RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Юлдарҙа елеп йөрөйәсәкбеҙ

22.03.2013 Юлдарҙа елеп йөрөйәсәкбеҙ

Юлдарҙа елеп йөрөйәсәкбеҙ
БР Хөкүмәте 2030 йылға тиклем Башҡортостандың төбәк һәм му­ни­ципаль-ара кимәлдәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юл­дарын камиллаштырыу һәм үҫтереү стратегияһын тикшерҙе.
Был стратегияны контракт буйынса Санкт-Петербург Тер­риториаль үҫеш һәм транспорт инфраструктураһы ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институты эшләй. Ул асыҡ конкурс нигеҙендә һайлап алынған.
Төбәктә юлдар мәсьәләһенең көнүҙәк булыуын барыбыҙ ҙа белә.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов та төбәк һәм муниципаль-ара кимәлдәге юлдарҙың – 76, урындағы юлдарҙың 80 проценттан ашыуына ремонт талап ителеүе хаҡында әйтте. Булған күперҙәрҙең яртыһы тиерлек насар хәлдә. Әлбиттә, тармаҡтың төп проблемаһы – аҡса етмәүҙә. 2006 − 2010 йылдарҙа, мәҫәлән, юл эштәрен финанслау күләме 18 процентҡа тиерлек ҡыҫҡартылған.
– Нормаға ярашлы, йыл һайын 3,5 мең километр юлға ремонт талап ителә, беҙ иһә тейешле күләмдең биштән бер өлөшөн ремонтлайбыҙ, – тип билдәләне Президент.
Был хәлде төҙәтеү өсөн оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән системалы эш талап ителә. Үрҙә телгә алын­ған стратегия тап шуның өсөн кәрәк тә инде.
Санкт-Петербург Территориаль үҫеш һәм транспорт инфраструктураһы ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институты иҫәпләүҙәре буйынса, максималь вариант буйынса дөйөм сығым – 612,2 миллиард һум, минималь буйынса 249,7 миллиард һум тәшкил итә. Сумманың иң күп сығымдан 279 миллиард һумын һәм әҙ сығымдан иҫәпләнгән 113 миллиард һумын тик юлдар төҙөүгә һәм реконструкциялауға йүнәлтеү күҙаллана. Беренсе вариант − 2626 километр, икенсеһе 1800 километр юл төҙөүҙе, реконструкциялауҙы күҙ уңында тота. Йәнә лә теүәлерәк һанға туҡталғанда, стратегияның максималь варианты буйынса юлдың бер километры – 110 миллион һумға, минималь буйынса 63 миллион һумға төшәсәк.
Стратегия Европа – Көнбайыш ҡытай халыҡ-ара транспорт коридоры составына ингән Баулы − Күмертау юлын төҙөүҙе лә үҙ эсенә ала.
Башҡортостан Президенты фекеренсә, Европа – Көнбайыш ҡытай коридорының әлеге участкаһы Башҡортостан сиге буйлап ҡына үтәсәк һәм ҙур сәнәғәт үҙәктәрен үҙ-ара бәйләмәйәсәк. Шуға күрә әлеге түләүле юлдың беҙгә файҙа килтереүе икеле.
Ултырышта билдәләүҙәренсә, документты аҙағынаса эшләп еткерергә кәрәк. Бер ай эсендә ул йәнә министрлыҡ һәм ведомстволарҙа ҡараласаҡ, бынан һуң республика Хөкүмәтендә ҡабат тикшереләсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”