RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Барыһына ла асыҡ күңел

26.03.2013 Барыһына ла асыҡ күңел

Бер заман аҡыл эйәһенә зифа буйлы бик сибәр ҡыҙ килә лә күҙ йәштәре аша:
– Миңә нимә эшләргә? Һәр ваҡыт кешеләргә тик яҡшылыҡ эшләргә тырышам, берәүҙе лә рәнйеткәнем юҡ, йомош менән килгәндәрҙе буш сығармайым. Уйымда – башҡаларға ҡарата тик изгелек. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың мине мыҫҡыл итеп көлөүе, нисек булһа ла түбәнһетергә тырышыуы йөрәгемде әрнетә. Ә ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй дошман­ һымаҡ күрә. Минең бер ниндәй ғәйебем юҡ бит, шул тиклем ғәҙелһеҙлек. Кәңәш бирегеҙсе миңә, – ти. Аҡыл эйәһе сибәр ҡыҙға ҡарап йылмая ла:
– Бөтә кейемеңде һалып, ҡала буйлап яланғас йөрө, – ти.
– Әллә аҡылығыҙҙан яҙҙығыҙмы? – тип асыулана ҡыҙ. – Былай эшләһәм, бөтөнләй мыҫҡыл итеп, йөҙөмдән аласаҡтар бит.
Шул саҡ аҡыл эйәһе өҫтәлгә ҙур көҙгө килтереп ҡуя ла:
– Кешеләр алдына яланғас сығырға ҡурҡаһың, ә ул сағында ни өсөн бөтә донъя буйлап асыҡ күңел менән йөрөйһөң? Һинең күңелең ишектәре бөтәһенә лә шар асыҡ. Кем иренмәй, кем теләй – барыһы ла тормошоңа ҡыҫыла. Һәм тормошоңдағы иң матур нәмәләрҙе, бөхтәлекте күреп, үҙҙәренең насарлыҡтары менән бысратыр­ға тырыша. Күп кеше кемдеңдер үҙенән яҡшы икәнен танырға теләмәй. Тап шундайҙар яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ашыҡмай, таҙа күңелдәргә нисек тә ҡара яғыр­ға тырыша, – ти.
– Миңә нимә эшләргә һуң? – ти ҡыҙ.
– Әйҙә, – ти аҡыл эйәһе, – һиңә үҙемдең баҡсамды күрһәтәм. Унда инер алдынан ул:
– Бына ошо иҫ киткес матур сәскәләргә бик күп йылдар һыу һибәм, уларҙы тәрбиәләйем. Әммә әле бер генә тапҡыр ҙа уларҙың нисек сәскә атҡанын күргәнем булманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһенең еҫе һәм матурлығы менән ләззәтләнәм. Һин дә, ошо сәскәләр һымаҡ, кешеләр алдында күңелеңде ашыҡмай, һиҙҙермәй генә ас. Кем һиңә дуҫ булырға лайыҡ, кем сәскәләргә һыу һибә, уларҙың матурлығына һоҡлана, ә кем уларҙы йәлләмәй йолҡа, ергә ташлап, тапап китә...

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”