12.04.2013 «Бер тин түләү өсөн мең һум аҡса сарыф иттек»
Фекере менән уртаҡлаша
Флүрә НИЗАМОВА, Әбйәлил районының Хәлил ауылы:
– Кешеләрҙең бер-береһенә юҡ-бар өсөн асыу йөрөтөүе, көнсөллөк хөкөм һөрөүе бик ныҡ тамыр йәйеп киткән. Ошо турала уйланғанда, бер хәҙис хәтергә килә. Аллаһы Тәғәлә кеше тәнендә дүрт гәүһәрҙе бар иткән. Шуларҙы дүрт кире сифат юҡҡа сығара: аҡылды – асыу, динде – көнсөллөк, оятты – нәфсе, изгелекте – ғәйбәт. Ә бит күптәребеҙҙә ошо дүрт сифат хакимлыҡ итеп, хаҡ юл менән барырға ирек бирмәй. Йыш ҡына кешеләр башҡаларҙы үткән гонаһтары өсөн ғәйепләй. Әҙәм балаһы элекке гонаһтары өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында ғына яуаплы. Кеше дөрөҫ юлға баҫҡан икән, ни өсөн үткән тормошон иҫкә төшөрөргә? Шулай, йыш ҡына хәҙер мәсеттәребеҙҙә мулла, хәҙрәт булып йөрөгән дин әһелдәребеҙгә урынһыҙ ғәйептәр ташлана. Аллаға шөкөр, бөгөн ауылдарҙа мәсеттәр асыла. Урындағы хәҙрәттәр хаҡында ғәйбәт ҡуйыртып, ниңә халыҡты шул мәсеттәргә йөрөүҙән биҙҙерергә һуң? Башҡаларҙың етешһеҙлектәрен күрер алдынан иң тәүҙә үҙ күңелебеҙҙе байҡаһаҡ икән.
Рәхмәт әйтә
Зифа ӘЛИБАЕВА, Баймаҡ районының Байыш ауылы:
– Күптән түгел Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында әсәйемдең юбилейын билдәләп ҡайттыҡ. Ошо уңайҙан ауыл клубы мөдире Әлфидә Ултыраҡова, художество етәксеһе Гөлнур Тарасоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өлкәндәргә ҙур иғтибар бүлә. Һәр оло кешенең юбилейын матур итеп үткәреп торалар. Ауылда байрам саралары, концерттар ҙа ҙур әҙерлек менән ойошторола. Оло йәштәгеләргә һәр саҡ йылы ҡарашта булып, ярҙам күрһәтеп торғаны өсөн ветерандар советы рәйесе Фәтих Сынбулатовҡа ла рәхмәт һүҙҙәремде белдерәм.
Ғибрәтле хәл хаҡында
һөйләй
Рәйсә ҠАЗЫХАНОВА, Салауат районының Иҙелбай ауылы:
– Яңыраҡ һалым түләү инспекцияһынан хат килеп төштө. 84 тин түләнмәй ҡалған булған. Һалымды Дыуан районына барып түләргә кәрәк, юл алыҫ ҡына. Башҡа сара ҡалмағас, барып ҡайтырға тура килде. 84 тин өсөн бензинға 400 һум аҡса тотонолдо. Улай ғына булһа икән. Тынысландыҡ ҡына тигәндә, бер нисә көндән тағы хат килде. Был юлы бер тин түләнмәй ҡалған, тип яҙғандар. Шул бер тинде түләп бөтөү өсөн йәнә юлға сығырға тура килде. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Хеҙмәткәрҙәрҙең иғтибарһыҙлығына, яуапһыҙлығына йән әрней.
Һорау бирәләр
Минзилә АТАНБАЕВА, Йылайыр районы:
– Өфөлә 5-се курста көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөйөм. Икенсе бала тыуғас, бала ҡарау буйынса пособие юллау мәсьәләһе ыңғай хәл ителмәне. Беренсе бала тыуғанда пособие түләнгәйне. Икенсе бала өсөн ҡаралмағанмы?
Был һорауға Йылайыр районы хакимиәте хеҙмәт һаҡлау һәм социаль яҡлау бүлеге начальнигы Рауил Нәҙерғолов яуап бирҙе:
«Был пособиены түләүҙә сикләүҙәр бар. Студент академик отпуск алмаһа, пособие тәғәйенләнмәй. Был осраҡта баланың атаһы эшләмәй икән, пособиены уның исеменә юлларға мөмкин».
К. АБДУЛЛИНА, Әбйәлил районының Әүмеш ауылы:
– Бәләкәй балам бар. Беҙгә урындағы дауахананан балалар өсөн туҡланыу ҡаралған. Әммә быйыл туҡланыу тәьмин ителмәй. Әллә бындай ярҙам бөтөрөләме?
Таштимер ауыл амбулаторияһы педиатры Земфира Досманованан ошондай яуап алдыҡ:
– Яңы йылға тиклем балалар өсөн аҙыҡ квартал һайын бүленеп торҙо. Уны район дауаханаһы үҙе ала ине. Әммә быйыл туҡланыу менән тәьмин итеү үҙәкләштерелде – аҙыҡты Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша алабыҙ. Һуңғы өс айҙа аҙыҡ бүленмәне. Уны апрель айында көтәбеҙ. Кем дарыуханаға ғариза тапшырған, барыһы ла аҙыҡты мотлаҡ аласаҡ.
Шылтыратыуҙарҙы
Мөнир ИҠСАНОВ ҡабул итте.