RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һорауҙарҙың төрлөһө бар

05.04.2013 Һорауҙарҙың төрлөһө бар

Дежур телефонға шатлыҡлы хәбәрҙәре менән уртаҡлашып та, аһ-зарҙары менән бүлешеп тә, үҙҙәре яуап таба алмаған һорау­ҙар­ға яуап эҙләп тә шылтыраталар. Шаяртып шылтыратыусылар ҙа, иң һуңғы өмөтө, ышанысы итеп мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Иғтибарға лайыҡлыларын барлап сығайыҡ.

Сиратҡа тороуҙың файҙаһы булырмы?

Беҙҙең биш балабыҙ бар, бәләкәсе биш айлыҡ, олоһона 13 йәш тула. Күп балалы ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 1 млн һумға тиклем сертификат бирелә тип ишеткәйнем. Документтар йыя башлағайным, халыҡты социаль яҡлау бүлегенән, сират ҙур, һеҙгә 20 – 30 йылдан ғына етеүе ихтимал, тинеләр. Хәҙер миңә нимә эшләргә, документтар йыйырғамы, әллә йыйыуҙың фәтүәһе юҡмы? Балаларға 18 йәш тулһа, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат биреләме икән?

Рәйлә Мөхәмәтйәнова.
Ғафури районы.
«Закон буйынса, сертификат 18 йәшкә тиклем биш һәм унан да күберәк балаһы булған күп балалы һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә бирелә», – тип аңлатты беҙгә Ғафури районының халыҡты социаль яҡлау бүлегенән Нәзирә Юлъяҡшина. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тигәндә, ғаиләнең йәшәргә урыны булмауы, йәиһә йорттоң емерек хәлдә булыуы, шулай уҡ майҙандың етмәүе иҫәпкә алына. Сертификат алыу өсөн сиратҡа баҫырға документтар йыйырға кәрәк. Өҫтәүенә, уларҙы йыл да яңыртып тороуҙы талап итәсәктәр. Нәзирә Мәхмүт ҡыҙы әйтеүенсә, районда, ысынлап та, сират ҙур (21 ғаилә иҫәптә тора), ул бик яй ҡуҙғала. 2009 йылдан алып ошоғаса ни бары бер генә сертификат тапшырылған булһа, ошо көндәрҙә тағы ике ғаилә сертификат алырға тейеш. Һеҙгә иһә мотлаҡ документтар йыйып тапшырырға һәм йыл һайын уларҙы яңыртып торорға кәрәк буласаҡ. Балағыҙға 18 йәш тулған хәлдә лә, торлаҡ шарттарығыҙ шулай уҡ насар ҡала икән, сиратығыҙ етһә, һеҙгә сертификат бирелеүе ихтимал.

Түшәктә ятҡан ауырыуға нисек инвалидлыҡ юлларға?

ҡайным 90-сы йылдан бирле түшәктә ята, әммә бер ниндәй пособие ла, инвалидлыҡ буйынса пенсия ла алмай. Таныштар әйтеүенсә, түшәктә ятҡан ауырыуға пеленка, матрас кеүек әйберҙәр ҙә бирелергә тейеш. Инвалидлыҡ юллау өсөн ВТЭК үтергә уны йөрөтөп булмай бит инде, табиптар үҙҙәре килеп комиссия үткәрергә тейеш түгелме? ҡайныма нисек инвалидлыҡ юлларға икән, тип шылтыратты Ейәнсура райо­нынан Рәзилә Мәүлитова.
Һеҙҙең һорау буйынса, Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш медицина-социаль экспертиза бюроһына мөрәжәғәт иттек. Улар, мотлаҡ тәүҙә район табиптарына мөрәжәғәт итергә, ә улар ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатыр­ҙар, тип кәңәш бирҙеләр. Бик тә булмаһа, медицина-экспертиза бюроһына, хәлегеҙҙе аңлатып, хат яҙа алаһығыҙ, улар һеҙҙең һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырмаясаҡ. ҡыҫҡаһы, аңлауыбыҙса, ҡайнығыҙға инвалидлыҡты үҙегеҙгә юлларға тура киләсәк, шунһыҙ бер кем дә бер нәмә лә бирмәйәсәк.

Катарактаны дауалап буламы?

Катарактаны нисек бөтөрөргә? Күҙлек кейеп йөрөһәң, ул бөтәме?
Архангел районынан 53 йәшлек Шамил ошо һорауға яуап эҙләп, дежур телефонға шылтыратты.
Катаракта – иң киң таралған күҙ ауырыуҙарының береһе. Күҙ томалана, уны ниндәйҙер пленка ҡаплап торған һымаҡ була. Катарактаны ни тиклем тиҙерәк дауалаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ. Катаракта күп осраҡта 50 йәштән уҙған кешеләрҙә күҙәтелә. Кешенең йәшенә бәйле барлыҡҡа килә ул. Шуға күрә лә 50 йәштән һуң йылына бер тапҡыр мотлаҡ офтальмологҡа күренергә кәңәш ителә. Ә инде күҙегеҙҙең насар күрә башлауын, томаланыуын һиҙәһегеҙ икән, кисекмәҫтән табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Күҙлек кейеп кенә катарактаны дауалап булмай. Катарактаны ни тиклем иртәрәк дауалаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ, сөнки һуңғы стадияларында уны дауалау ҡатмарлаша һәм ауырыу аҙған хәлдә кешенең һуҡыр ҡалыуы ла ихтимал. Шулай уҡ был сирҙе халыҡ медицинаһы менән дә дауаларға мөмкин: бер үк күләмдә балды һыуға бутап, шуны көнөнә дүрт тапҡыр икешәр тамсы күҙгә тамыҙырға кәрәк. Быны ауырыуҙың тәүге стадияһында ғына ҡулланырға мөмкин, сир көсәйгән хәлдә мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Шылтыратыуҙарҙы
С. ЛОТФУЛЛИНА ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”