RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡсаңды ҡулың менән бир ҙә… аяғың менән йыйып ал

12.04.2013 Аҡсаңды ҡулың менән бир ҙә… аяғың менән йыйып ал

Аҡсаңды ҡулың менән бир ҙә… аяғың менән йыйып алХалыҡ һүҙе коллекторҙар хеҙмәттәре тырышлығы менән бөтөнләй башҡасараҡ мәғәнәгә эйә булған
Күптән түгел эш урыныма Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Мансур Шәрипов исемле бер ир кеше килеп инде. Ҡулына бер йомарлам ҡағыҙ, штемпелле почта конверттары тотҡанлыҡтан, был кешенең башына берәй нужа төшкәндер, тип уйлап ҡуйҙым. Яңылышмағанмын икән…
− Беләһегеҙме, минең йортома коллектор­ҙар килеп, ғаиләмә янап йөрөй. Бына шуға, полицияға барып, ғариза яҙҙым, прокуратураға китеп барам. Юл ыңғайында һеҙгә лә инеп, халыҡҡа мөрәжәғәт иткем килә.
− Туҡтағыҙ әле, ағай кеше. Әйҙәгеҙ әле, яйлап ҡына, баштан башлап һөйләгеҙ хәлегеҙҙе. Кредит алып, түләмәгәйнегеҙме?
Тынысланып алғас, Мансур проблемаһын тәфсирләп һөйләп бирҙе.
− Ҡатыным бынан ике йыл элек кредитҡа кеҫә телефоны һатып алғайны. Ваҡытында иҫәпләштегеҙ, ышаныслы клиентһығыҙ, тип, «Русский стандарт» банкы уға иҫәбендә 30 000 һум аҡса булған кредит картаһы ебәрҙе. Аҡсаһын тотонмаһаң, бер ниндәй сығым талап итмәй, тип ышандырғас, өйҙә ятты.
Тиҙҙән кәрәге тейҙе был кредит картаһының: малай ауырып киткәс, уны Өфөгә алып барырға аҡса кәрәк булды. Аҡсаһын тотондоҡ, ай һайын 1500 һумлап түләй башланыҡ. Ҡатыным, аҡса еткерә алмай, ике ай түләүен туҡтатып торған, уныһын мин белмәнем. Шулай ҙа, банкыға шылтыратып, күпме түләргә кәрәклеген белеште лә, бурысын да, түләүҙе тотҡарлатҡан өсөн штрафын – бөтәһе 4500 һумды түләп, иҫәбен ябып ҡуйҙы. Былтыр, 2012 йылдың июнендә, алдан түләп бөтөп, баяғы кредит картаһын ябып ҡуйҙыҡ.
Йәй үтте, көҙ етте. Ҡатынымдың нимәгәлер кәйефе юҡлығын, тынысһыҙ булыуын күреп, сәбәбен һораным. Баҡһаң, уға Магнитогорск ҡалаһынан коллекторҙар шылтыратып, төрлө проблемалар менән янай икән. Эшеңә, туғандарыңа шылтыратабыҙ, тип ҡурҡытҡас, ҡатыным уларға ике тапҡыр 1500-әр һум аҡса ла түләп өлгөргән. Бурыс юҡлығын иҫбатлаусы квитанциялар ҡулыбыҙҙа була тороп та. Быларын ҡатыным миңә һөйләгәс, ул коллекторҙарҙың үҙҙәренә шылтыратып, проблеманың бөтөнләй юҡлығын, беҙҙең банк алдында бурысыбыҙ булмауын, уның ваҡытынан алда ябылыуын аңлаттым.
Бер мәл, киске сәғәт 8-ҙә йорт янына еңел машина килеп туҡтаны, өйҙөң ишеген шаҡынылар. Уны-быны уйламай, ишекте асып ебәрҙем. Ике әзмәүерҙәй ир килеп инде. Береһе үҙен, Саша, тип таныштырҙы. Тәүҙә әҙәпле генә итеп, үҙҙәренең беҙгә «Русский стандарт» алдындағы бурысыбыҙҙы түләтеү ниәте менән килеүен аңлаттылар.
− Туҡта, ошо урында уларға ҡулығыҙҙағы квитанцияларҙы күрһәтеп, проблеманы хәл итеп булмай инеме ни?
− Мин дә шулай тип уйлағайным да ул. Тик, коллекторҙарҙың пландары бөтөнләй башҡа булып сыҡты. Уларҙы минең бурысым булыу-булмауы ҡыҙыҡһындырмай, уларҙы минән даими рәүештә аҡса һығып йөрөү ҡыҙыҡһындыра ине. Ҡатынымдан түгел, ә тап минән. Проблеманы хәл итер өсөн бөгөн 2500 һум түләһәгеҙ, етеп торор, тинеләр.
− Түләнегеҙме?
– Булмаған бурысты нишләп түләйем ти? Юҡ, тип өҙә һуғып әйттем. Шунан башланды ла инде был мәхшәр. Аҙна һайын, ҡайсаҡ аҙнаһына ике тапҡыр өйөмә коллекторҙар килә башланы. Тәүҙә матур ғына итеп һөйләшә башлайҙар ҙа, янауға күсәләр. Йортобоҙҙағы телевизор, мебель кеүек йыһаздарҙы, ишек алдындағы еңел машиналарҙы яҙып алдылар, тиҙҙән был әйберҙәр­ҙең барыһын да тейәп алып китәсәкбеҙ, бер нәмә лә юғалмаһын, тип бәйләнәләр. Эш шуға барып етте − мине үлтереп, кәүҙәмде берәй кеше йөрөмәгән ергә тығып китеү менән янай башланылар. Үҙҙәрен бандиттар кеүек тоталар.
− Полицияға хәбәр итмәнегеҙме?
− Шылтыраттым. Тик файҙаһы булманы. Участковый килеп, мине тыңланы ла, был кешеләрҙең енәйәт ҡылыуын иҫбатларлыҡ бер ниндәй ҙә дәлил юҡ, тине лә ҡуйҙы. Үлтереү менән янанылар, тиһәм, был бит ҡоро һүҙ генә, ғәмәл түгел, тине. Икенсе тапҡыр, этемде атып үлтерергә тип, пистолет сығарып тоҫҡанылар, тиһәм, участковый: «Улар уйынсыҡ пистолет менән йөрөй ул», − тип, трубкаһын һүндерҙе. Мотлаҡ мине үлтереүҙәрен көтөргә кәрәкме икән? Иртәгәһенә эске эштәр бүлегенә барып, Магнито­горскиҙан шул-шул номерлы шул-шул машинала шундай-шундай кешеләр килеп, мине үлтерергә тип йөрөнө, тип, енәйәт эше ҡуҙғатыуҙарын һорап, ғариза яҙҙым. Беләһеңме, ниндәй яуап алдым? «Һеҙгә янап йөрөгән банк хеҙмәткәрҙәренең шәхестәрен асыҡлау мөмкин булмағанлыҡтан, енәйәт эше асыу мөмкин түгел»,− тигән формулировка менән ғаризамды ҡәнәғәтләндермәнеләр. Полиция хеҙмәткәрҙәре коллекторҙар менән бәйләнешкә инергә теләмәй – шуныһы ҡурҡыныс. Ғөмүмән, кешенең беҙҙә башҡаларҙың проблемаһына битараф булыуына аптырайым: күршеләремә, минең йортома шул-шул ваҡытта шундай маркалы, шундай төҫлө машина килеүен иҫбатлап, ҡултамға ҡуйығыҙ, тиһәм, «күрмәнем дә белмәнем»дән һалдыралар. Бөгөн миңә килгәс, иртәгә уларға ла килеп, тиктомалдан бәйләнеүҙәре ихтималлығын уйламайҙармы икән? Шуға ла гәзит аша халыҡҡа мөрәжәғәт иткем килә: бер-берегеҙҙең хәленә инә белегеҙ, проблемалары менән яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Ғәҙелһеҙлеккә ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай. Ҡатыным Сибай ҡала дауаханаһында эшләй. Мин уның етәксеһенә, О. Хакимйәновҡа, инеп, үҙебеҙҙең проблеманы һөйләп бирҙем, полиция хеҙмәткәрҙәренә әҙерәк баҫым яһауын һораным. Минең дә, ҡатынымдың да кеше алдында оялырлыҡ еребеҙ юҡ: берәүҙең дә аҡсаһын урламағанбыҙ, бурыстарыбыҙҙы түләмәйенсә, ҡасып йөрөмәйбеҙ. Полицияға ла, прокуратураға ла яңынан барасаҡмын, ғәҙеллек даулап.
Мансур ағай сығып киткәс, өҫтөмә килеп ауған мәғлүмәт ҡатламын «иләп» оҙаҡ ҡына ултырҙым. Ысынлап та, кредит, коллектор­ҙар хаҡында йыш ҡына шылтыраталар. Әле бына, бер-ике ай элек, Темәстән бер ҡатын шылтыратып, уҡып йөрөгән ҡыҙы алған кредитты коллекторҙар ата-әсәһенән таптырыуын һөйләгәйне.
Мансур ағайҙың полиция хеҙмәткәрҙәренә үпкәһе ҙур булыуын хәтерләп, Сибай эске эштәр бүлегенең участковыйҙар бүлегенә мөрәжәғәт иттем. Сысҡанға – үлем, бесәйгә – көлкө, тигән һымағыраҡ килеп сыҡты ул һөйләшеү:
− Бындай мөрәжәғәттәр бихисап, әммә улар буйынса бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итеп булмай. Коллекторҙар ҙа аңра түгел: ҡасан, кемгә ҡатыраҡ бәрелергә, ә кем менән һөйләшеүҙе эшлекле сиктәрҙә алып барырға өйрәнеп бөткәндәр. Береһен тотоп алып, шул-шул кешене үлтерәм, тип әйткәнһең, тиһәң, әлбиттә, ул аптырауға ҡаласаҡ: «Нимә һөйләйһегеҙ һеҙ?! Бына минең был клиент менән алып барылған эшем буйынса отчеттарым, бына шәхесемде раҫлаусы документтарым − минән ниндәй үлтереүсе?! Бурыстарын түләмәҫ өсөн улар әллә нәмәләр һөйләйәсәк!» Мин нимә тип әйтмәксе булам: кешеләр ул коллекторҙар менән бәйләнешкә барып етешкәндәр икән, өйҙәрендә видеояҙма, аудиояҙма алып барыуҙы яйға һалһындар. Ана, был Шәрипов әфәнде лә бит йортон ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенә һаҡҡа ҡуйҙы, «хәүеф төймәһе» һатып алды. Һәм был дөрөҫ тә: үҙ хәлеңде үҙең ҡайғыртырға тейеш­һең. Коллекторҙарға килгәндә, улар менән нисек һөйләшергә кәрәклеген юристарҙан һорағыҙ. Проблеманың буш урында ҡуйыртылғанлығын, халыҡтың ҡурҡаҡлығынан, үҙ хоҡуҡтарын белмәгәнлектән йонсоуын аңларһығыҙ.
Аҡсаңды ҡулың менән бир ҙә… аяғың менән йыйып алЫсынлап та, юристарҙан яуап оҙаҡ көттөрмәне: Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Александр Баталов (һүрәттә) тап шул «банк-клиент» проблемаларын хәл итеүҙә махсуслашҡан икән һәм минең һорауға ихлас яуап яҙып ебәр­ҙе.
− Был проблема асылда бик киҫкен тора. Сибайҙа, беҙҙең Баймаҡта улайтып кешене ҡурҡытып йөрөгәс, ауылдар­ҙа хәлдең нисек тороуын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, моғайын? Күршеләре, ауылдаштары алдында мәсхәрәгә ҡалмайым тип, ауылдыҡылар, һыйырҙарын һуйып, коллек­тор­ҙар менән Магнитогорскиға алып барып, арзан ғына хаҡҡа тапшырып йөрөүен дә беләм. Баймаҡтан бер ғаиләне урманға алып сыҡҡандар. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме? Урманға алып сығыу – 1990 йылдар­ҙағы популяр бандит алымы: ҡырға алып сығып, үҙеңдән ҡәбер ҡаҙҙырталар, йә булмаһа, башыңды Һаҡмарға тығып-тығып алалар. Булмаған бурысыңды ла түләп ебәрерһең.
Коллекторҙар янаһа, нимә эшләргә? Беренсенән, тынысланырға: коллекторҙар­ҙың эшенең уңышы клиенттың йөрәгенә ҡурҡыу һалыуға туранан-тура бәйле. Уларҙың эшен еңеләйтмәгеҙ. Әйткәндәй, һәр банкының үҙенең хәүефһеҙлек хеҙмәте, бурыстар­ҙы ҡайтарыу менән булышыусы белгестәре бар. Улар, коллекторҙарҙан айырмалы рәүештә, һеҙгә бер ваҡытта ла ҡаты бәрелмәйәсәк. Һеҙ бурыстарығыҙҙы түләмәүҙе дауам итһәгеҙ, улар коллекторҙар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Коллекторҙар үҙ сиратында граждандарҙың үҙ хоҡуҡтарын белмәүен, уларҙың хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәүенән файҙалана.
Коллекторҙарҙың яратҡан эш алымы – янау­.
1-се янау: «Беҙ һеҙҙең бөтә мөлкәтегеҙҙе иҫәпкә алып, тартып аласаҡбыҙ»
Бындай янау һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы боҙа. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең теркәлгән йәки йәшәгән урынығыҙға тик ҡулдарында суд ҡарарына нигеҙләнгән башҡарыу ҡағыҙы тотҡан суд приставтары ғына килә ала.
2-се янау: «Беҙ һеҙҙең йортоғоҙҙо тартып аласаҡбыҙ»
Һеҙҙең торлаҡтың тейелмәүлеге закон тарафынан яҡланған, шуға бындай янауға ышанып, ҡурҡып ултырмағыҙ. Йәшәргә яраҡлы өйөгөҙ бер нисә булһа, йә ипотека залогында иҫәпләнһә, уныһы икенсе эш, әлбиттә. Әммә коллекторҙар барыһын да ошо стандарт янау менән ҡурҡытырға ярата.
3-сө янау: «Түләмәһәгеҙ, барлыҡ пеня, проценттар менән штрафҡа тарттырасаҡбыҙ!»
Был янау тормошҡа ашырырлыҡ булһа, банк коллекторҙарға мөрәжәғәт итеп тормаҫ ине. Судта банкының һеҙҙең түләмәүегеҙ арҡаһында ныҡ мохтажлыҡ кисереүен иҫбатлай алыуы бик икеле.
4-се янау: «Түләмәһәгеҙ, эштәге коллегаларығыҙға, етәксегеҙгә, туғандарығыҙға шылтыратып, фашлаясаҡбыҙ»
Бындай янауҙан, башлыса, кеше алдында оятҡа ҡалмаҫҡа тырышыусыларҙың барыһы ла баҙап ҡала. Был хәлгә ҡалһағыҙ, алдан уҡ коллегаларығыҙға, етәксегеҙгә, етди сәбәптәр буйынса банкыға бурысығыҙҙы түләй алмауығыҙҙы аңлатып, хәбәр итегеҙ. Барыһы ла донъя көтә, барыһының да үҙ проблемалары бар, шуға оялмағыҙ. Коллекторҙар шылтыратһа, коллегаларығыҙ ҙа, туғандарығыҙ ҙа улар менән һөйләшеп, тыңлап тормаһын.
Үҙегеҙҙе закон тарафынан яҡларға теләһәгеҙ, тағы бер эште атҡарып ҡуйырға кәрәк булыр. Кредит алған ваҡытта һеҙ, моғайын, банкыға үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерергә ризалыҡ биреп, ғариза яҙған­һығыҙ, хәҙер килеп, һеҙгә шул ғаризағыҙҙан баш тартып, банкының баш офисына рәсми хат яҙып, уны почта аша заказлы корреспонденция итеп ебәреү кәрәк була. Банк был хатығыҙҙы алғас та, коллекторҙар һеҙҙең туғандарығыҙға, коллегаларығыҙға һеҙҙең кемгә, күпме бурысығыҙ барлығын фаш итеп йөрөһә, һеҙ уларҙы РФ Енәйәт кодексының 137-се, 183-сө статьяларын (шәхси тормоштоң тейелгеһеҙлеге, банк серен фашлау) боҙоуҙа ғәйепләп, хөкөмгә тарттырыуҙы талап итә аласаҡһығыҙ. Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе кешегә таратыуҙы тыйып, банкыны иҫкәрткәс тә, улар коллекторҙарҙы был хаҡта аңғартасаҡ.
5-се янау: «Үҙегеҙҙең балаларығыҙ өсөн ҡурҡмайһығыҙмы?» йәки: «Тыныс йоҡлармын тип уйлайһығыҙмы?»
Бындай һүҙҙәрҙе ишетһәгеҙ, йәки ишетербеҙ тип уйлаһағыҙ, кеҫәгеҙҙә тоҡандырылған диктофон йөрөһөн. Элемтә операторығыҙҙы алдан аңғартып ҡуйығыҙ − кәрәк саҡта һеҙгә шылтыратҡан һәр абонент менән һөйләшеүҙең яҙмаһын алып, енәйәт эшенә беркетеү өсөн. Шулай уҡ, өйөгөҙҙө видеояҙма алып барыусы аппаратура менән йыһазландырығыҙ – был һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙе дәлилләүгә ныҡ ярҙам итәсәк.
Коллекторҙарҙың һәр һүҙен үтәргә ашыҡмағыҙ. РФ Граждандар кодексының 385-се статьяһына ярашлы, банк бурысығыҙҙы коллекторҙар хеҙмәтенә тапшырыуы хаҡында һеҙҙе мотлаҡ рәсми рәүештә аңғартырға тейеш. Кире осраҡта һеҙ коллекторҙарҙың талаптарын үтәргә тейеш түгелһегеҙ. Ошо уҡ статьяның 2-се бүлегенә ярашлы, коллектор­ҙың ҡулында банкының уға биргән вәкәләттәрен иҫбатлаусы, нотариаль раҫланған ышаныс ҡағыҙы булыуы зарур.
Быларҙан тыш, һеҙҙең ҡатнашлығығыҙҙан тыш сығарылған суд ҡарары буйынса таптырылған бурыстарҙы ла түләргә ашыҡмағыҙ. Рәсәй Конституцияһына ярашлы, һәр граждан судта үҙенең мәнфәғәттәрен туранан-тура яҡлау хоҡуғына эйә. Тимәк, һеҙһеҙ үткән суд ултырышы ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдерергә хоҡуғығыҙ бар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”