19.04.2013 Бассейндар күбәйә
Санкт-Петербургтың “Атлантика” бассейндары” компанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһында һигеҙ бассейн төҙөргә теләк белдергән. Өсәүһенә урын әҙер ҙә инде.
Майҙа, бассейндан тыш, йәнә иркен спорт залдары, фитнес-кафеһы булған өс спорт комплексына нигеҙ ташы һалынасаҡ. Һәр береһе 500 миллион һум (был бюджет аҡсаһы түгел, ә инвесторҙарҙыҡы) торошло биналар Комсомол һәм Урман техникумы урамдары киҫелешендә, “Йүрүҙән” микрорайонында (хәҙерге “Проспект” күңел асыу үҙәге артында), Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы тирәһендә урынлашасаҡ. Ҡалған бассейндарға ла урын ҡарала.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдереүенсә, миллион халыҡ йәшәгән ҡала нормаһына ярашлы, беҙҙә бассейндар менән тәьмин ителеш ете процент ҡына. Әле Өфөлә утыҙлаған бассейн бар, уларҙың яртыһы тиерлек ярым ябыҡ типта. Ә бөгөн ғаилә менән килеп ял итерлек, балаларҙы йөҙөргә өйрәтерлек урындар ҙа талап ителә.
Әйткәндәй, яңы бассейндарға студенттар өсөн абонемент хаҡы айына 5000 һум самаһы торасаҡ. Уҡыусылар, балалар баҡсаларына йөрөүселәр, бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә лә ташламалы хаҡтар булыуы ихтимал.
Т. АМАНОВ.