29.03.2013 Ғүмер кәсәһен балаларға биргән
Конгресс-холдың концерт залында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле тележурналист, яҙыусы Луиза Фархшатованың юбилей кисәһе үтте.
“Тамыр” студияһын булдырыусы, балалар өсөн тапшырыуҙар авторы Луиза Азамат ҡыҙы киң ижади ҡарашы, егәрлелеге менән һоҡландыра. Баҡтиһәң, уның ташып торған дәрт-ҡеүәте бала саҡта уҡ һиҙелә. Бик сая, ҡыйыу ҡыҙ булып үҫә ул. Уҡ атыуҙа егеттәргә лә ал бирмәй. Уҡытыусылары ҡыҙҙы киләсәктә ҙур спортсы итеп күрә. Тик Луиза Азамат ҡыҙы көтмәгәндә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Талантлы кеше нимәгә генә тотонмаһын, һәр эштә асыш яһай. Студент йылдарында уҡ радиоға килеп, журналистикала тәүге аҙымдар яһай. 1989 йылда балалар өсөн “Иләү” тапшырыуын булдыра. Балалар менән эшләү оҡшай белгескә. 1992 йылда телевидениела “Сәңгелдәк” тапшырыуы уның ижад емеше булып донъя күрә. Шулай “Тамыр” студияһын ойоштороуға башланғыс һалына. Ниндәй кәртәләр аша үтергә тура килеүен Луиза Фархшатова үҙе генә беләлер. Тыйыуҙарҙы, баҫым яһауҙарҙы ла кисерергә тура килә. Бөгөн иһә Луиза Азамат ҡыҙының тырышлығы менән республика телеканалдарында балалар өсөн 20-гә яҡын тапшырыу эшләп килә.
Луиза Фархшатова, режиссер булараҡ, документаль фильмдар ҙа төшөрә. Уның геройҙары араһында билдәле шәхестәр ҙә, ауылдарҙа көн күргән эшсән кешеләр ҙә бар. “Зәйнәб” фильмы һәм күренекле әҙибәгә арналған тапшырыуҙар циклы өсөн Луиза Фархшатова Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты була. “ҡыҙыл түбәтәй”, “Мир. Труд. Май”, “Таныш түгел таныштар” кеүек музыкаль фильмдары ижадында айырым урын алып тора. Луиза Азамат ҡыҙын балалар яҙыусыһы булараҡ та бик ныҡ яраталар. Уның “Йәшәмеш” хикәйәләр йыйынтығын белмәгән уҡыусы юҡтыр.
“Ғүмер кәсәһе” тип аталды байрам кисәһе. Юбилярҙы ижадташ дуҫтары, уҡыусылары ҡотлап, ғүмере кәсәһенә һөйөү тамсылары өҫтәне. “Тамыр” балалар студияһының кескәй “йондоҙ”ҙары менән бергә “Тамыр”ҙан үҫеп сыҡҡан Гөлсөм Бикбулатова, Ильяс ҡарабулатов, Диләрә Иҙрисова кеүек йәш ижадсылар сәхнәлә сығыш яһаны. Луиза Фархшатованың яҡташтары Флүрә Килдейәрова, Салауат Низаметдинов, Вилдан Яруллин, Әлим ҡәйүмов, Илшат Яхин йырлы-моңло ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.
– Мин һәр саҡ тыуған яғымдан, ауылдаштарымдан, райондаштарымдан фатиха, көс алып йәшәйем һәм ижад итәм. Әгәр балаларҙың, тамашасыларҙың тапшырыуҙарымды яратып ҡарауын белмәһәм, эшләүе ҡыйын булыр ине. 35 йыллыҡ хеҙмәт барышында өс тапҡыр эштән ситләшергә һәм кире ҡайтырға тура килде. Телевидениеға, халыҡҡа булған тоғролоғом быға мәжбүр иткәндер. Әле лә ошо тоғролоҡто һаҡлайым, – ти Луиза Фархшатова.
Уның ғүмер кәсәһе халҡыбыҙҙың күңеленә шифа булып ятҡан рухи ынйылар менән мөлдөрәмә тулы. Яңынан-яңы балалар быуынына ошо кәсәнән ауыҙ итеп үҫергә яҙһын.
М. ИҡСАНОВ.