RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көнөбөҙҙө яҡтыртыусы “Көндәлек”

19.04.2013 Көнөбөҙҙө яҡтыртыусы “Көндәлек”

Көнөбөҙҙө яҡтыртыусы “Көндәлек” Башҡортостан юлдаш телевидениеһында яңынан-яңы заманса башҡорт тапшырыуҙары барлыҡҡа килеүе һөйөндөрә. Бигерәк тә “Көндәлек” тигән проект тамашасы күңеленә хуш килде.
Бының хикмәте тапшырыуҙы тыуҙырыусыларҙың милли мөхиткә мөрәжәғәт итеүендәлер. Һәр хәлдә, хатта үҙәк телеканалдарҙа уға оҡшаш ижади эш күренгәне юҡ. “Көндәлек” үҙенең бай йөкмәткеһе менән дә, ҡабатланмаҫ формаһы менән дә йәлеп итә. Тышҡы форма, “һүрәт” тапшырыу­ҙың йөкмәткеһен асып бирергә булыша. Ижади бригада республика буйлап йөрөй. Райондан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе, төрлө һөнәр эйәләрен бергә йыйып, уларҙы мәктәп уҡыусылары сифатында төшөрәләр. “Уҡыусылар” контроль эш башҡара, тапшырыу аҙағында алып барыусы баһа ҡуя һәм иң аҡыллыларҙы, белемлеләрҙе билдәләй. Әлбиттә, барыһы ла уйын рәүешендә үтә. Тапшырыу күңелле, ялҡытҡыс түгел. Уны эшләүселәр тамашасыларҙың кәйефен күтәреүгә, уларҙы позитив тул­ҡын­ға көйләүгә баҫым яһаған. Шуға ла геройҙар ысын уҡыусылар кеүек – шаярып та алалар, “уҡы­тыу­сы ағай”ға төртмәле һорауҙар ҙа бирәләр. “Уҡытыусы ағай” ҙа “балалар”ҙы шелтәләп ала.
Уйын, тинек. Ә бына маҡсаты, йәғни йөкмәткеһе үтә лә етди был проекттың. Бәғзе тамашасылар­ҙың, ни өсөн өлкән йәштәге ирҙәр, ҡатындар парта артына ултыра, уҡыусы булып уйнай, тигән һорау биреүе ихтимал. Контроль эштә бирелгән тест һорауҙары башҡорт теле һәм мәҙәниәтенә, республикабы´ тәбиғәтенә ҡағыла. Улар ауыр түгел. Контроль эштең һөҙөмтәһе, баһаһы ла мөһим түгел асылда. Иң мөһиме – тамашасыларҙың туған телебеҙгә ҡарата һөйөүен арттырыуға, рухиәтен күтәреүгә ынтылыш яһала. Был йәһәттән тапшырыу геройҙары үҙенә күрә бер өлгө булып торорға тейеш. Юҡҡа ғына күренекле, абруйлы шәхестәр төп герой итеп һайланмай.
Тапшырыуҙар райондарҙың үҙәк башҡорт лицей-гимназияларында төшөрөлә. Шуның менән ойоштороусылар башҡорт теле уҡытыусыларының абруйын күтәрергә ынтыла, туған тел дәресе мәсьәләһенә, башҡорт мәктәптәре менән бәйле проблемаларға иғтибарҙы йәлеп иттерә.
− Мәғариф өлкәһендә оптималләштереү тигән күңелһеҙ күренеш кешенең кәйефен ҡырҙы, башҡорт телен уҡытыу ҡыҫҡартыла, уҡытыу­сыларҙың абруйы ла төшөп киткәйне. Шуға күрә мәктәп тураһында ниндәйҙер яҡты тапшырыу эшләргә теләнем. Ысынлап та, мәктәпкә ҡағылышлы, уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеген күрһәткән тапшырыуҙар хатта үҙәк телеканалдарыбыҙҙа юҡ. Проектыбыҙ ниндәйҙер рәүештә ошо бушлыҡты тултырыу ихтыяжынан да барлыҡҡа килгәндер. Йәмәғәтселек иғтибарын мәғариф проблемаларына, туған телде өйрәнеүгә йүнәлтеү төп маҡсатыбыҙ булып тора. Бының өсөн тапшырыуға билдәле кешеләрҙе, төрлө һөнәр эйәләрен саҡырабыҙ. Туған тел уларға уңыштарға өлгәшергә ҡамасауламауын, киреһенсә, үҙ телдәрен белеүе арҡаһында тормошта ныҡлы аяҡҡа баҫып тороу­ҙарын халыҡҡа, уҡыусыларға өлгө итеп күрһәтәбеҙ, − ти тапшырыуҙың авторы, етәксеһе Рәшиҙә Мәһәҙиева.
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” тигән проекты ла халыҡ араһында ҙур танылыу яулағайны. Тимәк, ул халыҡтың күңелен нескә тоя, тамашасы ни көткәнен яҡшы аңлай. Ғөмүмән, халҡы өсөн борсолоп, ихлас, изге ниәттән эшкә тотонғанға күрә уның башланғыс­тары уңышлы булалыр.
“Көндәлек”тең режиссеры Франгизә Илбәкова, тапшырыу­ҙың форматын билдәләп:
− Заманса тапшырыуҙарҙың үҙ стиле, формаһы булырға тейеш. “Көндәлек” проектының да үҙ форматы бар. Бер яҡтан, ул фәһемле, йөкмәткеле, икенсенән, уйын рәүешендә үтә. Ҡатна­шыусылар, тест яҙыуҙан тыш, бала саҡ хәтирәләре менән бүлешә, тәнәфес ваҡытында уйын уйнала. Бында ярыш сәме лә бар. Шуға тапшырыу ҡыҙыҡлы һәм заманса килеп сыға, − ти.
Тапшырыу күңелле барғанға тәү ҡарашҡа еңел генә төшөрөлгән кеүек тойола. Әммә ошо “еңеллек” артында әллә күпме көс ята. Кадрҙар уңышлы килеп сыҡһын өсөн йыш ҡына бер нисә дубль төшөрөргә тура килә. Шулай итеп, 26 минутлыҡ тапшырыуҙы эшләү өсөн оҙаҡ ҡына ваҡыт талап ителә. Алыҫ районда төшөрөлһә, ижади бригада таң менән сығып китеп, иртәгәһенә төндә генә әйләнеп ҡайта.
“Көндәлек” һүҙе айырым төплө мәғәнәгә эйә булырлыҡ. Баһалар танытмаһын ғына түгел, ә телебеҙҙе көн дә төрлө осраҡта ҡулланыу мөмкинлеген, кәрәклеген аңлатып тора кеүек ул. Ысынлап та, тел сәхнәлә түгел, ә көндәлек тормошта яңғыраһын, тигән теләктәлер күбеһе. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына бының киреһе күҙәтелә. Милли кейемдәр, борон­ғо йолалар кеүек, телебеҙ ҙә бөгөн сәхнәлә генә − тантаналар­ҙа, рәсми сығыштарҙа ғына яңғырай ҡайһы бер осраҡта. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән уны декоратив итәбеҙ. Декоратив әйбер, ғәҙәттә, тормош-көнкүрештә файҙаланылмай, ҡунаҡтарға күрһәтеү өсөн генә сығарыла ла аҙаҡ кире йәшереп ҡуйыла. Телебеҙҙе был яҙмышҡа дусар итһәк, милләтебеҙ ҙә, үҙебеҙ ҙә декоратив әйбергә әүереләсәкбеҙме шунан?! “Көндәлек” тапшырыуы ла, телебеҙ декоратив түгел, ә көндәлек булһын, тип иҫкәртә кеүек. Тапшырыуҙы төшөргән ваҡытта халыҡ күңеленә ҡуҙ һалына. Контроль эште яҙыусылар һорауҙар менән ҡыҙыҡһынып, белмәгәндәренә аҙаҡ яуабын табырға тырыша, тимәк, артабан әҙләнеүҙәрен дауам итә. Күбеһе һорауҙарҙы фаразлап, тапшырыу­ға әҙерләнеп килә, шулай белемдәрен дә яңыртып алалар.
“Көндәлек” ике тиҫтәгә яҡын районды урап сыҡты. Халыҡ тапшырыуҙы ярата, көтөп ала, районда ижади коллективты матур итеп ҡаршы алалар. Ошо көндәрҙә тапшырыу Ауырғазы районында төшөрөлдө. Билдәле шағирә Әлфиә Әсәҙуллина, Башҡор­тостандың халыҡ артисы Лилиә Фәтихова, “Йәшлек” гәзите ветераны Хәтирә Шәрипова тапшы­рыу­ҙа ҡатнашыу өсөн тыуған райо­нына ҡайтты. Райондағы етәкселәр, уҡытыусылар, табиптар, башҡа һөнәр эйәләре лә булды. Уларҙың береһе – Мораҙым ауылында инде 25 йыл “Урал” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе булған Вәкил Дилмөхәмәтов. Уны районда башҡорт рухын, туған тел ҡеүәтен тотоп тороусы тип тә атар­ға мөмкин. Төрлө ойошмаларҙы, шул иҫәптән мәктәптәрҙе лә ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Йәш быуын араһында “Йәшлек” гәзитен таратыуҙы ойошторған. Мал аҙығына йөҙ миндек әҙерләп биргән уҡыу­сылар бушлай гәзиткә яҙыла. Белем көнөндә йыл да тиҫтәгә яҡын бала ҡулына “Йәшлек” гәзитен тоттора хужалыҡ етәксеһе. Үҙе лә гәзитебеҙҙең әүҙем уҡыусыһы икән.
− Тапшырыуҙы ҡарап барам. Айырыуса Әлшәй, Ишембай, Күгәрсендә төшөрөлгәндәре хәтер­ҙә уйылып ҡалды. Беҙҙә лә үтәсәген ишеткәс, шатланып ҡатнашырға риза булдым. Ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙы күреп шатландыҡ. Тик барыһы ла ҡайта алманы. Районыбыҙҙан фән эшмәкәрҙәре күп сыҡҡан. Улар булһа, командабыҙ тағы көслөрәк булыр ине, − ти Вәкил Дилмөхәмәтов.
Талбазы лицейы уҡыусыларына “Көндәлек” тапшырыуы геройҙары матур өлгө күрһәтә, әлбиттә.
− Лицейҙа, нигеҙҙә, башҡорт балалары уҡыһа ла, татар, рус, сыуаш милләтле балалар ҙа бар. Кем башҡорт телен өйрәнергә, белергә теләй, мәктәбебеҙгә шуларҙы алабыҙ. Шуға күрә барыһы ла башҡорт телен яратып өйрәнә. Башланғыс кластарҙа дәрестәр башҡортса алып барыла, − ти лицей директоры Зөлфир Ҡыҙрасов. – Хәҙер балалар башҡорт телен тағы ла нығыраҡ хөрмәт итер.
Һорауҙарға яуап бирергә лә, уйын-көлкөгә лә ваҡыт табылды тапшырыу барышында. Ә еңеүсеһе Түрҫәғәҙе ауылы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Алһыу Вәлиева булып сыҡты.
− Тапшырыуға әҙерләнеп килгәйнем. Тәүге һорауҙарға тиҙ генә яуап бирҙем. Тестың икенсе өлөшөндә уйланырға тура килде. Бигерәк тә, Башҡортостанды икенсе Швейцария тип кем атаған, тигән һорау ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы, − тип тәьҫораттары менән бүлеште уҡытыусы.
Май айы аҙағында мәктәп уҡыу­сылары менән бергә тапшырыу ҙа каникулға китә. “Сентябрҙә, яңы уҡыу йылы башланғас, “Көн­дә­лек”­те бер аҙ үҙгәртеп сығарырға уй бар”, − ти Рәшиҙә Мәһәҙиева. Ауырғазыла төшөрөлгән тапшырыу йәкшәмбе көнө, 21 апрелдә, киске сәғәт 7-лә эфир­ға сыға.


Гөлфинә ҠЫҘРАСОВА, Талбазы башҡорт лицейы уҡытыусыһы:
− Бергә йыйылышып, аралашып ҡалыуыбыҙға шатланабыҙ. Белемде лә яңыртып алдыҡ. Һүҙ мәғәнәһенә төшөнөү өҫтөндә нығыраҡ эшләргә кәрәк, тигән фекергә килдем. “Мамыҡас” һүҙенең мәғәнәһен күбебеҙ белмәй булып сыҡты.

Ләйлә ХӨСӘЙЕНОВА, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт теле кафедраһы мөдире:
− Халыҡ араһында тапшырыу киң билдәлелек алды. Ысынлап та, башҡорттарҙы туплау, берләштереү йәһәтенән бик кәрәкле проект. Башҡа тапшырыуҙарҙы ҡабатламай, тип билдәләргә кәрәк. Сөнки ҡайһы бер тапшырыуҙар үҙәк каналдарҙан тәржемә итеп кенә алына бит.

Лилиә ФӘТИХОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:
− Тыуған районға йыш ҡайтып булмай, шуға күрә үҙ яғыма юл төшөү форсаты табылыуға бик шатландым. Икенсенән, тапшырыу бик дәртле, күңелле барҙы. Мәктәптә булып, парта артында ултырыу айырыуса тулҡынландырғыс, йәшлек, бала саҡ йылдарын күҙ алдына баҫтыра.

Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА, шағирә, “Китап” нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлеге редакторы:
− Ошондай осрашыуҙар күңелдәрҙе ҡанатландыра, байыта. “Көндәлек”тә ҡатнашып, көс-дәрт, илһам артып китте. Телебеҙҙә онотолоп барған һүҙҙәр мине һәр саҡ уйландыра, ҡулымдан һүҙлектәрҙең төшкәне юҡ. Шулай ҙа контроль эштән һуң бер нисә һүҙҙе ҡарап алырмын, тимен. Йәш быуын өсөн телепроекттың әһәмиәте ҙур. Мәктәп уҡыусылары тапшырыуға әҙерләнә, ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, сығыш яһайҙар. Аҙаҡ үҙҙәрен телевизорҙан ҡарап ҡыуаналар. Былар барыһы ла күңелдәрендә уйылып ҡалып, үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Хәтирә ШӘРИПОВА, “Йәшлек” гәзите ветераны:
− Тапшырыуҙың тартыу көсө бар, үҙ аудиторияһын таба, тимәк, тәрбиә әһәмиәте лә тормошҡа аша бара. Һөҙөмтәһе булыуы айырыуса ҡыуаныслы.

Мөнир ИҠСАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”