23.04.2013 Зөһрәнең сауаплы эштәре
Ҡарап тороуға үҫмер ҡыҙҙай ҡаҡса һәм нескә был һылыуҙа республикала ғына түгел, илдә танылыу яулай барған эшҡыуар ханымды сырамытыуы ла ауыр. Уның етәкселегендәге “Өфө трикотаж фабрикаһы” акционерҙар йәмғиәте һәм “Ағиҙел” башҡорт художестволы кәсептәр дәүләт унитар предприятиеһы тауарҙары Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә Башҡортостаныбыҙ йөҙөн билдәләүсе тауарҙар һанала тиһәк, һис арттырыу булмаҫ.
Затлы ебәк, йөн һәм башҡа тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән, ҡулдан сигеп биҙәлгән мосолман ҡатын-ҡыҙҙары кейемдәренән һәм милли елән-күлдәктәрҙән алып көндәлек кейемдең төрлө йәштәгеләрҙең зауығына яуап бирерҙәйе етештерелә трикотаж фабрикаһында. Күлдәктәр, кофталар, итәктәр, шарф һәм башлыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ! Уларҙың ҙур һорау менән файҙаланылыуы һәм бер ҡасан да моданан сыҡмауы ғәжәп түгел: бәйләнгән әйберҙәр уңайлы ла, йылы ла, тәнгә лә рәхәт, күпме йыуһаң да, сифаты, төҫө боҙолмай, етмәһә, ҡиммәт тә түгел.
... Фабриканың яҙмышында яңы Рәсәй тарихында ҡатмарлы осор кисереп, үҙгәртеп ҡороуҙар аша үткән еңел сәнәғәт тарихы сағыла. Һәм уның бөгөн илдә был өлкәләге иң алдынғы предприятие итеп танытыуға киләсәккә йөҙ тотоп эшләүсе Зөһрә Салауат ҡыҙы Исмәғилева индергән өлөш баһалап бөткөһөҙ ҙур. 2004 йылда ул фабриканың генераль директоры итеп тәғәйенләнгәс, киң үҫеш программаһы эшләнә, етештереү технологияларын яңыртыу, маркетинг сәйәсәтен үҙгәртеү йүнәлеше билдәләнә. Сит илдәрҙән заманса ҡорамалдар һатып алына...
Ҙур ғәмәлдәр башында тороусы ханымдың уңыштары хаҡында артыҡ һөйләргә яратмауын әйтеп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, күптән түгел билдәле модельер Вячеслав Зайцев тәҡдим иткән мәктәп формаһының тап Өфө трикотаж фабрикаһында етештерелеүен белеүселәр бик аҙҙыр.
– Тәндең һәр бөгөлөшөнә ятып ҡына торған бәйләнгән кофта, итәк, жакеттарҙы бигерәк тә кесе мәктәп йәшендәге балаларға кейеү кәңәш ителә. Кәүҙәнең төҙлөгөн һаҡларға ярҙам итеүсе йомшаҡ ҡына махсус яйланмалары уларҙы айырыуса отошло итә – был кейемдәрҙе балалары һаулығын ҡайғыртыусы ата-әсәләр ҙә баһалар, – ти Зөһрә Салауат ҡыҙы.
Фабрикала сығарылған күлдәктәрҙе ул үҙе лә бик яратып кейә. Шулай уҡ “Ағиҙел” художестволы кәсептәр предприятиеһы етештергән милли биҙәкле камзулдар ҙа – ғорурланып кейгән кейемдәренән. Башҡа төбәктәрҙә, сит илдәрҙә эшлекле сәфәрҙәрҙә булһынмы, мәҙәни сараларҙамы – өҫтөндәге килешле был кейемдәр мотлаҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ихлас һоҡланыу уята. Биш йыл элек тарҡалыу сигендәге “Ағиҙел”де етәкләргә тигән тәҡдим алғас, ул, һис икеләнмәйенсә, ризалыҡ бирә. Эшлекле ҡомарын түгел, йән талабын тыңлай һылыу ханым.
– Халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ тарихын, көнкүрешен, мәҙәниәтен, күңел хазинаһын сағылдырыусы әйберҙәр етештереүсе берекмәнең күрәләтә һүнеүенә юл ҡуйыу ғәфү иткеһеҙ юғалтыу булыр ине, – ти ул. Һәм берекмә оҫталары ижад иткән юғары сәнғәткә тиң әйберҙәр, оҫталарҙың үҙҙәре хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.
– Күптән түгел Өфөгә килгән француз илсеһе ҡатыны менән осрашыуҙа булырға тура килде. “Ағиҙел”дә етештерелгән сувенирҙы күрҙе лә, таң ҡалыуын йәшермәйенсә: “Ҡайҙа күрһәм дә, изге нур һибеүсе ошо матурлыҡ янынан тыныс ҡына үтә алмайым. Мәскәүҙә, сит илдәрҙә берекмәгеҙ ҡатнашҡан күргәҙмәләрҙән буш ҡул менән сыҡмайым. Өйөмдә һеҙ етештергән әллә күпме гүзәл әйбер һаҡлана!” – тип, бер нисә сувенир һатып алды.
Ауыҙ-тел ижадыбыҙ геройҙары һүрәтләнгән күҙҙең яуын алырлыҡ паннолар, биҙәкле тартмалар, бал батмандары, семәрле ағас һауыттар, аҫалы балаҫтар һәм башҡа әйберҙәр – һәммәһе ата-бабаларыбыҙҙың юғары мәҙәниәтле халыҡ булыуы хаҡында дәлилләй. Миндә был сикһеҙ ғорурлыҡ уята һәм коллектив менән бергәләп көрсөктән сығып килеүебеҙгә ҡыуанам, – тип бәйән итә Зөһрә ханым.
Уның бар күңелен биреп башҡарған тағы ла бер эше – милли аш-һыу мәҙәниәтен тергеҙеүе хаҡында һөйләп үтмәһәк, яҙыҡ булыр ине. Ул етәкләгән “Аҡбуҙат” ресторанында башҡорт ризыҡтары иң боронғо рецептар буйынса әҙерләнә. Зөһрә ханым ашнаҡсылар менән төпкөл башҡорт ауылдары буйлап йөрөп, алтын йыйғандай, бөртөкләп йыйған ул тәғәмдәрҙе бешереү серҙәрен. Телде йоторлоҡ милли аштар баш ҡалабыҙҙың дәрәжәле ҡунаҡтары өсөн генә түгел, мохтаж ғаиләләр өсөн дә бешерелә – унда аҙнаһына ике тапҡыр ауырлыҡ менән көн иткән, күп балалы ғаиләләр ҡунаҡ була. Был көндәр ресторанда сауап көндәре тип атала.
Ғөмүмән, мәрхәмәтлек күрһәтеү Зөһрә Исмәғилеваның ҡул аҫтындағы предприятиелар эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше булып тора. Йомарт ҡулдың ырыҫы кәмемәй, тигән халҡыбыҙ. Бер мәҡәләлә уның башланғысында атҡарылған миһырбанлы эштәрҙең барыһы тураһында ла һөйләү мөмкин түгелдер. Бары шуның менән генә сикләнәбеҙ: Зөһрә ханым эшмәкәрлеге – хәстәрлекле заманса бизнес үҫешенә бер дәлил.
Әлмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.