RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уларҙың киләсәге яҡты буласаҡ

02.04.2013 Уларҙың киләсәге яҡты буласаҡ

Уларҙың киләсәге яҡты буласаҡ
Ауырғазы районының Талбазы ауылында «Иң яҡшы балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе» республика конкурсы үтте
БР Мәғариф министрлығы тарафынан бындай сара тәүге тапҡыр ойошторола. Төрлө төбәктәрҙә үткәрелеп килгән «Иң яҡшы мәктәп уҡыусыһы» конкурсы өлгө итеп алынды. Тәүге этап балалар йортонда уҙҙы. Унда еңеп сығыусылар республика этабына саҡырылды.
Шулай итеп, конкурста 19 бала ҡатнашты. 8 – 11-се синыфтарҙа уҡыған тәрбиәләнеүселәрҙең һәләтен абруйлы жюри баһаланы. Шул иҫәптән «Мәрхәмәт» фонды президенты Айгөл Гәрәева, «Рәсәй балалар фонды»ның республика бүлексәһе рәйесе Нина Федянина ла булды. Балаларҙың сығыштарынан бик ҡәнәғәт ҡалды ойоштороусылар. Һәләтле, аҡыллы тәрбиәләнеүселәр үҫеп килеүе ошо конкурста асыҡ күренде.
– Балалар үҙҙәрен йәмғиәткә күрһәтә ала, тигән һөҙөмтәгә килдем. Үҙҙәрен ышаныслы, иркен тоялар. ҡайһы бер балалар кеше араһында үҙҙәрен ҡыйынһынып тотһа ла, коллективта юғалып ҡалмай. Балаларҙы социаль мөхиткә индереү конкурстың төп маҡсаты булды. Был йүнәлештә алға бер аҙым эшләнде, – ти БР Мәғариф министрлығының социаль белем биреү һәм балалар хоҡуғын яҡлау бүлеге баш белгес-эксперты Зифа Батраева.
Конкурсты ойоштороуға район хакимиәте һәм Ауырғазы балалар йорто ҙур көс һалды. Сара Талбазы мәҙәниәт һарайында үтте, шуға балалар өсөн ысын мәғәнәһендә байрам булды. Ғөмүмән, етем һәм ҡурсыуһыҙ ҡалған балалар урындағы балалар йортонда ҙур ярҙам, йылы мөнәсәбәт тоя. Балалар башҡа райондарҙан да килә. Күбеһе – Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан.
– Бик ауыр, үҫмер йәштә булған балаларҙы алып тәрбиәләргә тура килә. Араларында 4 – 5-әр йыл хәйерселәп йөрөгәндәре лә бар. Белемдәре булмағас, өлкәнәйеп бөткән балаларҙы башланғыс синыфтарға ултыртырға тура килә. Енәйәт ҡылғандары ла беҙгә килеп эләгә. Ләкин ваҡыт үтеү менән бында холоҡтары ыңғай яҡҡа һиҙелерлек үҙгәрә, – ти балалар йорто директоры Гөлиә Рамазанова.
Балаларға башҡалар менән аралашып үҫергә мөмкинлек бар – учреждение ауыл үҙәгендә урынлаш­ҡан. Спорт, мәҙәниәт һарай­ҙары, профилле лицей – барыһы ла бер урында. Әлеге көндә 70 бала патронат ғаиләлә тәрбиәләнә. Уллыҡҡа алыу мәҙәниәте беҙҙең илдә үҫешмәгән, шуға күрә бындай осраҡтар бик һирәк була, ти директор. Тәрбиәселәр балаларҙың ата-әсәләре менән дә эш алып барырға тырыша.
Конкурста ҡатнашҡан балалар алты һынау үтте. Алдан үҙ портфолиоһын тапшырып ҡуйғайнылар. Улар менән конкурс барышында һәр кем таныша алды. «Ижади презентация» конкурсында ҡыҙҙар-малайҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. «Яңы мәктәп минән башлана» тигән тема буйынса балалар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, үҙ һәләтен асып ҡына ҡалманы, ә башҡаларҙы ла белгән шөғөлөнә өйрәтте. «Мин киләсәккә ишек асам» тигән өйгә эш конкурсында ҡыҙҙар-малайҙар йыр-моң, бейеү йәки башҡа номер әҙерләп, сәхнәлә сығыш яһаны һәм хыялдары, теләктәре менән уртаҡлашты. Һуңғы ике һынау интерактив конкурс булды. Унда балалар үҙ-ара әңгәмә ҡороп, ҡараштарын, фекер­ҙәрен дәлилләне, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендәге белемдәрен күрһәтте.
Сермән балалар йортонан Алмас ҡарағолов ҡул эштәренә оҫта икән. Бигерәк тә радиоприборҙар менән булышырға, йорт техникаһын ремонтларға әүәҫ. Күптән түгел үҙ ҡулдары менән видеоплеер ҡороп алған. Мәктәптә лә яратҡан дәрестәре – физика, химия, математика. Балта, бысҡы кеүек эш ҡоралдары ла уның ҡулында уйнап ҡына тора. Балалар йортонда хужалыҡ эштәре өсөн яуаплы. Тирәк-яҡ мөхитте һаҡлау йылы булғас, экология темаһы буйынса әҙерләнеп килгән. Оҫталыҡ дәресендә Алмас сыйырсыҡ ояһын яһап күрһәтте. Конкурста ҡурайҙа ла уйнаны.
Сермәндә бөгөн 64 бала тәрбиәләнә, 50 бала патронат ғаиләләргә бирелгән. Быйыл балалар йорто «Матур мәктәп» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, еңеү яулаған. Балалар йортонда йәшелсә үҫтерәләр, умарта тоталар.
Алһыу Гәрәева биш йәшенән Бөрө балалар йортонда тәрбиәләнә. Унда килеү менән ҡыҙҙың музыкаға һәләте асылып китә. Баян, виолончель, фортепианола уйнай. Тәрбиәселәр Алһыуҙы Ғ. Әлмө­хәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатына инергә күндерә. Алһыу тыуған йортонан ҙур ауырлыҡ менән айырыла. Яҡындарын гел һағына. Хәҙер инде 9-сы синыфта уҡыған йәш музыканттың дуҫтары, яҡындары Өфөлә лә күп. Алһыу билбау көрәше, баскетбол менән дә шөғөлләнә. Рәсәй ярыштарында призлы урындар алып өлгөргән сая ҡыҙ оҫталыҡ дәрестәрендә тап көрәш алымдарына өйрәтте. «Бөйөк артистка булырға хыялланам», – ти ул.
Ауырғазы балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Настя Миңлеғолова ла үҙен ижади ҡыҙ итеп танытты. Уға биҙәү ҡулланма сәнғәте яҡын. Мәҙәниәт һарайында Настяның ҡул эштәренән тупланған күргәҙмә күҙҙең яуын алып торҙо. Оҫталыҡ дәресендә ул канзаши тип аталған япон техникаһы ярҙамында сәскәле биҙәүестәр яһарға өйрәтте. Тауышы ла матур икән. Бик оҫта итеп йырҙар башҡара. ҡул эштәре менән шөғөлләнгәндә композициялар тыуҙы­рыр­ға музыка ярҙам итә, ти. Настя технология һәм дизайн колледжына уҡырға инергә йыйына.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Венера Камалованың сығыштары иң сағыуҙарҙың береһе булды. Ул – бик аралашыусан, етди, үҙ маҡсатына ышаныслы барған ҡыҙ. Ниәте – быйыл Өфө авиация техник университеты студенты булыу. Уҡыуға шәп Венера йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Мәскәү, Санкт-Петербург, ҡазан, Киров… Конкурстарҙа йөрөп, илдең ниндәй генә төбәгендә булып өлгөрмәгән. Венераның «Ума палата» округ кимәлендәге интеллектуаль конкурсында республика исеменән сығыш яһап, беренсе урын алыуы үҙе ни тора.
Балалар йортондағы бейеү түңәрәген хәҙер ситтә лә белмәүселәр юҡтыр. Өс йыл элек кенә тәрбиәсе Марат Ғилманов тарафынан асыл­ған түңәрәк коллективы бөгөн ил буйлап сәйәхәт итә һәм танылыу яулай. «Шатлыҡ» бейеү коллективы былтыр Волга буйы федераль округы конкурсында еңеп, Мәскәүҙәге сарала ҡатнашыу хоҡуғын алған. Баш ҡалала 25 ансамбль араһында балалар икенсе урынды яулап ҡайта.
– Балалар йорто өсөн генә түгел, Башҡортостан өсөн дә ҙур уңыш булғайны ул. Сөнки беҙ республиканы күрһәттек. Был уңышыбыҙ Йошкар-Олала үтәсәк халыҡ-ара бейеү конкурсында ҡатнашырға мөмкинлек бирҙе. Унда ла балалар һынатмаҫ, тип уйлайым, – ти Марат Ғилманов.
Өфөләге 9-сы балалар йортонан Диана Хәмзинаның рухлы башҡорт ҡыҙы булып үҫеп етеүе ҡыуандыра. Рус мәктәбендә уҡыһа ла, башҡорт телендә матур итеп һөйләшә, туған тел буйынса үткәрелгән олимпиада-конкурстарҙа ҡатнаша. Был конкурста Диана «Урал батыр» эпосын өс телдә һөйләп ишеттерҙе.
– Хәҙер башҡорт теле ауыр осор кисерә. Мәктәптәрҙә туған телгә ҡарата иғтибар кәмей. Был сығышым менән мин өлкәндәргә, балалар үҙ телен ярата, өйрәнергә теләй, тип әйтмәксе инем, – тине Диана.
Үҙ көсөнә, һәләтенә ышанған өлгөр ҡыҙ ул. 11-се синыф уҡыусыһы ҡулына яңыраҡ водитель таныҡлығы алған. Мотлаҡ етәксе буласаҡмын, ти. Диана кеүек етәкселәр булһа, телебеҙгә лә хәүеф янамаҫ.
Бәләбәй балалар йорто директорының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Елена Мурсиева, конкурстың кәрәклеген билдәләп:
– Балалар бындай сараларҙы бик көтөп ала. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр һаны кәмемәй. Һуңғы йылдар­ҙа бер үк кимәлдә ҡала. Әммә хәҙер социаль етемдәр күбәйә. Балалар үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡас та, уларҙы күҙәтеп, яҙмыштары менән ҡыҙыҡһынып торабыҙ. Тик алыҫ киткәндәр менән бәйләнеш өҙөлөп ҡуя. Әгәр ҙә балалар ярҙам тоя икән, улар тормошҡа яраҡлашып, матур ғына йәшәп китә ала, йәмғиәт ҡабул итмәһә, үҙҙәренә йомола. Шуға күрә тыуған йортонан ситтә, алыҫта булған йәштәргә урында ярҙам күрһәтелһен ине, – тине.
Был ҡараш менән Баймаҡ райо­нының Түбә балалар йорто педагогы Гөлнур Дилмөхәмәтованың фекере лә ауаздаш:
– Түбәлә 29 бала тәрбиәләнә, 13-ө – патронат ғаиләлә. Күбеһе – бер туған. Бер ғаиләнән ике, өс бала бар. Балалар һаны тотороҡло һаҡлана. Сыҡҡандары урынына яңылары килеп тора. Шуға хәл әллә ни үҙгәрә тип әйтеп булмай. Балаларҙың аралашыуын, белемен үҫтереү өсөн был конкурс бик кәрәк. Башҡа конкурстар баланың ниндәйҙер бер һәләтен асыҡлап үҫтереүгә йүнәлтел­һә, был сарала ярыш төрҙәре күп, балаға бар яҡтан да асылырға мөмкинлек бар.
Конкурста еңеүселәрҙе, номинанттарҙы билдәләнеләр. Әлбиттә, бүләктәр ҙә таратылды. Ауырғазы балалар йортонан Анастасия Миңлеғолова беренсе урын алды, икенсе урынға – Алһыу Гәрәева, өсөнсөгә Диана Хәмзина лайыҡ булды. Шулай ҙа бында еңелеүселәр булманы, балаларҙың сәхнәгә сығыуы, конкурста ҡатнашыуы – үҙе еңеү.
Сараға башланғыс һалынған икән, киләһе йылдарҙа ла яңынан-яңы аҡыллы тәрбиәләнеүселәр үҫер, уларҙан иһә башҡа балалар ҙа өлгө алыр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”