RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Еребеҙҙе ҡәҙерләйек

22.03.2013 Еребеҙҙе ҡәҙерләйек

Еребеҙҙе ҡәҙерләйек
Халыҡ-ара ер көнөн яҙғы көн менән төндөң тигеҙләшкән ваҡытында билдәләйҙәр. Был көн бер генә тапҡыр билдәләнмәй – 22 апрелде дә Ер көнө тип раҫлаған сығанаҡтар бар. Ярай, яҡшы нәмә артыҡ булмаҫ − уларҙың икеһе лә экология тураһында уйланыу, тәбиғәткә ҡарата гуманлы ҡараш тәрбиәләү маҡсатында булдырылған. Ер көнөн Ер шары көнө тип аңларға кәрәк – һүҙ донъябыҙ, беҙҙе уратып алған тирә-яҡ мөхит тураһында бара. Хоҙай тарафынан яратылған ағас-ҡыуаҡлыҡтар, хайуандар һәм йәнлектәр, балыҡтар, һыу, һауа кеүек бәрәкәттәр тураһында тағы ла бер тапҡыр уйланып, уларға ҡарата мөнәсәбәтебеҙҙе ҡайтанан ҡарау өсөн булдырылған был матур көн.
ҡайҙалыр алыҫта ятҡан һәм бөгөн яҡлауға мохтаж булған арыҫландар, тюлендәр йәки дельфиндар тураһында күп итеп һүҙ сурытырға мөмкин, әлбиттә. Ләкин бөгөн тап үҙебеҙҙең донъя­быҙ – Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарына иғтибар итке килә. Эйе, бай урында төпләнгәнбеҙ, ҡоштарыбыҙ, балыҡтарыбыҙ, кейектәребеҙ, урманыбыҙ һәм башҡа тәбиғәт байлыҡтары беҙҙә бик күп. Уларҙың иҫәбе-һаны ла юҡ, тип уйлағандар барҙыр арабыҙҙа. Был дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй – тәбиғәт байлыҡтары, кейектәр, ҡоштар һәр йыл һайын һанала. Был – бик сетерекле һәм бик күп тырышлыҡ талап иткән эш. Нимәгә кәрәк был мәшәҡәт, тип уйларға ла түгел. Һәр нәмә контролдә булырға тейеш. Иҫәп алыу йәнлек һәм ҡоштарҙың кәмеүен-артыуын белеү өсөн дә бик кәрәк. Бына һеҙҙең, Башҡортостанда нисә бүре бар икән, тип уйланғанығыҙ булдымы?
Сут-сут һайрай ҡоштар

Әйтеп үтеүебеҙсә, тыуған яғыбыҙҙың һунар итергә рөхсәт ителгән ҡоштары һәр йыл һайын һаналып, күҙәтелеп бара. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы тикшереүҙәр ошо һандар­ҙы күрһәтә: беҙҙә 3 меңдән ашыу ағуна бар. Тик был ҡош һәр бер районда осрамай. Ул күберәк Көньяҡ Урал зонаһын үҙ итә. Һуңғы дүрт йыл эсендә ағунаның һаны ныҡ ҡына үҙгәреп тора – 23 меңдән 43 меңгә тиклем билдәләнә. Ә бына аҡ ағуна юғала барған ҡоштар иҫәбенә индерелгән. Уны белгестәр Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарында осрата. Хәҙер аҡ ағуна Башҡортостан Республикаһының ҡыҙыл китабына индерелгән, уны һаҡларға бурыслыбыҙ.
Республикабыҙҙың бер генә районын да мәхрүм итмәгән, “үпкәләтмәгән” ҡоштарыбыҙ ҙа осрай. Мәҫәлән, ҡор. Һуңғы биш йыл эсендә был ҡоштоң һаны ныҡ артҡан – 122 меңдән 230 меңгә тиклем еткән. Был ҡыуандыра торған факт.
Сел һәм һуйыр ҙа бар бит әле. Был ҡоштарыбыҙ ҡара урмандарҙы хуп күрә, уларҙы атып алырға мөмкин. Селдәрҙең һаны Башҡортос­танда гелән үҙгәреп тора. Һуңғы йылдарҙа уларҙың һаны 122 меңдән 230 меңгә тиклем, тип иҫәпләнә.

ҡоралайҙар һәм бүреләр

Башҡортостандың хайуандар донъяһын контролдә тотоу өсөн белгестәр йыл һайын республикабыҙ буйлап 13050,6 километр ерҙе арҡырыға-буйға йөрөп сыға. Һанау ҡарҙа ҡалған эҙҙәр буйынса башҡарыла. Шуға ла бөгөн һеҙгә ҡышын йоҡоға талған тайыш табандар хаҡында мәғлүмәт бирә алмайбыҙ. ҡуяндар һәм бүреләр, төлкөләрҙең иҫәпһеҙ-һанһыҙ булмағанлығын күреү өсөн Баш­ҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә күҙ һалайыҡ. Уның буйынса, беҙҙә һуңғы ваҡытта ҡоралай менән бүреләр­ҙең һаны артып китеүе күренә. Ә бына тейендәр менән мышылар кәмегән. Һандарға ҡарайыҡ: 2011 йылда Башҡортостанда 16383 мышы булһа, 2012 йылда уларҙың һаны 13884-кә генә ҡалған. Быйылғы тикшереүҙәр әле бөтмәгән, ләкин мышылар артып киткән, тип уйларға нигеҙ юҡ. Уларҙың кәмеүенең сәбәптәре төрлө – һунар ҙа әүҙем барған, ҡышын ҡарҙың аҙ булыуы ла был хайуандарҙы икенсе ергә күсеп китергә мәжбүр итә.
ҡабан, эре себер боландары – маралдар, ҡуяндар, һеләүһендәрҙең һаны тотороҡло тип әйтерлек. ҡабандар ғына бер аҙ артып киткән. Был хайуандар республикабыҙҙың төрлө урындарын үҙ итә − уларҙы теләһә ниндәй районда осратырға мөмкин. Ни тиһәң дә, был хайуан ашамаған нәмә юҡ тиерлек – ул наҙланып тормай. ҡабандар йылы ҡышты, ҡар аҙ булыуын ярата һәм шундай йылдарҙа әүҙем үрсейҙәр.
Маралдар Башҡортостан Республикаһының ҡыҙыл китабына индерелгән. Уларҙы атыу тыйылғанлыҡтан, һуңғы ваҡытта саҡ ҡына артып, 700 башҡа еткәндәр. Себер боландарын ни бары биш районда ғына күрергә була − Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән һәм Йылайырҙа. Ғөмүмән, тап ошо райондарҙа кейектәр ҙә, ҡоштар ҙа бик күп һәм төрлө. Унда йәшәгән халыҡҡа был тәбиғәт бүләктәренең ҡәҙерен белергә генә ҡала.
Бүрегә тағы ла бер тапҡыр туҡталмайынса булмай. Был йыртҡыстарҙы һунарсыларыбыҙ туҡтауһыҙ атып алып торһа ла, улар беҙҙә әүҙем үрсей. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республика территорияһында әле 515 тирәһе бүре йөрөй. Улар беҙҙең юлдарға сыҡмаһын инде, бигерәк тә яҙын ас булалар бит.

Бай беҙҙең тыуған ер, шулай бит?! Ләкин был донъяла бер нәмә лә төпһөҙ һәм һанһыҙ түгел – бөтәһе лә аныҡ һәм һанаулы. Шуға ла һәр бер ҡошсоҡҡа, һәр бер бәләкәй генә тейен балаһына яратып, һоҡланып ҡына түгел, һаҡсыл да ҡарайыҡ. Кеше үҙе лә бит тәбиғәт балаһы. Үҙебеҙҙең киләсәкте беҙҙән башҡа бер кем дә ҡайғырта алмай.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”