05.04.2013 Ғәҙеллек тантана иттеме?
йәки Итерме?
28 мартта Өфө районы суды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Фәнзил Әхмәтшинға хөкөм ҡарары сығарҙы. Судья Гөлнара Насирова йәмәғәт эшмәкәрен 4,5 йылға дөйөм режимлы колонияға ебәреү тураһындағы ҡарарын уҡып ишеттерҙе.
Фәнзил Тәлғәт улы РФ Енәйәт кодексының өс статьяһы буйынса ғәйепләнә – наркотиктар контрабандаһы менән шөғөлләнеү (188-се статьяның икенсе өлөшө), наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше һәм һаҡлау (228-се статьяның 1-се өлөшө) һәм дини күралмаусанлыҡ тыуҙырыу (282-се статьяның 1-се өлөшө).
Мосолман башҡортто 2011 йылдың 29 ноябрендә Сомалиҙың асыҡҡан граждандарына гуманитар ярҙам акцияһы ойоштороп һәм кәрәк-яраҡтар тапшырып ҡайтып килгәндә Өфө аэропортында ҡулға алғайнылар. БР буйынса Именлек хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Фәнзилдең юл сумкаһынан 1,4 грамм наркотик тапҡандар. ҡалған ғәйеп һуңғараҡ өҫтәлгән.
Әйткәндәй, Ф. Әхмәтшинды Башҡортостан халҡы хатта илдә резонанс тыуҙырған “Айыҡ ауыл” конкурсы башланғысында тороусы тип тә белә. Был конкурс бөгөн дә дауам итә.
Ә “Сомали балалары” хәйриә акцияһы тураһында ҡабаттан һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй – ул сара Рәсәйҙә үҙенә күрә ҙур бер эш булды. Башҡортостан халҡының ҡатмарлы хәлдә ҡалғандарға битараф булмауы сит илдәрҙә лә һоҡланыу тыуҙырған.
Фәнзил Әхмәтшинды яҡлаусы адвокаттар, енәйәт эшендә дәлилдәр юҡ, тигән фекерҙә. Улар һөйләүенсә, Әхмәтшин тотолғанға тиклем бер нисә сикте, тикшереүҙәр аша үткән, үҙе бер ҡасан да наркотик ҡулланмаған, дактилоскопик экспертиза наркотик матдәле ҡапта Фәнзил Тәлғәт улының бармаҡ эҙҙәрен тапмаған.
Хөкөм ҡарарынан һуң айыҡ һәм сәләмәт тормошто алға һөрөүсе, беҙ белгән әүҙем замандашыбыҙ ҡасан да булһа ғәҙеллектең тантана итәсәгенә ышанысын белдерҙе. Адвокат Наталья Перевышина ла суд ҡарарына ҡарата ялыу яҙырға ниәтен әйтте.
Ә наркотиктарҙы килограмлап һатҡан ысын енәйәтселәрҙең күпмеһе иректә йөрөй...
Айсын АҡБУЛАТОВА.