05.04.2013 Ҡыйыу һаҡсы
Күптән түгел баш ҡалабыҙҙың Киров районының «Өршәк» баҡсасылар йәмғиәтендә иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә ике ҡатлы баҡса йортонда ут сыға.
Баҡса һаҡсыһы ҡара төтөндө күреү менән ярҙамға ашыға. Йорттоң верандаһы дөрләп янған була, ә беренсе ҡат бөтөнләй төтөн эсендә ҡала. Флорид Ғизетдинов тәҙрәне вата, иҙәндә ятҡан ирҙе күреп ҡала һәм уны тәҙрәнән тартып сығара. Аҙаҡ хәүефһеҙ ергә алып барып, янғын һүндереү хеҙмәтенә шылтырата. Янғынды һүндереүгә 1-се янғын һүндереү бүлеге һәм Чесноковка муниципаль янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре килә. Утҡа ҡаршы һигеҙ янғын һүндереүсе һәм өс янғын һүндереү техника берәмеге көрәшә. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, йорт хужаһы йоҡлап китә һәм янғын сығыуын һиҙмәй. Һаҡсы ир үҙенең ҡыйыулығы арҡаһында кеше ғүмерен ҡотҡара. Әле тәү тәфтиш бүлеге янғындың сәбәбен асыҡлай.
Миләүшә НУРИЕВА,
Өфө ҡалаһы янғындан һаҡлау
идаралығының матбуғат бүлеге хеҙмәткәре.