05.04.2013 Көлкө шарламаһы
Йола буйынса республика йәштәренең иң сағыу шаяндар һәм отҡорҙар клубы командалары сәхнәлә сығыш яһаны. Йәштәрҙең юморын Олимпия уйындары призеры Алексей Селиверстов, билдәле журналист Трофим Татарников, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Михаил Бугера, 90-сы йылдарҙа Өфө йыйылма командаһында сығыш яһаған Илдар Минғолов, яҙыусы, сатирик Владимир Андреев, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының баш белгес-эксперты Зөлфиә Сәмиғуллина кеүек абруйлы жюри ағзалары баһаланы.
Тапҡырлыҡ, сценарий сифаты, режиссура, артислыҡ, музыкаль биҙәлеш, сәхнә мәҙәниәте – иң тәүҙә шуларға иғтибар ителде.
Юмор фестивалендә Өфөнөң юғары уҡыу йорттарынан тиҫтәнән ашыу команда, пародистар, юмористар ҡатнашты. Һәр кем тамашасыны үҙенсә көлдөрҙө, шаярҙы сәхнәлә. Бигерәк тә йәштәр араһында «Киндер» псевдонимы аҫтында билдәле булған Руслан Мөхтәров сағыу сығыштары менән айырылып торҙо. КВН донъяһында күптән инде үҙ урынын тапҡан егет был юлы ла тапҡырлығын күрһәтте. Импровизацияларға булған тәбиғи оҫталығын сәхнәлә бар тулылығында файҙаланды. ҡасандыр ТНТ каналының «Смех без правил», НТВ-ның «Ты смешной» проекттарында, «Комедианты» шоуында үҙ талантын һынап ҡараған Русландың тамашасы алдына сығыуы айырым бер байрам булды. Өфө дәүләт нефть техник университетының егеттәрҙән генә торған «Мужские слезы» командаһы, медицина университетынан «План-Ка» һәм «Морфий» коллективтарының сығыштары ла иҫтә ҡалды. Башҡорт дәүләт аграр университетынан ҡыҙ һәм егеттән торған «Центр» командаһы тешләшеп тигәндәй шаярҙы. Өфө юридик институтының «Утомленные солнцем» командаһы иһә бар яҡтан да алдырып, тамашасы күңелен яуланы.
Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм лауреаттар билдәләнде. «Иң яҡшы егет роле» номинацияһында «Центр» командаһынан Илдар Хәсәнов еңде, ә иң яҡшы ҡыҙ ролен «Девушка Джигурда» (Ксения Дьяченко) башҡарҙы, «Иң көлкөлө шаяртыу» номинацияһы Руслан Мөхтәровҡа тапшырылды, икенсе дәрәжә дипломға ла ул лайыҡ булды. Өсөнсө урынды «Центр» дуэты алды. Беренсе урын иһә «Утомленные солнцем» командаһына бирелде.
Өфө дәүләт нефть техник университетынан Антон Китанов сәйер һәм ҡыҙыҡ тойолған ғәҙәттәр хаҡында
Кеҫә телефонында интернет булмаһа, СМС-хәбәрҙәрҙе аҡтарып, юя башлайһың, әйткәндәй, файҙалы эш.
«Бәйләнештә» сайтында фильм ҡарайһың һәм биш минут һайын яңылыҡтарҙы тикшерәһең.
Лекция башланыу менән телефонды һүндермәйһең. Аудиторияның икенсе яҡ осонда башҡаныҡы шылтырап ебәрһә, ҡулыңды кеҫәңә тығып, һүндерә һалаһың.
Лифтта таныш булмаған кеше менән барғанда ҡарашыңды лифт төймәләренә төбәйһең.
Өфө дәүләт медицина университеты студенттарының тән ағзаларына бәйле көләмәстәре
Черниковкала хулигандар телефонымды тартып алды, ә мин – бөйөрҙәрен. Хәҙер һыра эсә алмаҫһығыҙ.
ҡыҙ «селезенка» кеүек, әгәр ул һиндә юҡ икән, тимәк, һинән уны башҡа егет «отбивать» иткән.
ҡыҙҙарға кәңәш: әгәр ҙә һеҙҙе егетегеҙ ташлаһа, умыртҡа һөйәген һындырығыҙ һәм ул үҙе һеҙҙең аяҡ аҫтында буласаҡ.
«Киндер» билдәле фильмдарҙың йөкмәткеһе хаҡында
«12 стульев» – ИКЕА магазины тураһында.
«Форсаж» – 255-се маршруттағы «ГАЗель» автобусы тураһында.
«Обитель зла» – Черниковка тураһында.
«Звездные войны» – Айҙар Ғәлимов һәм Хәниә Фәрхиҙең һуғышыуы тураһында.
М. ИҡСАНОВ.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.