була – тырма, һәнәк, салғыларын күтәреп, төйөнсөктәрен тотоп, ауыл эшсәндәре тәғәйен урынға йыйыла һала. Шул арала ридуанға егелгән аттар килеп туҡтай. Арбаларға тейәлер-тейәлмәҫтән, кемдер йыр башлай. Уны башҡалары күтәреп ала. Бындай саҡта иң почетлы урынға ултыртылған миңә, гармун телдәрен барлап, көй күтәрергә ҡала, әлбиттә... Ә кистәрен Һаҡтау итәгендә йәштәр уйын ҡороп ебәрә... Таң һыҙылғансы, сиҙәмде таҡырлағансы, арыу-талыу белмәҫ гармунымдан, төрләнә-төрләнә ағылған көйгә бейей ҙә бейей ауылым йәштәре...
– Һәләт, таланты менән донъяға килгән, бишектән үк күңелен дә, зиһенен дә – бар булмышын биләгән моңдо күкрәгенә ҡайһылайтып һыйҙырып бөтөргә белмәгән әҙәм балаһы ошондай илаһи мәлдәрҙә ниндәй генә хыял диңгеҙендә йөҙмәһен инде...
– Шулай, шулай, – тип килешә Миңләхмәт, минең һүҙҙәремде хуплап.
Ысынлап та, нәҡ шул мәлдәрҙә хыялы бөрөләнеп, урта мәктәпте тамамлап ҡына торғанда, Яңыбай ауылына Баймаҡ колхоз-совхоз театры артистары килеп төшә. Спектаклдән һуң улар концерт та ҡуйырға тейеш була. Тик гармунсылары ауырып киткән икән. Был хәбәр ауылға таралыуы була, кемдер:
– Бәй, аптырамаҫ эшкә аптырап ни? Ана, беҙҙең Миңләхмәт кемдән кәм! Йәлеп итегеҙ шуны, – тип әйтеүе була егетте эҙләп табып, гармунын уйнаттырып, концерт номерҙарын ҡабатлап, кисен сәхнәгә алып та сығалар.
– Афарин, егет! Афарин!
– Әйҙә, беҙҙең менән! – тип берсә маҡтап, берсә хуплап, Миңләхмәтте үҙҙәре менән китергә өгөтләргә тотона артистар. Әммә уларҙың өгөтө егеттең теләгенә тап килеп бөтмәй. Нисек инде айҙар буйы концерт ҡуйып йөрөмәк кәрәк? Өлгөргәнлек аттестаты ҡулда. Ул артабан уҡырға тейеш. Ә быларҙың күҙҙәрендә өмөт, һүҙҙәрендә өгөт. Ни ҡылырға? Шул саҡ, оло башын кесе итеп, Башҡортостандың танылған артисы Зәкирйән ағай Ханов та һүҙгә ҡушылғас, ялындырып тормай егет.
Сәхнә оҫталары менән концерт ҡуйып йөрөү, тамашасылар алҡышына күмелеү үҙенекен итә: Миңләхмәттә сәнғәт училищеһында көс һынау теләге тыуа. Унда барһа, ни күрә лә ни белә? Бәй, ул инергә теләгән баян бүлегенә музыка мәктәбендә әҙерлек үткәндәрҙе генә ҡабул итәләр имеш... Егет аптырап тормай, комиссиянан гармунда уйнатып ҡарауҙарын һорай. Ят урын, талапсан комиссияла ят кешеләр тип ҡарап тормай, баймаҡтар менән сираттағы концертта ҡатнашамы ни – өҙҙөрөп уйнап ебәрә. Комиссия ағзалары бер-береһенә ҡарашып ҡуя. Һиҙгер кеше был ҡараштарҙан “Бәй, музыка мәктәбендә махсус әҙерлек үткәндәрҙән кәм уйнамай бит был ауыл малайы!” – тигәнде уҡый алыр ине. Ысынлап та, бәхет йылмая, киң йылмая был ауыл малайына. Киң йылмая, тим. Сөнки уны кем-кем, ифрат талант эйәһе, данлыҡлы баянсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Мәскәү егете Вячеслав Беляков үҙ класына ала. Хаҡ Тәғәләнең ирке киң, бер бирһә бирә бит ул бәхет тигәнде! Сәнғәт институтында уҡығанында ла яҙмыш Миңләхмәтте шул талапсан уҡытыусыһынан айырмай. Институтта Вячеслав Беляков яратҡан шәкертенең һәләте камиллашыуға ныҡ ярҙам итә.
Юғары музыкаль белемгә эйә булыуын раҫлаусы диплом алыуына Миңләхмәткә йүнәлтмә лә тотторалар. Шуның буйынса ул хәҙер инде хаҡлы рәүештә бөйөк композиторыбыҙ Хөсәйен Әхмәтов исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы булып китә.
Алҡышлы сәфәрҙәр һәм сәфәрле алҡыштар
Бирһә, бирә бит ул, ҡануны филармонияла ла үҙенекен итә. Уға баштан уҡ ысын мәғәнәһендә сәхнә “йондоҙ”ҙары тип нарыҡлауға лайыҡ булған тәжрибәле талант эйәләре Хәбир Ғәлимов, Сөләймән Абдуллин, Рамазан Йәнбәков ише йырсылар, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Мөхәммәт Рәхмәтуллин, Абдулла Хәлфетдинов атлы данлыҡлы ҡурайсылар менән сәфәр артынан сәфәр сығып, сәхнә яулау бәхете насип була. Бәхете, тим, сөнки уларҙың моңо Миңләхмәткә милли моң серҙәренә нығыраҡ төшөнөргә, баянын тағы ла илһамлыраҡ, моңлораҡ итеп уйнарға өйрәтә.
– Сәфәрҙәреңдең “иң-иң”е? – тип һорай ҡуйҙым бер саҡ ошо хаҡта һүҙ сыҡҡанда.
– “Иң-иң”еме? Сәфәрҙәремдең “иң-иң”е лә, иң фәһемлеһе лә, иң ҡәҙерлеһе лә Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа юлдаш булып үткәндәремдер, – тип яуап биргәйне ул саҡ баянсыбыҙ. Бындай яуаптан һуң миңә бары: “Моң менән халыҡҡа хеҙмәт итеү аңлағандар өсөн шундай мәшһүр заттарға юлдаш булып, музыкаль сәфәрҙәргә сығыу – үҙе бер ғилем мәктәбе инде ул”, – тип үҙ алдыма һығымта яһарға ғына ҡалғайны ул саҡта. Ысынлап та, телгә алынған моң оҫталары менән бергә сығыштар яһау, Ишмулла ағай менән юлдар буйына, төндәр буйына йыр хаҡында һөйләшеү, унан халҡыбыҙҙың һәр йырының тарихын ишетеү Миңләхмәткә ижад серҙәренә тағы ла нығыраҡ төшөнөргә ярҙам итә. Уның бәхетенән шул замандарҙа республикабыҙҙа халыҡ моңдарына иғтибар арта төшә. Быны йәш баянсыбыҙ бик яҡшы тоя һәм унда бығаса ишетелеп бармаған, сәхнәнән йә эфирҙан яңғырамаған көйҙәрҙе яҙып алыу, уларҙы үҙенең баяны аша үткәреп, халыҡҡа еткереү, таратыу теләге тыуа. Һөҙөмтәлә бығаса билдәһеҙ һаналған бик күп көй уның ҙур оҫталыҡ һәм зауыҡ менән башҡарыуында сәхнә һәм Башҡортостан радиоһы биҙәге булып ағылды ла күңел кинәнесенә әүерелде, тамашасыларға һәм тыңлаусыларға илһамлы дәрт өҫтәне. Улар араһында “Һалмаҡ бейеү”, “Балаҡатай бейеүе” һәм тағы тиҫтәләгән көй бар.
“Ҡурайсы ла менән
баянсы
Гелән генә бергә
булһасы...”
Баяндың ҡурайға моңдаш булып, көй күтәрешеп, сәхнә яңғыратыуына ла, эфирҙы биҙәүенә лә беҙ хәҙер күнегеп бөткәнбеҙ ҙә был музыкаль дуэтты ғәҙәти хәл тип кенә ҡабул итәбеҙ. Бындай күркәм күренешкә йән өрөүсе Миңләхмәт Ғәйнетдинов икәнен белгәндәр күптән онотҡандыр, белмәгәндәр гел шулай булған хәл тип уйлайҙыр, моғайын. Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас, ул үҙе: “Был тәңгәлдә иң тәүге ижадташым Юлай Ғәйнетдинов булды. Уның менән моңдаш булып, рәхәтләнеп, кинәнеп уйнап була. Шулай байтаҡ көй яҙҙырғанбыҙ, имеш, радиоға. Шул яҙмаларыбыҙ бик күп төбәктә яңы бейеүҙәр ижад ителеүенә сәбәпсе булды. Мәшһүр ҡурайсыбыҙ Азат Айытҡолов менән иш янына ҡуш булып уйнауыбыҙҙы әйт әле. Радио аша отоп алып, уның менән яҙҙырған көйҙәребеҙҙең дә яҙмышы шулай булды. Тағы шул. Азат менән икәүләп хатта контракт нигеҙендә сит илдәрҙә лә эшләп алдыҡ”, – тигәйне.
Баянсының музыкаль фантазияға байлығы, көйҙәш моңдаштарына иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы арҡаһында республикабыҙҙың дәүләт филармонияһы сәхнәһе түрендә, эфирҙа, “зәңгәр экран”дарҙа барған концерттар моңлораҡ та, күркәмерәк тә була барҙы. Ә баянсы өлгәшелгәндәре менән генә сикләнеп ҡалманы. Үҙе менән ҡушарлап уйнауға яңынан-яңы ҡурай оҫталарын йәлеп итә торҙо. Ришат Рәхимов менән “Өҙә баҫ” тигән бейеү көйөн, Ишморат Илбәков менән “Яҙырға ҡара ҡәләм” тип башланған шаян таҡмаҡтың көйөн һәм бынан тыш тағы әллә күпме көйҙө тамашасы: “Афарин!” – тип, ҡат-ҡат бисҡа саҡырмалы итеп башҡарғандары хәтерҙә. Әле телгә алынған дүрт ҡурайсы менән әҙерләп, радиоға яҙҙырған көйҙәр милли моң байлығыбыҙҙың матур вә ҡиммәтле-нән ҡиммәтле өлгөһө булып, моңһөйәр тыңлаусыларҙы берсә хистәр ташҡынында йөҙөргә мәжбүр итә, берсә утҡа һалғандай була.
Әйтер һүҙең хаҡ булғанда...
Уҙған быуаттың тәүге яртыһынан алып сәнғәтебеҙҙең ҡайһы бер әһелдәре... музыка сәнғәте буйынса махсус уҡыу йорттарында ҡурай класы булдырыу тураһында мәсьәлә күтәрә башланы. “Әһелдәре”, – тинем дә ни өсөн өс төртөк төрттөм һуң әле (беҙҙең яҡта нөктәне төртөк тип әйтер булғандар). Сәбәбе шул: был етди мәсьәләне күтәреүсе бер генә әһел булды. Ул да булһа йырсы, ҡурайсы, драма театры артисы Ғата ағай Сөләймәнов ине. Уның был теләге Өфө сәнғәт училищеһына халыҡ ижадын яҡшы аңлаған, тамашасы ихтыяжын хөрмәт иткән яңы етәксе килгәс кенә ғәмәлгә ашты. Яңы етәксе тигәнем иһә Камил Вәлиев булыр.
Сәнғәт училищеһында ҡурай бүлеге тынғыһыҙ Ғата ағай етәкселегендә арыу ғына эшләп алып китте. Республикабыҙ күләмендә ҡурай элекке данын яулай башланы. Шул саҡ ҡурай сәнғәте буйынса махсус урта белем алған йәштәргә ошо тәңгәлдә тағы ла камиллашыу өсөн артабан белем алыу ихтыяжы килеп тыуҙы. Әммә, сәнғәт училищеһында ҡурай бүлеген асҡандағы һымаҡ, был осраҡта ла ҡаршылыҡтар әҙ булманы.
– Архаизм тип иҫәпләнгән ҡурай башҡа музыка ҡоралдары менән нисек тиңләшә алһын ти ул?!
– Бер көпшәлә һыҙғыртыу өсөн юғары белемгә эйә булыуҙың ни хәжәте?
Шундайыраҡ һәм унан да тупаҫыраҡ дәғүәләр әҙ яңғыраманы түгел, яңғыраны ул саҡта. Өфө сәнғәт институтында башҡорт халыҡ музыкаһы факультеты булдырыу хаҡында бәхәстәр көндән-көн ҡуйыра барҙы. Ул саҡта Башҡортостан радиоһының мин етәкләгән музыкаль тапшырыуҙар редакцияһы был ваҡиғаның ни йүнәлештә барышы хаҡында хәбәрҙар булып торҙо. Мәсьәләгә ыңғай һәм ҡаршы көстәр (рустар әйтмешләй, “за” и “против” булыусылар) йыйылышында бәхәс кульминацияға етте. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр уны магнит таҫмаһында мәңгеләштереп өлгөрҙө. Шул бәхәсле йыйын инде киң танылып өлгөргән баянсыбыҙ Миңләхмәт Ғәйнетдиновтың аҡыллы сығышы менән иҫемдә ҡалды минең. Ҡайһы бер тотанаҡһыҙ сәнғәт әһелдәренән айырмалы рәүештә, эмоцияға бирелмәйенсә генә мәсьәләгә тыныс ҡына төрлө яҡтан килеп, уның дәүләт кимәлендә фекер йөрөтөүе үҙенекен итте. Сәнғәт институтында ҡурайсыларҙың юғары белем алыуына тамаҡ ярып, теше-тырнағы менән ҡаршы тороусылар һалҡын һыуға ҡойондоролдомы ни! Барыһы ла уйға ҡалды. Барыһы ла тыныслана төштө.
Ул замандан һуң байтаҡ һыу аҡты. Факультет асылып, унда белем алыусылар араһында тотош республикабыҙ кимәлендәге бер симфонияны хәтерләтеп, һәр тарафта ла ҡурай, думбыра, баян, ҡумыҙ моңо көслөрәк һәм ҡыйыуыраҡ яңғырай башланы. Был симфонияла Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миңләхмәт Ғәйнетдиновтың класында белем алып, һөнәрен камиллаштырғандарҙың да тауышы бар. Улар иһә шөкөр, ишле. Остаздарының ышанысын аҡлап, уның юлын ҡыуыусылар араһында үҙҙәрен булдыҡлы һәм данлыҡлы баянсылар тип танытҡан Илшат Яхин менән Радик Ғабдуллин ишеләр үҙҙәре ни тора!
Фәниә СӨЛӘЙМӘНОВА,
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.
(Дауамы бар).