RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дәрттәре лә, дармандары ла етерлек

19.03.2013 Дәрттәре лә, дармандары ла етерлек

Дәрттәре лә, дармандары ла етерлек
Өфө ҡалаһында, Каруанһара­йҙа үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолдо. Унда ҡуйылған ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар, бәйләнгән свитер-кофталар, төрлө нағыштар һалынған паннолар, картиналар, биҙәкле ағас ҡумталар, биҙәүес әйберҙәр һушты алырлыҡ! Ябай ғына ептәр һәм мәрйендәр уңған кеше ҡулында гөлгә әүерелгән. Күңел йылыһы һалып бәйләнгән ойоҡбаштарҙы тотоп, эргәмдә торған ханыма өндәшәм. Гөлнара Егорова Өфө ҡалаһының һуҡырҙар йәмғиәте ағзаһы икән. Ул – беренсе төркөм инвалиды, күҙе бөтөнләй тиерлек күрмәй.
– Бәйләргә һәм сигергә бик яратам. Ә тормош иптәшем Константин йүкә ағасынан көндәлек кәрәк-яраҡ әйберҙәр, сувенирҙар етештерә. Уның менән 2000 йылда Мәскәү янындағы Воло­коламск һуҡырҙарҙы реабитилациялау үҙәгендә таныштыҡ. Ул хәрби бурысын үтәгәндә, минаға баҫып, күреү һә­ләтенән яҙған. 2001 йылда Константин Башҡор­тостанға күсеп килде һәм беҙ өйләнештек.
Өфө ҡалаһының Һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе Галина Бычкова әйтеүенсә, уларҙың ойошмаһында 1100 кеше иҫәптә тора, шуларҙың утыҙы ғына ҡул эше менән булыша. “Яңғыҙлыҡ бик ҡурҡыныс ул, ә бергәләшеп йыйылһаҡ, рәхәт булып ҡала, бер-беребеҙҙең хәлен, проблемаларын аңлайбыҙ. Күмәкләп төрлө эштәр менән булышабыҙ, йыуаныс табабыҙ”, – тине.
Дәрттәре лә, дармандары ла етерлек
Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе бөгөн күп мәсьәлә борсой. Иң бәкәлгә һуҡҡаны – эшһеҙлек. ҡайһыларҙың хатта юғары белеме булһа ла, эш биреүселәр уларҙы алырға атлығып бармай. Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр бер ауырлыҡһыҙ йәмәғәт урындарында йөрөһөн өсөн күпте эшләй­ҙәр, әммә етешһеҙлектәр бар әле. Күптәр бер пенсияға ҡарап йәшәй. Хаҡтарҙың йүгәнһеҙ ат кеүек сапҡанын күҙ уңында тотһаң, уларға еңел түгел. “Дарыуҙарҙың бөтәһе лә бушлай бирелмәй. Сирләү үтә ҡиммәткә төшә, шуға ауырымауың хәйерле. Бушлай путевка бирелә, тиҙәр, әммә уны юллауы анһат түгел”, – тине Галина Бычкова.
33 йәшлек Светлана Костылева үҙ ҡулдары менән һабын эшләй. “Ингредиенттарҙы интернет аша һатып алам. Шунан рецепт буйынса ҡайнатам да, төрлө формаларға һалып һыуытам. Бындай һабын аллергия тыуҙырмай, бик шифалы. Һатып алыусыларым күп. Бигерәк тә йәш әсәләр күпләп ала”, – ти ул.
Күргәҙмәне Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәгендә эшләүсе Гөлнара Нафиҡова “Уник-арт” проекты сиктәрендә ойоштор­ған. “Маҡсатыбыҙ – мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү, уларҙы берләштереү һәм күңелдәрен үҫтереү”, – ти Гөлнара Раян ҡыҙы.
Гөлнара Раян ҡыҙы әлеге мәлдә етештерелгән әйберҙәрҙе киңерәк таныттырыу өҫтөндә эшләй. Һатыу нөктәләрен дә күбәйтеү талап ителә. ҡаланың ҡайһы бер эшҡыуарҙары оло теләк менән уларҙың әйберҙәрен һатыуға сығара икән.
Был кешеләр тормошто шул тиклем ярата! Яҙмыш уларҙы нисек кенә һынамаһын, күңелдәрен бөтөн килеш һаҡлағандар. Яңы көнгә шатланып, һәр мөмкинлеккә рәхмәт әйтеп йәшәйҙәр. Их-х, ауылдарҙа өйөрө менән эсеп-тилереп, картуф та сәсеп ашамаған һау-сәләмәт әҙәмдәр ошо кешеләрҙең күҙенә бер генә ҡараһасы? Йәшәү көсө, өмөт һәм иҫ киткес ныҡлы рух осҡондарын күрерҙәр ине.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”