09.04.2013 БЕҘҘЕҢ ФАЙҘАҒА ЛА БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ
Һәр кем үҙенсә йәшәй. Үҙенә бикләнеп, үҙен генә ҡайғыртып йәшәгәндәргә ҡарағанда, халҡым, йәш быуындың, милләтемдең киләсәге, тип, үҙҙәренең йәнен йәлләмәүселәр сал тарихта бихисап. Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин, Кинйә Арыҫланов һәм башҡа бик күптәр, матди яҡтан етеш тормошта йәшәп тә, милләт киләсәге өсөн үҙҙәрен аямаусы, бар булмышы менән йәш быуындың киләсәге өсөн көрәшеүсе ҡаһарман шәхестәр, изге күңелле кешеләр. Ошондай шәхестәрҙең олатайҙары быуынын, йәғни шәжәрә ағасын ентекләп өйрәнеп, йәшәү рәүешенә иғтибар итһәң, нәҫел-нәсәптәренең дә һәр саҡ кешелекле, изгелекле булып ҡалыуына инанаһың. Үҙең тураһында уйламай, кеше бәхете өсөн көрәшеү ҡандан биреләлер, күрәһең.
Кинйә Арыҫлановтың Һеләүһен исемле улынан таралғандарҙың йәшәйешен өйрәнгәндә башҡорт халҡына хас дөйөм күренештәргә шаһит булдым. Ата-бабаларыбыҙҙың изгелеклеге, миһырбанлығы арҡаһында, ташландыҡ башҡа милләт балалары ҡурсаланып, тәрбиәгә алынып, «сыуаштар» зат араһы исемдәрен барлыҡҡа килтереүҙәре тураһында «Шәжәрә тәрбиәгә эйә» китабында яҙғайным. Эҙләнеүҙәр барышында изгелекле кешеләрҙе сит тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында ла осратырға тура килде. Һеләүһен Кинйиндың ете-яты Зөбәйҙә апай Айыуҡасова һөйләүенсә һәм яҙыуынса, уның атаһы Мөхәмәтйән шул ҡәҙәре изге күңелле, кешелекле булған, 1921 йылғы йотлоҡта ике туған ағаһы Мырҙағолдоң улы Ташбулат үкһеҙ етем ҡалғас, туғыҙ йәшлек баланы аҫрауға алып, үҙ балаһы кеүек ҡарап үҫтерә, өйләндерә, үҙенең изгелеклеге, зыялылығы менән үҙ нәҫелен егерме бер кешегә арттыра. Мөхәмәтйәндең тормош юлдашы Хәтирә лә кеше киләсәген ҡайғыртыусан, ҡыйырһытылғандарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алырға әҙер торған оло йөрәкле ҡатын була. Бер көндө урамда илап йөрөгән өс баланы осратып, өйөнә алып ҡайта ул. Абдрахман менән Зәкир исемле мосолман малайҙары Каменный Брод ауылында бер мәрйә әбейҙең үҙ йортонда асҡан балалар йортонда булыуҙары, хужабикә уларҙы суҡындырырға ниәтләгәс, өсәүләп ҡасып китеүҙәре хаҡында илай-илай һөйләй. Йәш үҫмерҙәрҙең яҙмышына битараф булмаған Хәтирә апай, ашамлыҡ яғы наҡыҫ булыуға ҡарамаҫтан, ағалы-ҡустылы Иштуғановтарҙы һәм Вера Метинаны ҡыш сыҡҡансы бәләкәй генә өйөнә һыйындыра. Етемәктәрҙе тәрбиәгә алған әсәһенә колхоз эштәрендә ал-ял белмәй эшләгән 13 йәшлек Зөбәйҙәһе оло ярҙамсы була. «Беҙҙең ғүмер һуғыш осоронда яҙҙан көҙгә тиклем яланда эшләп үтте, мунса инергә генә ҡайтып әйләнә инек», − тип һөйләй етмеш һигеҙ йәшлек Зөбәйҙә апай. Ҡара ергә аяҡ баҫҡас, Иштуғановтар ҡаҙаҡтарға мал көтөргә яллана. Ир ҡорона етеп, үҙ аллы йәшәй башлағас, улар бер ваҡытта ла үҙҙәренә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән ғаиләнең изгелеген онотмай. Ә Вера Метинаны, Хәтирә апай иренең хат аша яҙған кәңәше буйынса, тәрбиәгә ҡалдыра. Мөхәмәтйән Һеләүһенов һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, үҙҙәрендә саф башҡортса һөйләшеп йөрөгән Вераға, аҙан ҡысҡырып, Мәрйәм тип исем ҡуша. Һигеҙенсе класты тамамлағанда, һыу һөлөгө кеүек матур, аҡ йөҙлө Вера-Мәрйәмгә Ҡунаҡбай ауылының башҡорт егете Сәлимйән Бикбаевтың күҙе төшә. Яусылап килгәс, Мөхәмәтйән үҙе никах-ижаб һәм өгөт-нәсихәт уҡый. Изгелеклеләр ярҙамында барлыҡҡа килгән саф башҡорт ғаиләһендә, мөхәббәт менән йәшәгәс, ике йыл һайын балалар тыуып, нәҫелде арттыра. Зәйнулла, Әнүәр, Мәҙинә, Әминәнең балаларын иҫәпләгәндә, Кинйә Арыҫланов нәҫеле тағы ла ун бишкә артҡан. Сәлимйән менән Мәрйәм ваҡытһыҙыраҡ, кинәт кенә вафат булмаһа, нәҫел байтаҡҡа арта төшөр ине лә бит. «Вера-Мәрйәмдең балалары, әсәләренең урыҫ милләтенән булыуын белһә лә, мине бер туған инәһе һымаҡ күрҙе, хәҙерге көндә лә барһам, балалары ла шул ҡәҙәре ҡәҙер итә, өрмәгән урынға ултыртмай, барғанымда, ҡайтармаҫҡа тырыша, быйыл да ай ярымдан ашыу йөрөп ҡайттым», – тип ҡәнәғәт һөйләй Зөбәйҙә апай.
Кинйә батыр нәҫелдәренең йәшәйешен һүрәтләп, түбәндәгеләрҙе әйтмәксе булам: беҙҙең милләт быуаттарҙан-быуаттарға Арыҫлановтың бер сатҡыһы – Мөхәмәтйән Һеләүһеновтың ғаиләһе интернациональ булған һәм ошо традиция бөгөнгө көндә лә дауам итә. Шулай булғас, ҡатнаш никахтар Ҡөрьән Кәрим тәғлимәте нигеҙендә башҡа милләттәр файҙаһына түгел, фәҡәт юғарыла күрһәткән ғаилә миҫалында беҙҙең файҙаға булырға тейеш!
Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН.
Мәләүез районы.