09.04.2013 Көнләшеү хаҡында
– Һин был турала белһәң дә, көнләшмәҫ инең, – ти ире.
– ни өсөн? – ти ҡатыны.
– Әгәр ҙә һин эргәмдә була тороп та, үҙемдең үткәндәге башҡа берәй ҡатын-ҡыҙ тураһында уйлаһам? Уға китеп барыуым ихтималлығы һине борсоуға, ҡайғыға һалмаймы? – ти ире.
– Юҡ.
– Һин мине яратмайһыңдыр ул...
– Нимә һөйләгәнеңде үҙең аңлайһыңмы? Мөхәббәттең көнләшеү һәм юғалтыуҙан ҡурҡыу менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Һине яратам, әгәр ҙә инде башҡа ҡатынды онота алмайынса, минән киткең килһә – яҡшы, шулай дөрөҫөрәк буласаҡ. Әгәр ҙә эргәмдә ҡалһаң, мине алдаған булып сығыр инең. Тимәк, беҙ бер-беребеҙгә тап килмәгәнбеҙ һәм китеүең тик яҡшыға булыр ине. Ә инде ҡалһаң, миңә тап килгән кешенең урынын биләгән булыр инең. Миңә тап килгән кеше бер ваҡытта ла китмәйәсәк. Бер нәмә хаҡында ла борсолорға ярамай. Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, – ти ҡатын.
– Һин шундай ҡыҙыҡ итеп яратаһың… Бөтөнләй яраҡлаша белмәйһең, көнләшмәйһең, – ти ир.
– Һин һаман да нимә хаҡында һөйләүеңде аңлай алмайһың. Мөхәббәттең бит яраҡлашыу менән дә бер ниндәй уртаҡлығы юҡ. Яраҡлашыу һәм көнләшеү үҙ-үҙеңде яратмау тигән һүҙ. Үҙеңде кемдәндер түбәнерәк тойоу, һине бер кем дә яратмаясаҡ, тип ҡурҡыу, кем менәндер сағыштырыу. Һин үҙеңде бер кем менән дә сағыштыра алмаясаҡһың. Һин – ул һин. Үҙеңдең тормошоң. Ул – һиңә бирелгән оло бәхет. Үҙеңде башҡалар менән сағыштырып, уны бушҡа үткәрмә. Был – яңылышлыҡ. Һин тик үҙеңә генә ҡарарға тейешһең. Шул саҡта ғына яңылышмаясаҡһың. Шул ваҡытта ғына бер кем дә китмәйәсәк. Сөнки һин тиҙ арала ул кешенең һиңә тап киләме, юҡмы икәнлеген тоясаҡһың.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.