29.03.2013 Бала аҡсаһын башҡа маҡсатта ҡулланма
Ауырғазы районында йәшәүсе 36 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған, ул ҙур суммала мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Тикшереү барышында түбәндәге хәл-ваҡиғалар асыҡлана. Әсә кешенең РФ Пенсия фондына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға «әсәлек капиталы»н тапшырыуҙы һорап яҙған ғаризаһы ҡәнәтләндерелә. ҡатын Пенсия фондына кредитҡа йорт һәм ер участкаһын һатыу-һатып алыу тураһында ялған килешеүҙәр килтерә. Был объекттарҙың ысынында иренең туғандарыныҡы икәнлеге асыҡлана. Пенсия фондынан күрһәтелгән иҫәпкә 385 мең һум аҡса күсерелә, баштан уҡ бюджет аҡсаһын башҡа маҡсаттарҙа ҡулланырға теләгән ҡатын хыялын тормошҡа ашыра. Әсәнең был ҡылығы арҡаһында федераль бюджетҡа матди зыян килтерелгән.
Ғәйепләнеүсе тулыһынса үҙенең ғәйебен таныған.
Л. ХӘЛИТОВА.