RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һыуҙы ауыҙлыҡлап булырмы?

02.04.2013 Һыуҙы ауыҙлыҡлап булырмы?

Һыуҙы ауыҙлыҡлап булырмы?
Республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек бара
Республикала яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүҙе ойоштороу маҡсатында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм янғын хәүефһеҙлеген булдырыу комиссияһының берлектәге ултырышы уҙҙы. “Беҙ был­тыр­ғы хаталарҙы ҡабатламаҫҡа те­йешбеҙ. Булыуы мөмкин зыянды кәметеү өсөн барлыҡ сараларҙы ҡулланырға кәрәк, – тине вице-премьер Марат Мәһәҙиев. – Башҡортостанда стандарт булмаған яҙғы ташҡын көтөлә, уға әҙерлекте ябайлаштырырға, формаль саралар­ға әйләндерергә ярамай. Былтырғы ташҡынды хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ: ул әллә ни көслө булманы, шулай ҙа 14 муниципалитетта 27 тораҡ пунктын һыу баҫты”.
Белгестәр күҙаллауынса, быйыл республикала яҙғы ташҡын көслө буласаҡ.
Март айының тәүге көндәре үтә лә ҡояшлы, йылы тороуға ҡарамаҫтан, ҡыш һис кенә лә бирешергә теләмәй. Һыуыҡ үткән аҙнала резинка итектәргә һәм йоҡа курткаларға күскән халыҡты яңынан тундарын һәм ҡышҡы аяҡ кейемен кейергә мәжбүр итте, Өфөлә һәм башҡа райондарҙа һауа температураһы 10 – 15 градусҡа тиклем түбәнәйҙе. Шулай ҙа бына-бына боҙ ҡуҙғаласаҡ. Баш ҡала янындағы йылғалар ғәҙәттәгегә ҡарағанда 1 – 2 көнгә иртәрәк асылмаҡсы. Өфө йылғаһы 4 – 10 апрелдә боҙҙан ҡотолһа, Ағиҙел – 5 – 11 апрелдә, Дим 8 – 14 апрелдә тип көтөлә. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, һыу бер ярым тапҡырға күберәк буласаҡ: 2012 йылда Ағиҙел һәм Өфө йылғалары 5-әр метрға күтәрелһә, быйыл һыу тәүгеһендә – 7,8, һуңғыһында 8 метр кимәленә етәсәк, ә Дим йылғаһы 7 метрға тиклем артасаҡ. ҡотҡарыусылар һәм гидроэнергетиктар белдереүенсә, Затон, Дим, Нижегородка, Коопе­ратив аҡланындағы 2800 кеше йәшәгән 744 торлаҡ йорт ҡурҡыныс аҫтында, был биләмәләрҙә һыу күләме норманан күп буласаҡ, тип баһалана.
Уҙған йылдарҙың тәжрибәһе күрһәтеүенсә, йорттары һыу аҫтында ҡалһа ла, күптәр, мародерлыҡтан, урлашыуҙарҙан ҡурҡып, өйҙәрен ҡалдырып китеүҙән баш тарта. Әйткәндәй, бындай мәлдәрҙә бурҙар ғына кеше бәләһендә байып ҡалырға ынтылмай. Бер нисә йыл элек Ленин районында йылғыр әҙәмдәр халыҡты ҡоро ергә ташыған өсөн бер кешегә 50 һум хаҡ ҡуйҙы.
– Беҙҙең ҡотҡарыусылар халыҡты ташыған өсөн аҡса алмаясаҡ, – тип ышандырҙы чиновниктар. – “Оло һыу” килеүе хаҡында халыҡ алдан иҫкәртеләсәк, уларҙы кәмәләрҙә ваҡытлыса торлаҡҡа бушлай ташыясаҡбыҙ һәм йылы аш менән тәьмин итәсәкбеҙ.
Ә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәр йорт буйынса инструктаж үткәреп сығасаҡ.
Һауа температураһы кинәт йылыт­ҡан осраҡта яҙғы һыу көтөлгәндән дә көслөрәк буласаҡ. Халыҡҡа йылғаларҙа һыу күтәрелеү генә түгел, ирегән ҡар һыуҙары ла янай, тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. Мэр ҡыҫҡа ваҡыт арауығында яуаплы хеҙмәттәргә ҡойма ямғыр коллекторҙарын таҙартырға, ҡала урамдарына йыйылған һыу ятҡылыҡтарын юҡҡа сығарырға ҡушты. Әгәр ҙә көтөлмәгән хәл тыуа ҡалһа, тиҙ арала ярҙамға килеүсе профессиональ ҡотҡарыусылар төркөмө – “ҡотҡарыу хеҙмәте 112” эшләй. Был төркөм 53 ҡотҡарыусы, 19 йөҙөү сараһы, бер күсмә насос станцияһы һәм ике помпанан тора.
Республикала күп йылдар дауамында раҫланған планға ярашлы ташҡынға ҡаршы юғары кимәлдә ойошторолған саралар алып барыла. Бының өсөн төрлө министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың һәм ташҡынды аварияһыҙ үткәреүгә яуаплы хеҙмәттәрҙең техника, эвакуация, авария-ҡотҡарыу һәм тергеҙеү ҡорамалдарынан 16 подразделение булдырылған.
Һыуҙы ауыҙлыҡлап булырмы?
– Төбәктә 6000-дән ашыу кеше, меңдән ашыу техника берәмеге һәм 100 йөҙөү сараһы тулыһынса ярҙам күрһәтеүгә әҙер. Йорттарын һыу баҫа ҡалһа, халыҡты 30 мең кеше һыйған 485 пункт ҡабул итәсәк. Боҙ тығындарын юҡҡа сығарыу өсөн биш шартлатыу командаһы йәлеп ителәсәк, – ти РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Динар Сәлихов.
Янғынға ҡаршы хеҙмәт тә штаттан тыш хәлдәргә әҙер: ул йөҙөү саралары, кәмәләр, мотопомпалар менән тәьмин ителгән, 55-се махсуслаштырылған янғын һүндереү часында хатта ташҡын баҫҡан биләмәләрҙә файҙаланыу өсөн бронетранспортер ҙа бар.
Павловка һыу һаҡлағысында ремонт-профилактика эштәре апрель башына тамамланасаҡ, гидроэнергетиктарҙың ташҡынға өлгөрәсәгенә шик юҡ. 25 март күрһәткесенә ҡарағанда, һыу һаҡлағыста һыу кимәле диңгеҙ кимәленән 131,94 метрға еткән. Ташҡын башланған мәлгә һыу 131 метрға төшөргә тейеш. Бынан һуң һыу һаҡлағыс­та 610 миллион кубометр һыу ҡаласаҡ, ә апрель – майҙа тағы 140 метрға артырға тейеш, был инде 1,4 миллиард кубометр, тигән һүҙ. Әлегә Павловкала ике турбина эшләй, ташҡын башланыу менән ҡалған икәүһе ҡушыласаҡ.
Йомағужа һәм 1-се һыу һаҡ­лағыс­тарҙа гидроагрегаттар яңыртылған, уларҙың автоматлаш­тырыл­ған системаһын махсус ревизия һынаясаҡ.

Ә һеҙ тәбиғәт һынауына әҙерһегеҙме?

Фәйез ТИМЕРБАЕВ, Мәләүез райо­нының Ергән ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары:
– Мәләүез районында ташҡынға ҡаршы әҙерлек айырым контролдә тотола. Оло һыуҙы үткәреп ебәреү өсөн күпер­ҙәрҙе, инженер коммуникацияларын тикшереү, ремонт эштәрен уҙғарыу, ҡарҙы таҙартыуға оло иғтибар бүленә. Һыу ныҡ ташыу зонаһына эләккән ауылдарға тупраҡ һәм ҡом ташыу ҡаралған. Хәүефле миҙгел уҙғансы яуаплы хеҙмәттәр өҙлөкһөҙ эшләйәсәк. Һәр ауыл биләмәһендә тәғәйен дежур кешеләр бар, депутаттар, старосталар әүҙем эшләй, халыҡты ойоштора. Быйыл беҙҙә ҡар күп, ә боҙ йоҡараҡ, шуға күрә тауҙан ағып төшәсәк һыу хәүефләндерә. Күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау өсөн юлдарҙы, йырындарҙы ҡарҙан таҙартабыҙ.
Әлеге ваҡытта ташҡынға ҡаршы төҙөлгән комиссия көн һайын ауыл биләмәһендәге һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал урындар буйынса йөрөй, халыҡты иҫкәртә, техника берәмектәрен теүәлләй. Һабаш ауылындағы күперҙең яндауырын алып торҙоҡ, сөнки ул тәпәш итеп төҙөлгән һәм оло ҡурҡыныс тыуҙыра. «Салауатнефтеоргсинтез» ойошмаһына рәхмәт, улар был күперҙе һаҡларға ике экскаваторын бирҙе.

Әхмәтйән ВӘЛИТОВ, Күгәрсен районының Мәҡсүт ауыл биләмәһе башлығы:
– Оло Эйек йылғаһы йыл да, яҙғы ташҡын мәлендә ярҙарынан сығып, хәүеф тыуҙыра. Бигерәк тә Мәҡсүт ауылы ҡурҡыныс аҫтында, һәм тағы Назар, Туйымбәт ауылдарының да өлөшләтә һыу аҫтында ҡалыуы бар. Ташҡынды имен-аман үткәреп ебәреү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Һыу йыйылмаһын өсөн урамдар буйлап канауҙар ҡаҙҙыҡ, юлдарҙы астыҡ, техникалы ойошмалар менән ташҡынға ҡаршы махсус комиссия эшләй. Былтыр беҙҙә йылға аша һалынған күпер аҡҡайны, быйыл уның аҫтын боҙҙан таҙарттыҡ. Тығын була ҡалһа тип, урау юл асҡанбыҙ. Ташҡын осоро – борсолоулы көндәр, йо­ҡоһоҙ төндәр мәле, уяулыҡты һис кенә лә юғалтырға ярамай. Был саҡта мин үҙем дә бер генә минутҡа ла телефонымдан айырылмайым, һәр саҡ бәйләнештәмен.

Лилиә ТАКАЕВА, “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе:
– Баймаҡ районында яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреүҙе ойоштороу маҡсатында 5 мартта район хакимиәтенең ҡарары донъя күрҙе. Уға ярашлы, районда ташҡынға ҡаршы комиссия булдырылды, саралар планы раҫланды. ҡарарҙа Баймаҡ ҡалаһы һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ойошма етәкселәренә ташҡынға ҡаршы сараларҙы ойошҡанлы алып барыу өсөн авария бригадалары төҙөргә һәм яуаплы кешеләр билдәләргә, ташҡын мәлендә һәм боҙ киткән осорҙа ведомство ҡарамағындағы объекттарҙы һаҡлау буйынса саралар планы эшләргә, вазифа биләүсе хеҙмәткәрҙәр иҫәбенән тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторорға ҡушыла. Үҙ балансында гидротехник ҡоролмаларҙы тотоусылар­ға һәм биләмәләрендә ошондай ҡоролмалар булған муниципаль берәмектәр башлыҡтарына уларға илткән юлдарҙы таҙартырға, төҙөкләндерергә һәм объекттарҙың һыу ташыу­ға әҙерлеге хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы органына бирергә. Район элемтә үҙәгенә ауыл биләмәләре, хужалыҡтар менән телефон бәйләнешенең тотороҡло эшләүен тәьмин итергә.

Ринат ДАУЫТОВ, Әбйәлил районының Мораҡай ауылы:
– Беҙҙең ауылды Кесе ҡыҙыл йылғаһы йыл да урыны-урыны менән баҫа. Былтыр йылғала шәре сығып, яҙ минең кәртә-ҡураға һыу инде. Эшемдән һорап киттем һәм бер аҙна буйы йылға кисеп, боҙҙарҙы таратып йөрөнөм. ҡыҫҡаһы, ситтән ярҙамға килеүселәр булманы. Урындағы халыҡ һыу эсендә ҡалһа, тик үҙ көсөнә генә ышана. Быйыл ташҡынға ҡаршы ул-был махсус әҙерлек тойолмай. Шулай ҙа, район хакимиәте вәкилдәре ташҡын мәлендә МЧС ярҙамын вәғәҙәләне, нисек булыр, тиҙҙән күҙ күрер. ҡапыл иретеп ебәр­һә, әлеге яҙ үтә хәүеф-хәтәр тыуҙырасаҡ.
Кесе ҡыҙылдың ярҙарын дамба менән нығытып сыҡҡанда, бик яҡшы булыр ине. Күптәрҙең мунсалары яр ситендә урынлашҡан, улар ҙа мөлкәте өсөн еңел тын алып ҡаласаҡ. Машина йыуып булмаясаҡ тип, дамба төҙөүгә ҡаршы булғандар ҙа бар. Бына бит, кемдер һыуҙан йорт-ҡураһын һаҡлап алып ҡалыуҙы ҡайғыртһа, берәү бысраҡ машинаһын йыуыу уңайлығын уйлай, тәбиғәтте бысратыуына төкөрөп тә бирмәй.

Әғзәм ДӘҮЛӘТШИН, Миәкә районының Йәнәби ауылы:
– Былтыр Мәнәүезтамаҡ ауылында 70 йорт-ҡураны һыу баҫты. Ә беҙҙең Йәнәби йылға үҙәне тирәһендә урынлашмаған, шуға күрә ташҡында һыу баҫһа ла, беҙҙә ул оҙаҡ ятмай, иң күбе 1 – 2 көн. Күберәк тау яғынан килгән һыу борсолоу тыуҙыра. Ауыл башындағы күперҙе боҙҙан асҡандар, йылға һәүетемсә ағып ята. Кинәт ҡояш ныҡ ҡыҙҙыр­һа, һыуҙың йорттарға үтеп инәсәгенә шик юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, әлегә ташҡынға бер ниндәй ҙә шәхси әҙерлек юҡ. Һәр ваҡыт яҡшыға өмөтләнеп, минең йортҡа һыу килеп етмәҫ, тип уйлайһың шул.

Илшат РАЙМАНОВ, Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Беҙ тораҡ пункттарын һәм сәнәғәт объекттарын ташҡындан һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Былтыр ҡарҙан бик тиҙ иреүенән Рә, Ыҡ йылғалары ярҙарынан сыҡты һәм төндә Йәрмәкәй, Исламбахты, Рә­тамаҡ ауылдарының урамдарына үтеп инде. ҡурҡыныс зонанан тиҙ арала 300 йорттоң йәшәүселәре эвакуацияланды. Уҙған йылдағы ташҡынды хәтерҙә тотоп, халыҡты эвакуациялау сараларына, медицина ярҙамын ойоштороуға айырым иғтибар бүленәсәк. Мал-тыуарҙы урынлаштырыу өсөн дә пункттар әҙерләп ҡуйғанбыҙ, мал аҙығы мәсьә­ләһен дә хәл иткәнбеҙ. Гидрокостюмдар, ҡотҡарыу жилеттары, резина кәмәләр һатып алыуға район бюджетынан 80 мең һумдан ашыу аҡса бүленде. Гидротехник ҡоролмалар ныҡлы тикшереү үтә, ә уларҙың иң эреһе – Шах ауылы янындағы Йәрмәкәй һыу һаҡлағысы.

Һыу баҫҡан осраҡта хәүефһеҙлек саралары

Паникаға бирелмәҫкә.
Эвакуацияланған ваҡытта мотлаҡ һыу үткәрмәгән материалға төрөп, документтар, ҡиммәтле әйберҙәр, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ, ике-өс тәүлеккә етерлек һыу, аҙыҡ-түлек алығыҙ.
Йортта газды һәм электр утын һүндерегеҙ, ишек-тәҙрәләрҙе ныҡ итеп ябығыҙ.
Һыу баҫҡан урындан үҙ аллы сығыу мөмкинлеге булмаһа, йорт ҡыйығына йәки бейегерәк урынға менеп, ярҙам килеүен көтөгөҙ.
Үҙ-үҙеңде эвакуациялау өсөн кәмә, һал һәм башҡа йөҙөү саралары менән файҙаланырға мөмкин. Автомобилдә йәки мотоциклда йөрөү ярамай, көслө һыу ағымы уларҙы түңкәреүе ихтимал.
Һыу ҡайтҡандан һуң өҙөлгән электр сымдарынан һаҡ булыу, һыу тейгән аҙыҡ-түлекте файҙаланмау һәм санитар тикшереүһеҙ ҡоҙоҡтан һыу эсеүҙән тыйылып тороу зарур.
Ташҡындан һуң йортоғоҙға ҡайтҡас, хәүефһеҙлек сараларын онотмағыҙ: ишек-тәҙрәләр­ҙе асып, торлаҡты елләткәнсе ут тоҡандырмағыҙ (шартлаусы газдар йыйылыуы ихтимал), электр селтәрҙәрен тикшертмәйенсә электр ҡорамалдарын ҡабыҙмағыҙ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
Л. ТАШБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”