RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Барыһы ла ус төбөндәге кеүек

12.04.2013 Барыһы ла ус төбөндәге кеүек

Барыһы ла ус төбөндәге кеүек                         Космик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса инновация-белем биреү үҙәге ерҙәге һәр үҙгәреште теүәл асыҡлай
Хәҙер баҫыуҙар һәм урмандар торошон, йылғалар үҙгәрешен белер өсөн мотлаҡ урын­ға сығырға кәрәкмәй, ә барыһын да йыһандан күҙәтергә мөмкин. Планетабыҙ туҡтауһыҙ үҙгәрә, литосфера плиталары даими хәрәкәттә. Республика аҫтындағы ерҙең нисек үҙгәргәнен дә әлеге лә баяғы космос аша белергә була.
Бер йыл элек Башҡорт дәүләт университеты базаһында Космик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса инновация-белем биреү үҙәге асыл­ғайны. Уның янында координациялау советы булдырылған, ул төрлө йүнәлештәрҙә – сейсмология, гидрология, геология, геодезия өлкәләрендә эшләгән етештереүселәрҙе һәм ғалимдарҙы берләштерә. Университет бинаһының ҡыйығында урынлаштырылған референц станция “Глонасс” һәм GPS сигналдарын ҡабул итә. Бөтә мәғлүмәт миллиметрҙың меңенсе өлөшөнә тиклем теп-теүәл. Бындай үҙәктәр Пермь крайында, Киров, Түбәнге Новгород, Һамар өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында ла булдырылған.
Үҙәк күрһәткән хеҙмәттәр бик күп. Шуларҙың араһында – Рәсәй һәм сит ил ҡорамалдары ярҙамында планетабыҙҙы алыҫтан тороп зондлау юлы менән алған мәғлүмәтте таратыу. “Йыһан хеҙмәте күрһәтеү – ғәҙәти булмаған тәҡдим. Ул барыһына ла кәрәк. МЧС хеҙмәткәрҙәре янғын йәки ташҡын ихтималлығын күҙаллай, углеводород сеймалы табыусылар ер ҡабығы хәрәкәтен күҙәтә, аграрийҙарға баҫыуҙағы хәл-торош тураһындағы хәбәр кәрәк. Станцияла алынған бөтә мәғлүмәт эшкәртелә һәм власть органдарына, тейешле ведомство, хеҙмәттәргә тапшырыла”, – тине ошо үҙәктең директоры, техник фәндәр кандидаты, БДУ-ның география факультетының туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм физик география кафедраһы доценты Шайхил-Ислам Ҡотошев.
2012 йылдың июленән веб-портал эшләй башлаған, уның төп маҡсаты – референц станцияларҙан алынған мәғлүмәтте туплау һәм архивлаштырыу. Был үҙ сиратында ер өҫтөнөң геодинамик үҙгәрештәрен күҙәтергә һәм авария хәлендәге йорттарҙы емереү, йә төҙөлөш буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ баш ҡалалағы йөҙҙән ашыу хәүефле объект бер кварталға өс тапҡыр тикшерелә, уларҙа авария булыу-булмау хәүефе баһалана.
Инновация-белем биреү үҙәге белгестәре тикшеренеү эштәре менән генә шөғөлләнмәй, буласаҡ картограф, геолог, гидрометеорологтарға белем дә бирә. Студенттар глобаль навигацияның юлдаш системалары менән таныша, предприятиеларҙа практика үтә. Бынан тыш, үҙәк сит ил белгестәре менән бәйләнеш булдырған, студенттарға сит илдәге тиҫтерҙәре менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге тыуҙырылған. “Роскосмос” менән эшләү – төп йүнәлештәр­ҙең береһе.
Космик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса инновация-белем биреү үҙәге көсө менән Өфө, Сибай, Нефтекама, Октябрьский һәм Учалыла референц станциялар асылған. Йыл аҙағында Өфө ҡалаһының 84-се гимназияһында йыһан хеҙмәттәре үҙәге булдырылған. “Бындай ойошмалар күләмен унға тиклем арттырырға уй бар”, – ти Шайхил-Ислам Борһан улы.
Былтыр 6 сентябрҙә Учалыла 3.0 ML магнитудалы ер тетрәү булғайны. Ер ҡатламындағы үҙгәреш яҡын тирәләге ун станцияла теркәлгән. Ваҡиғанан һуң бөтә мәғлүмәт йыйылып, изосейст картаһы төҙөлгән. Ер тетрәү эпиүҙәге Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты янына тура килгән, ул ике саҡрым тәрәнлектә булған. Ошондай үҙәктәр ярҙамында кескәй генә үҙгәрештәрҙе тойорға мөмкинлек барлыҡҡа килә.

Гүзәл ЙОСОПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”