RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ул булған ерҙә бер кеше лә төшөнкөлөккә бирелмәй

22.03.2013 Ул булған ерҙә бер кеше лә төшөнкөлөккә бирелмәй

Ул булған ерҙә бер кеше лә төшөнкөлөккә бирелмәй
Республика башҡорт лицей-интернатының тәжрибәле уҡытыусыһы Мәүлиха Дәүләтшина һәр кемде ыңғай йүнәлешкә көйләй белә
Ғүмер ағышында күп кенә кеше менән осрашаһың. Ләкин уларҙың күпселеге һинең тормошоңда бер ниндәй ҙә эҙ ҡалдырмай. Бик аҙҙары, бармаҡ менән һанарлыҡтары ғына күңелгә онотмаҫлыҡ булып инеп урынлаша. Һин уға таянаһың, кәңәштәрен тотаһың, шатлыҡлы йәки ауыр мәлдәрҙе бергә кисерәһең. Мәүлиха Фәрит ҡыҙы ла нәҡ шундай таяныс булырҙай кешеләрҙең береһе.
Ул − республикабыҙҙа танылыу яулаған билдәле Республика башҡорт лицей-интернатының абруйын күтәреүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы.
Ғорур тау-ҡаялар буйлап, бормаланып аҡҡан йәмле Әй йыл­ғаһы буйында урын­лаш­ҡан хозур тәбиғәтле Аҫылғужа ауылы ҡыҙы бәләкәйҙән тиктормаҫ та, уңған да, шаян да булып үҫә. Донъя йөгөн яңғыҙы алып барған әсәһе Зәкиә апайға кескәй сағынан ярҙам итеп, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, ныҡыш ҡыҙ гел алға ынтыла.
Һөнәр һайлау − кеше тормошонда иң яуаплы аҙым. Сөнки ул шәхестең киләсәген билдәләй. Урта мәктәпте тамамлаған ҡыҙға, ниндәй профессия һайларға икән, тип оҙаҡ баш ватырға тура килмәй. Бала сағынан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ ҡыҙ БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Тырыш, уңған ҡыҙҙы яҙмыш төрлөсә һынай. Студент йылдарында ул тормошта иң яҡын, ғәзиз кешеһен – әсәһен юғалта. Зәкиә апай йәшләй генә фажиғәле рәүештә был донъянан китеп бара. Әммә көслө рухлы башҡорт ҡыҙы яҙмыш һынауҙары алдында һынмай, уҡыуын дауам итә һәм юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлаған көнөнән алып бөгөнгәсә һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Рус теле уҡытыусыһы булып эшләй башлаһа ла, үҙ милләтенең ҡыҙы булараҡ, халҡына хеҙмәт итеү юлын һайлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китә.
Милләтең мәнфәғәтенә хеҙмәт итһәң, бәҫең, мәртәбәң башҡа­лар­ға ла билдәле була, исемең бар донъяға тарала, офоҡтар сиге киңәйә.
Мәүлиха Фәрит ҡыҙы ла исеме бөтә республикабыҙға билдәле, абруйлы уҡытыусы. Уға төрлө төбәктәрҙән, кәңәш тә, ярҙам да һорап, кемдәр генә шылтыратмай ҙа кемдәр генә килмәй?! Тын­ғыһыҙ уҡытыусы һәр береһенә ваҡыт таба, береһен дә кире бороп ебәрмәй, белеме, тәжрибәһенә таянып, аҡыллы кәңәштәре менән барыһына ла ярҙам итә.
Мәүлиха Фәрит ҡыҙы – башҡорт лицей-интернатында оҙайлы хеҙмәте менән абруй, ихтирам ҡаҙан­ған шәхес. Лицейҙа ун алтынсы йыл арымай-талмай ауыр, яуаплы уҡытыусы эшенә баштан-аяҡ сумып, ал-ял белмәй алға бара. Балаларға милли тәрбиә биреп, баланың асылын, рухи аңын үҫтереү буйынса ниндәй генә эштәр алып бармай. Уның уҡыусылары – йылдың-йылы төбәк-ара, ҡала, район кимәлендәге олимпиадалар, республика ғилми-ғәмәли конференциялары һәм башҡа конкурстар еңеүселәре. Уйлап ҡа­раһаң, күпме көс, күпме сабырлыҡ талап ителгән!
Мәүлиха Фәрит ҡыҙының дәрестәренән һуң да эргәһенән бала­лар­ҙың өҙөлмәүе, уға тартылып, талпынып, артынан эйәреп йөрөү­ҙәре лә уның ысын мәғәнәһендәге уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә икәнлеген тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Класс етәксеһе, тәрбиәсе булараҡ етәкләгән уҡыусыларҙың яртыһынан күбеһенең Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының элиталы юғары уҡыу йорттарында белем алыуында ла Мәүлиха Фәрит ҡыҙының баһалап бөткөһөҙ өлөшө бар. Каникулға ҡайтҡанда, ярат­ҡан уҡытыусыларын күреү өсөн, атлығып килеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында сәй эсеү, әңгәмәләшеү матур бер йолаға әйләнде. Уҡыусыларына ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биреп, уларҙы дәртләндереп, яҡшыны ямандан айырырға өйрәткән, донъяға ҡа­ра­шын формалаштырған, унан шә­хес тәрбиәләүгә бөтә көсөн һалған уҡытыусы ул.
Тәжрибәле уҡытыусының шәхси уңыштары ла байтаҡ. Уның хеҙмәтен баһалап, Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы хөкүмәте, Мәғариф министрлығы тарафынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ. Мәү­лиха Фәрит ҡыҙы – «Иң яҡшы баш­ҡорт теле уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе, XI төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу­сыһы − 2006» конкурсы лауреаты, Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған тынғыһыҙ мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы ла. Тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, йылдың-йылы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтына белемен камиллаштырыуға килеүселәргә семинарҙар, асыҡ дәрестәр үткәреү, олимпиадалар, төрлө конкурстарҙа баһалама комиссияһында эшләү ҙә Мәүлиха Фә­рит ҡыҙының уҡытыусылыҡ эшенең бер бәләкәй өлөшө генә.
Мәүлиха Фәрит ҡыҙының бөгөн алып барған эштәре һанап бөткөһөҙ: башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы етәксеһе, тәрбиәсе­ләр­ҙең методик берекмәһе етәксеһе, класс етәксеһе, тәрбиәсе һәм дә уҡытыусы! Уйлап ҡараһаң, иңендә ни тиклем яуаплылыҡ ята. Йыш ҡына бөтмөр, уңған, һәр нәмәгә яуаплы ҡараған, башҡа­лар­ҙың эшен дә күреп өлгөргән, лицей тормошона, киләсәгенә битараф ҡалмаған ябай ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы был тиклем көс һәм илһамды ҡайҙан ала икән, тип аптырап та, һоҡланып та ҡуяһың. Ул, иртәнән алып кискә тиклем балалар араһында эшләүенә ҡарамаҫтан, ғаиләһендә өлгөлө ҡатын, әсәй, ҡәйнә лә. Тормош иптәше Шәйгәрҙән Шакирйән улы менән һоҡланырлыҡ башҡорт рух­лы ул менән ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. ҡыҙ­ҙары Лена Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын уңышлы тамамлап, бөгөн Өфө дәүләт медицина университетының би­шен­се курсында уҡый, бер үк ваҡытта эшләп тә йөрөй. Ә улдары Айҙар, Республика башҡорт ли­цей-интернатын тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курс студенты. Татыу, өлгөлө ғаиләнең йортонан туғандары ғына түгел, таныштары, дуҫ-иштәре лә өҙөлмәй. Был, әлбиттә, уның оло йөрәкле, изге, асыҡ күңелле, ярҙамсыл булыуының сағыу бер миҫалы.
“Уңған да, шаян да, ғөмүмән, тормоштан йәм табып йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ. Матур итеп йырлай, алсаҡ күңелле, ярҙамсыл кеше. Уның яңғыратып көлөп ебәреүе генә үҙе ни тора! Ул булған ерҙә бер генә кеше лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп бармай, ә киреһенсә, дәрт, көс ала, кәйефе күтәрелә. Тормошта ниндәй генә ауыр мәсьәләләр килеп тыумаһын, икеләнеп тә тормай, хәл итеү юлдарын эҙләй. Шуның өсөн дә уның эргәһенән кешеләр өҙөлмәй”, – тип һөйләйҙәр уның тураһында коллективта.
Эйе, Мәүлиха Фәрит ҡыҙының бөтә ғүмер юлы эҙләнеүҙән, ты­рыш хеҙмәттән тора. Уның иҫ киткес ныҡышмаллығына, маҡсат­ҡа ынтылышына ҡарап һоҡланырға ғына ҡала.

Таңсулпан ИСЛАМОВА.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”