RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

22.03.2013 Орденлы ертаныр*

Орденлы ертаныр*
Һуғыш осоро балаларының һәр береһенең яҙмышы хаҡында айырым китап яҙырлыҡ. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Таһир Юланов − шундайҙарҙың береһе.
1938 йылдың 15 февралендә яҡты донъяға ауаз һала малай. Әлбиттә, һәр яңы тыуған сабый ғаиләгә, туғандарына оло шатлыҡ өҫтәй, ә 109-сы йылҡысылыҡ заводының ҡамышүҙәк участкаһында табунсылар бригадиры булып эшләгән атаһы Тажетдин ағай өсөн ғаиләгә ир бала өҫтәлеүе икеләтә шатлыҡ. Тик был шатлыҡ оҙаҡҡа һуҙылмай, ғаилә башлығы донъя менән хушлашҡанда малайға ике йәш тә тулып өлгөрмәй. Әле матди яҡтан нығынып өлгөрмәгән ғаилә землянкала әсәй ҡарамағында тороп ҡала. Өҫтәүенә, көтмәгәндә тоҡанып киткән ҡәһәрле һуғыш йәшәү шарттарын насарайтып, башҡарып сыға алмаҫлыҡ һынауҙарға дусар итә. Тормош, әлбиттә, туҡтап ҡалмай. Таһир ҙа һуғыш балалары күргәндең барыһын да башынан кисерә, тиҫтерҙәре кеүек һуғыштың тиҙерәк бөтөүен теләй, ас-яланғас тигәндәй көндө төнгә ялғап буй еткерә, өлкәндәр менән бергә тормош йөгөн тартыша, төрлө эштәргә йәлеп ителә. Һуғыш тамамланғас, ҡайһы бер тиҫтер­ҙәренең яралы, аяҡ-ҡулһыҙ булһа ла аталары ҡайта, ә был үҫмер ул бәхеттән дә мәхрүм була. Шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, эшһөйәр әсәһе өлгөһөндә үҫкән Таһирға тормош ҡаршылыҡтары кәртә була алмай. Ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлаған малайҙы белемгә ынтылышы Матрай мәктәбенең 5-се синыфына килтерә. Әммә һыуыҡ көндәр башланғас, көн һайын йәйәүләп 12 саҡрымдағы Матрайға йөрөү ауырлаша һәм ул, уҡыуын ташлап, эшләй башлай. Арҡаланырға атай булмағас, ҡараш та башҡаса була: башҡа малайҙар аттарҙа күбә тарттырһа, ул − эҫе көндә сәнскәкләп китә торған үгеҙҙә, тиҫтерҙәре ат тырмаһында булһа, ул трактор артындағы бесән сапҡысында йөрөп, саң йота. Тыңлаусан малай өндәшмәй эшләүен белә һәм тиҙҙән ғаиләһенең төп таянысына әүерелә. Артабан уның тормошо ҡырҡа үҙгәрә: Үрге Ғәлелә йәшәгән әсәһенең бер туған ҡустыһы − Ғәләүетдин ағаһы әрменән ҡайтып, Таһир менән Фәүзиә апаһын үҙенә ала. Шунда 7-се синыфты тамамлау менән ул уҡыуын Юлдыбай урта мәктәбендә дауам итә, тик икенсе йылына: «8-се синыф өсөн аҡсаң түләнеп бөтмәгән», − тип ҡыуып ҡайтаралар. Мәктәпкә түләргә әмәле булмаған, әммә уҡыу теләге һүрелмәгән үҫмер күрше райондағы Һамар тракторсылар курсына юллана. «ҡорос ат»ты ауыҙлыҡлау сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе дәррәү үҙләштергән йылдарға тура килә. Әле быуындары ла нығынмаған йәш тракторсы үҙенең ДТ – 54 тракторында яҙҙан көҙгә тиклем ер эшкәртһә, ҡышын малға аҙыҡ ташый, күрше өлкәләге Һары, Һарыҡташ туҡталыштарына тауарға йөрөй. Йәш механизатор һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була. Егеткә дәрт өҫтәп, 1956 йылда бүлексәлә беренселекте яулағаны өсөн аҡсалата премия менән Маҡтау грамотаһы бирелә. Был бәхеткә әсәһе Йәмилә апай ныҡ шатлана. Эштән ҡурҡмаған егеткә землянкала йәшәүе лә оҡшап етмәй һәм ул хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем заманаһына күрә бәләкәй булһа ла өй төҙөп, әсәһен шунда сығара. Әрмелә ил алдындағы бурысын да уңышлы үтәй, ныҡлап спорт менән шөғөлләнә, бокс, шахматҡа өҫтөнлөк бирә. Өлгөлө хеҙмәте өсөн Таһирҙы часть байрағы алдында фотоға төшөрөп, әсәһенә Рәхмәт хаты ебәрәләр. Тик хеҙмәте аҙағында ҡулбаштарын ныҡ имгәткән һалдат, инвалид булып, тыуған яғына ҡайтарыла. Эшкә яраҡһыҙ егет, сәләмәтлеге яҡшыра төшкәнсе ваҡытын бушҡа ебәрмәҫ өсөн, әлеге Юлдыбайға (райондың берҙән-бер урта мәктәбе) экстерн имтихан тапшырыу өсөн рөхсәт алырға килә. Тик, бер уңмаған юлды ҡыума, тигәндәй, элекке бирәсәген иҫенә төшөрөп, документтарын да кире бирмәй сығарып ебәрәләр. Шулай ҙа тормоштоң ошондай ғәҙел­һеҙлегенә бирешергә теләмәгән егет белем алыу маҡсатында мәктәп справкаһы менән Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына юллана. Унда әүҙем студентты комсорг итеп һайлайҙар. Таһир спорт менән дә шөғөлләнә, әүҙем йәмәғәтсе лә була, юғары стипендия ала, ял йортона путевка менән бүләкләнә. Әммә йөрөүе бик алыҫ булғанлыҡтан, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы асылғас та шунда күсә. Урта махсус уҡыу йортон тәрән белем менән тамамлаған, бала саҡтан ер, икмәк ҡәҙерен белгән агроном 1967 йылда үҙ районына ҡайтып, «Башҡорт» совхозының Байғужа бүлексәһендә ҡолас ташлап, ал-ял белмәй, көн-төн тимәй, эшкә тотона. Ер яратҡан агрономдың маҡсаты – сәсеү әйләнеше булмаған, түбән уңышлы, гектар ҡеүәте ни бары 7 – 8 центнер тәшкил иткән ҡыйлы баҫыуҙарҙың гектар ҡеүәтен тиҙерәк арттырыу. Механизаторҙарға ваҡытында дөрөҫ һәм кәрәкле кәңәш биреүе, техниканы, сәсеү һәм ырҙындағы ҡорамалдарҙы яҡшы белеүе менән дә абруй ҡаҙана ул.
Эшкә ихлас тотонған агрономды бүлексәнең партия ойошмаһына секретарь итеп тә һайлай­ҙар. Шәхси тормошонда ла үҙгәрештәр була: уҡытыусы Хәмиҙә Юлгилдина менән донъя ҡора. Ир – беләк, ҡатын −– терәк, тигәндәй, икәүһе лә ситтән тороп институтҡа уҡырға инә. Тырышлыҡ бушҡа китмәй: уҡыу ҙа, эш тә алға китә, хужалыҡ баҫыуҙарының гектар ҡеүәте лә йылдан-йыл күтәрелә бара һәм 1973 йылда гектарынан 30 центнер уңыш алыуға өлгәшкән агроном Таһир Юланов Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Юғары белемгә эйә булыу менән үҙен бүлексә идарасыһы итеп үрләтәләр, ә етәкселек эшендә бер аҙ тәжрибә туплағас, «Юлдыбай» совхозының баш агрономы итеп ҡуялар. ҡатыны Хәмиҙә Хәмзә ҡыҙы ауыл советы менән етәкселек итә.
Һәр баҫыуҙан күпме уңыш алыуҙы алдан билдәләй алған һәм һәр урындың нимәгә мохтажлығын алдан күргән, йәғни ер серен белгән агроном юғары уңыштарға өлгәшә. Әммә баш агроном, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1985 йылда еңелерәк эшкә күсергә мәжбүр була. Таһир Тажетдин улын Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡытыусы итеп тә, «Һүрәм» совхозына директор вазифаһына ла саҡыралар. Әммә ул бөтә тәҡдимдәрҙе лә кире ҡағып, ваҡытынан алда хаҡлы ялға китә.
Орденлы хеҙмәт ветераны Т. Юланов, пенсияға сыҡҡас та тыныс тормошто үҙһенмәне, киреһенсә, икенсе һулышы асылғандай, шәхси хужалыҡҡа ныҡлап тотондо, матур итеп яңынан йорт һалып сыҡты, малын ишәйтте, емеш-еләк баҡсаһы булдырҙы. Бал ҡорттары менән ныҡлап шөғөлләнә башланы.
– Бал ҡортона әллә ни сығым кәрәкмәй, үҙҙәре шикелле иртәнән кискә тиклем яйлап ҡына эшләргә лә йөрөргә, иң мөһиме – шифаһы ҙур, – ти хәҙер инде тәжрибәле умартасы.
Юлановтар өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе һәм уларға юғары белем бирҙе. ҡыҙҙары Римма – Иркутск ҡалаһында табибә, хәрби госпиталь начальнигы, Нурия Сибайҙа уҡытыусы булып эшләһә, кинйәләре Заһир ауылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Һәр береһе айырым донъя көтә. «Өлгөлө шәхси хужалыҡ» исеменә лайыҡ булған Юлановтарҙың донъяһын күреп һоҡланырға ғына ҡала. Ғаилә башлығы менән хужабикәгә тағы бер оло сифат −– хәстәрлеклек хас. Сөнки үҙҙәре иҫән саҡта ла ярҙамға мохтажлыҡ кисергән Таһирҙың апаһы ла, еҙнәһе лә, туғыҙ балаһын ҡалдырып, бер-бер артлы яҡты донъя­нан китә.
Ағай менән еңгәй етем балаларға берҙән-бер терәк тә, таяныс та була. Балалар үҙҙәре лә бик әрһеҙ, тырыш һәм уҡыуға һәләтле булып үҫә. Бөгөн барыһы ла юғары белемле уҡытыусы, табип, инженер, журналист, юрист булып эшләй. Хәмиҙә Хәмзә ҡыҙы уларҙың иң яратҡан еңгәләре булһа, Таһир Тажетдин улы хужабикәнең алты һеңлеһе менән ҡустыһына һөйкөмлө еҙнәй ҙә.
Ғөмүмән, Юлановтар туғандарға бик бай, улар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Һәр береһен уҡытыу, әрмегә оҙатыу һәм ҡаршы алыу, уларҙы башлы-күҙле итеп туйҙарын үткәреү, шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашып тороу, кәңәштәре менән дөрөҫ юл күрһәтеү – Юлановтар өсөн яҙылмаған изге ҡанун, оло туғанлыҡ бурысы. Шундай кешелек сифаттары өсөн яҡындары ла уларҙы ихтирам итә һәм улар­ға сикһеҙ рәхмәтле. Мул, етеш тормош кисергән бар яҡтан да өлгөлө ғаиләнең донъяһы ла, күңеле лә киң һәм яҡты.

Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.


*Ата-бабаларыбыҙ һөйләшендә урыҫ һәм сит ил һүҙҙәре ҡулланылмаған дәүерҙә игенселек эше менән шөғөлләнеүсене, ауыл хужалығы белгесен «ертаныр» тип йөрөткәндәр…










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”