RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мин нисек комсомолға индем?

26.10.2010 Мин нисек комсомолға индем?

Сабир ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, 43 йәш:
– Мәктәптә әллә ни яҡшы уҡый алманым. Шулай ҙа класта барыһы менән бергә комсомол булыу бәхете тейҙе. Иллә-мәгәр комсоргтан йыш ҡына эләгә торғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: бөтөнләй көтмәгәндә инеп киттем комсомол сафына. Уставты ятларға бирҙеләр, ятлай алмайым да ҡуям. Минең өсөн бик ауыр нәмәләр яҙылған кеүек тойола ине унда. Партия етәкселәренең исемдәрен белергә ҡуштылар. Өлкән ағайым, эй, ыҙаланды миңә шуларҙың фамилияларын ятлатып. Ахыры ҡул һелтәне. Алмаһалар, алмаҫтар, уҡыуҙан ҡыуып ҡуйһалар ҙа иламаҫмын, тип барҙым шул көндө мәктәпкә. ҡыҙара бүртеп килеп баҫтым һорау алыусылар алдына. Баҡһаң, миңә нимә тылҡығандар – барыһы ла иҫемдә ҡалған булған. Хатта уставтан мәғәнәһен бөтөнләй аңламаған һөйләмде лә әйттем дә бирҙем. Әллә ни әүҙем комсомол булдым, тип әйтә алмайым, әммә эсеү-тартыуҙан, тәртип боҙоп йөрөүҙән алыҫ булдым.

Радик ВАФИН, 46 йәш:
– Ул саҡта комсомол булыу «текәлек» ине. Беҙҙең бер туғаныбыҙҙы мәктәптә уҡығанда комсомолға алмағандар. Һөнәрселек училищеһына ингәс кенә, әллә 20 йәшендә, Устав ятлап йөрөгәнен хәтерләйем. Бик кәм тоя ине үҙен. Мин иһә пионер саҡта уҡ һәйбәт барабансы булдым, шуға кластан тәүгеләрҙән комсомолға алындым. Бик шаян инем. Комиссияла ултырған уҡытыусының: «Ни өсөн комсомол ойошмаһына инәһең?» – тигән һорауына ла шуҡлығымдан сығып, саҡ: «Класташтарҙан ҡалышырға ярамай бит», – тип яуап бирмәнем. Юҡһа, күрер инем комсомол билетын! Был һорауға яуапты комсомол булған һәр кем иҫләй торғандыр. Әсәйем ВЛКСМ ағзаһы булыуымды байрам һымаҡ ҡабул итте һәм тәмле бәлештәр бешереп ҡаршыланы. Бер күңел­һеҙ ваҡиға иҫтә – комсомол билетымды юғалтҡан өсөн ҡаты киҫәтеү алдым. Мине яуапһыҙлыҡта ғәйепләнеләр.

Ғәлиә СӘЛИМЙӘНОВА, 54 йәш:
– 14 йәшемдән комсомол булып киттем. Мәктәп йылдарындағы иң сағыу ваҡиға, тип иҫәпләйем ошо ойошма сафына алыныуымды. Ул көндө көтөп алдым, комиссия ултырған бүлмәгә инер алдынан ныҡ тулҡынландым. Алмай ҡуйһалар, тип хәүефләндем. Былай бер ҙә кире ҡағырға сәбәптәре юҡ, тип үҙемде ҡат-ҡат тынысландыра-тынысландыра саҡ сиратымды көтөп еткерҙем.
Уставты нисек яҡшы ятлағанымды белһәгеҙ! Оҙаҡ йылдар һәр һүҙен хәтерҙә тоттом. Шулай ҙа комиссия артыҡ һорау биреп йонсотманы. Сөнки мин алдынғы уҡыусы, пионер-активистка, етмәһә, спортсы инем. Бер аҙ үпкәләнем дә хатта – исмаһам, башҡаларға биргән: «Ни өсөн комсомол сафына инергә теләйһең?» – тигән һорауҙы ла бирмәнеләр. Ә был бик мөһим ине. Комсомол – өлгөлө кеше, тип өйрәтә ине атай-әсәйҙәр. Шуға ынтылдыҡ та инде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”