RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Диңгеҙ һынауҙарын үтеп

19.03.2013 Диңгеҙ һынауҙарын үтеп

Диңгеҙ һынауҙарын үтеп
Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәр көнө алдынан командировка буйынса хеҙмәттәшем һәм һабаҡташым Ришат Мин­дийәровтың Төньяҡ флотҡа юлы төштө. Бынан 26 йыл элек хәрби хеҙмәт үткән йәшлек йылдарыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым, тине ул алыҫ сәфәрҙән һуң. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, һиҫкәнеп киттем. Тормош йөгөнә егелеп, беҙҙең быуын өсөн дә күпме ваҡыт үтеүен, күпме һыуҙар ағыуын һис тә уйламай китәбеҙ икән. Ә һабаҡташымдың йәшлек юлдарын барлауы мине лә хәтирәләр иленә алып ҡайтты.
1985 йылдың йәйе... Башҡорт дәүләт университетының бе­ренсе курсын тамамлаусы алты төркөмдәшебеҙҙе хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Уҡыу буйынса тотош университетта алдын­ғы тип танылған төркөмөбөҙҙә бер аҙ моңһоулыҡ та, йәшлек илаһилығы ла тантана итә. Егеттәребеҙгә матур хушлашыу кисәһе ойошторҙоҡ та, улар әрмегә, ҡалғандарыбыҙ ҡурған өлкәһенә фольклор экспедицияһына юлландыҡ. ҡурғандан әйләнеп ҡайтҡас, алты егетебеҙҙең бишеһенең диңгеҙ флотына ебәрелеүе билдәле булды. Тимәк, өс йыл хеҙмәт итәсәктәр! Хәрби хеҙмәттән һуң улар­ға тәүге курсташтары ҡулдарына диплом алғанда, студент тормошон яңынан башларға, инде үҙҙәренән йәшерәк егет-ҡыҙҙар менән белем алырға тура килде. Диңгеҙҙә уҙған өс йыл ғүмер һабаҡташтарыбыҙҙың яҙмыш һикәлтәләрендә эҙһеҙ ҡалманы, әлбиттә. Әммә бөгөнгө һүҙем йәшлек дуҫлығы тураһында ғына... Төньяҡ флотта курсташтарыбыҙ Ришат Миндийәров, Венер ҡунафин һәм Өлфәт Ғәббәсовҡа һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итергә тура килде. Ә Зәки Әлибаев менән Риф Байымов Севе­роморск ҡалаһында ине. Ялан аяҡ үҫкән ауыл малайҙарына айҙар буйы ер өҫтөнә сыҡмай диңгеҙҙә йөҙөү иң оло һынауҙарҙың береһе булғандыр, моғайын. Ләкин улар һәр ваҡыт бер-береһенә терәк була, кәрәк саҡта ярҙамға килә. Мөмкинлек табып, бишеһе бергә осрашып та алалар. Зәки Әлибаевтың моряк һүҙендә тороп, улына Риф дуҫының исемен ҡушыуы ла ысын дуҫлыҡ билдәһе. Һыу аҫты кәмәһендә егеттәрҙе ата-әсәләренең өгөт-нәсихәттәре лә сыныҡтыра. Араларында бер яҡташтары, әсәһенең, нисек кенә ауыр булмаһын, сабыр бул, балам, тип оҙатҡан һүҙҙәрен йыш ҡабатлай. Был юлдарҙы улдарын армияға оҙатыусы атай-әсәйҙәр ҙә уҡыр, тип өмөтләнәм. Йәштәргә шул да фә­һем булһын ине – хеҙмәткә китеүсе егеттәрҙе дуҫлыҡ той­ғоһо ла йылыта. Беҙ ҙә, Өфөләге төркөмдәштәре, мо­ряк­тарыбыҙға баш ҡалалағы, уҡыу йортондағы, төркөмдәге яңылыҡтарҙы яҙып, хәбәр итеп торҙоҡ. Филолог-моряктарҙы айырыуса әҙәби-мәҙәни мөхиттәге яңылыҡтар ҡыҙыҡһындыра ине. Шуны иҫәпкә алып, бер мәл егеттәребеҙгә башҡорт яҙыусыларының китаптарын да ебәрҙем.
...Рәшит Солтангәрәевтың “Тыуған яҡҡа ҡайтыу” тигән китабын Башҡортостан егеттәре ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый. Ул китап әле лә Ришат Миндийәровтың китапханаһында иң ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡланыуын беләм. Үҙ сиратында үҙҙәре лә беҙгә диңгеҙсе тормошо хаҡында белдертеп торҙо, һалдат фотоларын ебәр­ҙе. Яҡындарын шатландырып, отпускыға ла ҡайттылар. Биге­рәк татыу булғанбыҙ шул – моряктарыбыҙ ялға ҡайтҡанда уларға дөйөм ятаҡта осрашыу кисәләре ойошторҙоҡ, күмәкләп барып фотоға төштөк (ни тиһәң дә, диңгеҙҙән ҡайтҡан кеше хәрби формаһында фотоға төшә бит!).
... Был ваҡиғаларҙан һуң 30 йылға яҡын ваҡыт үткәс тә матур йәшлегебеҙгә ҡарап һоҡланам. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте журналисы Ришат Миндийәровтың республиканың Диңгеҙ йыйылышы ойош­тор­ған сәфәр сиктәрендә ижади командировкаға сығыуы ла ошо көндәрҙең дауамы кеүек. Армиянан ҡайтҡан көндәренән алып Ришат “диңгеҙ ене” ҡағылған дуҫтары менән тығыҙ бәйләнештә тора, үҙе лә Диңгеҙ йыйылышының әүҙем ағзаһы һәм ярҙамсыһы. ҡасандыр диңгеҙҙә хеҙмәт итеүселәр башҡаларға ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр була, тигән фекерҙе ишеткәнегеҙ барҙыр. Ысынлап та, шулай. Һабаҡташым Ришат Миндийәров менән хәҙер инде бик күптән ғаилә дуҫтарыбыҙ, инде сирек быуат тиерлек иңгә-иң терәп бер коллективта эшләйбеҙ. Диңгеҙ һынауҙарын үтеп ҡайтҡан һабаҡташым эфир тулҡындарында ла үҙен ышаныслы тоя.

Гөлдәриә ЙОСОПОВА,
БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”