RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙебеҙҙең дә йыһангирыбыҙ бар

12.04.2013 Үҙебеҙҙең дә йыһангирыбыҙ бар

Үҙебеҙҙең дә йыһангирыбыҙ барУрал Солтанов – кабинаһы сатнаған МиГ-та рекорд ҡуйып, иҫән ҡалған осоусы
Шуныһы ҡыуаныслы, беҙгә, журналистарға, төрлө һөнәр эйәләре, төрлө вазифаларҙа эшләүсе кешеләр, оло шәхестәр менән осрашыу мөмкинлеге бар. Әлбиттә, яҡындан йыһангир менән туған телдә аралашырмын тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Урал Солтанов менән тәүҙә яҡын кешем, профессор Тимербәк Ғәзиз улы Ниғмәтуллин (хәҙер мәрхүм инде) ярҙамында телефон аша таныштым һәм бер нисә көндән һуң уның менән Матбуғат йортонда осрашыу мөмкинлеге тыуҙы. Быны ғүмеремдең бер онотолмаҫ бәхетле миҙгеле тип һанайым. Тыуған ауылым Ҡыңғыр-Мәнәүездән егерме дүрт саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Никифар (Әлшәй районы) ауылында буласаҡ космонавтың донъяға килеүе, әлбиттә, күптәребеҙҙә ғорурлыҡ хисе уята. Ә инде “Рәсәй Федера­цияһының атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы” тигән мәртәбәле исемгә, шулай уҡ башҡа юғары наградаларға лайыҡ булған шәхес менән аралашыу киләсәктәге ижадыма яңы биҙәктәр өҫтәне.
Иллегә яҡын самолетты үҙенә буйһондорғансы беренсе класлы осоусы-һынаусы Урал Нәжиб улы тәүҙә Ҡазанда Суворов училищеһында, һуңыраҡ Харьковта осоу­сыларҙың юғары хәрби-авиация училищеһында белем ала, осоусы-инструктор булып хеҙмәт итә. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ул Мәскәү эргәһендәге Жуковский ҡалаһында осоусы-һынаусылар мәктәбен тамамлай. Ә Громов исемендәге осоу-тикшеренеү институтында эшләгән осорҙа Мәскәү авиация институтында инженер дипломына эйә була. Белем үрҙәренә тайпылышһыҙ үрләгән осоусы Урал Солтанов космонавтика менән мауыға. Йөҙләгән медицина-психологик, ведомство-ара комиссияларҙы уңышлы үтеп, ул 1983 йылда осоусы-йыһангир-һынаусылар отрядына ҡабул ителә, ә 1987 йылдың июлендә, Юрий Гагарин исемендәге Космонавтар әҙерләү үҙәгендә тулы әҙерлек курсын тамамлап, йыһангир-һынаусы таныҡлығын ала.
Урал Солтанов үҙенең егерме йыл ғүмерен осоу-тикшеренеү институтында эшләүгә, самолет­тар­ҙы һынауға бағышлай. Ә бит уның атаһы Нәжиб ағай һуғыш осоронда истребителдә осҡан. Әсир­леккә эләкмәгән булһа, ул һуғыштан һуң ветеринар түгел, ә осоусы булып хеҙмәт итер ине, бәлки.
Урал иһә атаһының тәүге һөнәренә тоғро ҡала. Хатта ул күп тапҡыр осорола торған “Буран” йыһан карабын осошҡа әҙерләүҙә ҡатнаша.
− “Буран” карабында осоу өсөн өс экипаж әҙерләнде, – тип һөйләй Урал Солтанов. – Мин йыһангир Саша Лавейкин менән осорға тейеш инем. Йыһан карабын осош­ҡа әҙерләгәндә беҙгә күберәк ҡара эште башҡарырға, Байконурҙа бик оҙаҡ булырға, МиГ − 25, Су − 25 самолеттарында ҡатмарлы һауа шарттарында осорға тура килде.
Шуныһы аяныслы, туҡһанынсы йылдар башында “Буран” буйынса эштең туҡтатыласағы мәғлүм була. Билдәле инде, аҡса етешмәү бәкәлгә һуға. Ә бит әлеге карапты осороу­ға әҙерләүгә Өфө инженеры шаҡтай ҙур өлөш индерә.
– Үҙемә килгәндә, йыһангир булырға бер ҡасан да хыялланманым, исемемде лә ғаләмгә яңғыратырға ынтылманым, ғүмерем буйына осоусы-һынаусы булырға һәм осоу-тикшеренеү институтында Александр Щукин, Олег Кононенко, Римас Станкявичус, Анатолий Левченко кеүек дуҫтарым менән бергә эшләүемә шулай уҡ шатмын. Бик тә ҡыҙғаныс, ошо дуҫтарымдың һәммәһе төрлө һәләкәткә осраны. Уларҙың рухы алдында башымды эйәм, − ти Урал Солтанов.
Ә бит егерме туғыҙ йыл дауамындағы осоу-һынау ваҡытында Урал Нәжиб улына ла төрлө хәлдәргә дусар булырға тура килгән. Күктә үткәргән 4500 сәғәттең һәр секунды үҙенсә хәүефле бит. Уға ошо дәүер эсендә ниндәй генә самолеттарҙа осорға тура килмәгән. Етмешенсе йылдарҙа МиГ−15 самолетында, һуңыраҡ МиГ−21, 23, 25, 27, 31, Ил−62, Су−26, Су−27 һәм башҡа төр самолеттарында оса. Нисек кенә булмаһын, Урал Солтанов истребителдәрҙе үҙ итә. Урал ағай осоусы-һынаусы ғына түгел, МиГ самолеттарында төрлө рекордтар ҙа ҡуйған кеше. Төрлө самолеттар­ҙы үҙенә буйһондороп, уларҙы теләһә ниндәй режимда һынаған. Хатта кабинаһы сатнаған самолетта осоп та иҫән ҡала...
Осоу – бер нәмә, ә инде берәй һәләкәт була ҡалһа, анализларға, хатаны эҙләргә кәрәк. Иҫән ҡалғың килһә, дөрөҫ сиселеш табырға ла кәрәк. Тимәк, һөнәреңә мөкиббән бирелергә, эҙмә-эҙлекле фекер йөрөтөргә, теге йәки был машинаның “йөрәге” нисек типкәнен тойор­ға кәрәк.
Урал Нәжиб улы 1992 − 1996 йылдарҙа осоу-һынау мәктәбенең на­чальник урынбаҫары булып эшләй. Был осорҙа Ҡытай, Украина, Дания, Франция, Австралия, Америка осоу­сылары менән дә эш итергә, хатта Американың Ф−15, т−38, Си−141 реактив, шулай уҡ Фран­цияның Мираж−3, Мираж−2000 самолеттарында ла осорға тура килә.
Иҫ киткес тәжрибәле белгес булыуы, өҫтәүенә, француз, инглиз телдәрен белеүе лә Урал Солтанов­ҡа уңыш артынан уңыш килтерә. Ул шулай уҡ француз космонавтары Жан Лу Кретьенға, Мито Маруаға, Пьер Эньерға ла дәрестәр бирә.
Утыҙ дүрт йәшендә үк хаҡлы ялға сыҡһа ла, Урал Нәжиб улы эшләүен дауам итте. Әлбиттә, ул күптән инде осмай. Баштараҡ ҙур булмаған хеҙмәт хаҡына Жуковский ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Өлкәне Лилиә, Американың бер университетында аспирантура тамамлап, ғалим булды. Кесеһе Наталия Мәскәүҙә йәшәй. Икеһе лә тормошта үҙ урынын тапҡан.
Ә Урал Солтанов иһә әсәһе Гүзәл Ғүмәр ҡыҙы йәшәгән Өфө районының Михайловка ауылына йыл һайын ҡайтып йөрөнө. Һуңынан уны барыбер Өфө үҙенә тартты. Ул халыҡ-ара аэропортта осоу хәүеф­һеҙлеге хеҙмәте етәксеһе булып эшләне.
Урал Нәжиб улы – “Космонавтика алдындағы хеҙмәттәре өсөн”, Королев исемендәге миҙалдарға эйә булған оло шәхес. Башҡортостан бөркөтө, республиканың данлыҡлы улы, берҙән-бер йыһангирыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланырға ғына ҡала.

Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”