19.03.2013 Дуҫ булайыҡ!
Сибай ҡалаһының 24-се һөнәри лицейы етәкселегенең киләһе йылға уҡыусылар туплау маҡсатында башҡарылған көндәлек эше Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәргә ярҙам ҡулы һуҙыуға әүерелде
Яҙҙың беренсе көнө ыжғыр буранлы булыуына ҡарамаҫтан, беҙ таң менән Ырымбур өлкәһенә сәйәхәткә сыҡтыҡ. Беҙ тигәнем – Сибай ҡалаһының 24-се һөнәри лицейы директоры Ғайса Хәсәнов, уның урынбаҫарҙары Лилиә Сәлимгәрәева һәм Сәлих Тимербулатов, ошо махсус урта белем биреү йорто уҡыусыларынан торған агиттөркөм, шулай уҡ Сибай телевидениеһы, «Атайсал» һәм «Йәшлек» гәзиттәре журналистары. Маҡсатыбыҙ – үрҙә атап үтелгән һөнәри лицейға уҡыусылар (шул иҫәптән Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәрҙең балаларын) йыйыу. Баҡһаң, бындай инициативаны Ырымбур өлкәһе башҡорттары үҙҙәре күтәреп сыҡҡан икән.
Сибайҙан Аҡъярға барып, артабан Ырымбур өлкәһенә сығып, бөтәһе 230 саҡрымдай ара үтеп, ниһайәт, Гай районының Нововоронеж ауылына етеп, урта белем биреү мәктәбенә килеп туҡтаныҡ.
Хәл-әхүәлдең айышына төшөнмәгәс, тәүҙә мәктәп администрацияһының делегациябыҙға нисектер сәйерерәк ҡарауына иғтибар иткәндәй булдыҡ. Быныһы – минең шәхси фекерем; бәлки, яңылышамдыр ҙа. Шулай ҙа 24-се лицейҙың агиттөркөмө йәһәт кенә мәктәптең спорт залына бер машина әйберен – күргәҙмә әсбаптарын, видеопроектор-экрандарын һәм башҡаһын ташый һалды, уҡыусылар үҙҙәренең сығыштарын ҡабатлай башланы. Беҙ иһә, мәктәп тормошона күҙ һалырға тип, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ.
Мәктәп музейы мөдире, Рәшид Аликберов ауыл, төбәк тарихы менән таныштырҙы. Сиҙәм күтәреү эпопеяһы башланған йылдарҙа күтәрелеп ҡалған типик ауыл, колхоз. Эргә-тирәлә башҡорт ауылдары Иҫке Хәлил, Ишбирҙе, Нарбулат, Ғәйнулла, Байғаҙаҡ, шулай уҡ Дүрткүл исемле татар ауылы булған. Урындағы халыҡ ҡына булғас, колхоз тарихын башлап ебәргән кешеләрҙең фамилиялары, тоҡомо әле һаман дауам итеүен тарихи документтарҙан, артабан мәктәп журналдарынан ҡарап та белергә була. Мәктәп музейында күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи, татар яҙыусыһы Муса Йәлил хаҡында экспозициялар бар: Мирхәйҙәр Фәйзуллин әлеге Дүрткүл ауылында тыуһа, Муса Йәлил коллективлаштырыу осоронда был яҡтарҙа коммунистар партияһының бойороҡтарын үтәп йөрөгән икән.
Ул арала тәнәфескә саҡырып ҡыңғырау шылтыраны, бөтә мәктәптән балалар спорт залына тамаша ҡарарға йыйылды. Сибай ҡалаһының 24-се һөнәри лицейы директоры Ғ. Хәсәнов балаларға бында килеүебеҙҙең маҡсатын аңлатты:
– Хөрмәтле уҡыусылар, күбегеҙ тиҙҙән урта белемгә эйә булып, артабан ҡайҙа, кемгә уҡырға, тигән һорауҙарға яуап эҙләй башлар. Шул ваҡытта беҙҙең Сибай ҡалаһының 24-се һөнәри лицейы барлығын да иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Заманаһы шундай: юғары белемдән бигерәк, һөнәрмәндәргә йәшәү, эш табыу еңелерәк хәҙер. Тегенсеме, ташсымы, автослесармы, иретеп йәбештереүсеме, штукатур-малярмы, электрикмы – был һөнәр эйәләренә һәр ваҡыт, һәр ерҙә эш табылып торасаҡ, аҡсаһыҙ ултырмаясаҡһығыҙ. Ошо һөнәрҙәр хаҡында тиҫтерҙәрегеҙ, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һөйләп, һеҙҙе ентекләберәк таныштырып үтер.
Ысынлап та, директорҙарының һүҙҙәрен йөпләп, лицей балалары уҡыусылар алдында дәртле генә сығыш яһаны. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа иреп китте был көтөлмәгән концерт-лекциянан, мәктәптә беҙҙе ҡаршылағандағы миңә һалҡынсараҡ күренгән мөхит шунда уҡ иреп, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.
Төшкө аштан һуң мәктәп китапханаһында йыйылдыҡ. Беҙҙең арттан Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, Сибай педколледжы директоры Зәйтүнә Йәнбәкова, Сибай ҡала советы секретары Эльза Мансурова, ырымбурҙар яғынан Гай районы хакимиәте башлығы Иван Лушников үҙенең командаһы менән килеп етте.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов барыһын да ҡала хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, бөгөнгө осрашыуҙың маҡсаты Сибай ҡалаһы һәм Ырымбур өлкәһенең Гай районы араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлекте нығытыу булыуын белдерҙе. Ниндәй өлкәлә хеҙмәттәшлекме? Әлбиттә, Ырымбур йәштәрен Сибай уҡыу йорттарына йәлеп итеү, ҡала һәм ауыл халҡы араһында иҡтисади бәйләнештәр булдырыу һәм башҡалар.
Үҙ сиратында, Гай районы хакимиәте башлығы Иван Лушников район, ауылдар хаҡында һөйләп үтте. Ырымбурҙар, баҡһаң, беҙҙең Хәйбулла районы халҡы менән бәйләнеште өҙмәй икән: спорт ярыштарын, уртаҡ байрамдарҙы бергә уҙғарырға тырышалар. Бынан тыш, Хәйбулла районы хакимиәте инициативаһы менән ауыл китапханаларына башҡортса китаптар таратыу ҙа даими рәүештә башҡарыла икән.
Дөйөм алғанда, был осрашыуҙан ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалды. Сибайҙар, Башҡортостандан ситтә ҡалған милләттәштәребеҙ үҙҙәрен етемһерәп ҡалғандай тоймаһын, балаларын булһа ла башҡорт мөхитенән айырмаһын, милләтен онотмаһын, тигән уйҙарын ниндәй ҙә булһа кимәлдә хәл итә алыуына шатланһа, ырымбурҙар ҙа шундай уҡ шатлыҡ кисергәндер, моғайын. Оло башын кесе итеп, муниципаль округ етәкселеге һинең балаларыңдың киләсәген ҡайғыртып, буранына, юлдың алыҫлығына ҡарамай, килеп йөрөһөн әле. Гай районы хакимиәте башлығы Иван Лушников, Нововоронеж мәктәбе директоры Виктор Филатов, был йәһәттән үҙҙәренең һоҡланыуын белдереп, сибайҙарға рәхмәтен еткерҙе. Ырымбур башҡорттарынан иһә был осрашыуҙы ойоштороусылар – Нововоронеж ауыл хакимиәте башлығы Фаил ҡужашев, Гай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рифуз ҡужашев, Байғаҙаҡ ауылы фермерҙары Алик Әбсәләмов, Зәйнулла Сырлыбаев, Ирек Мәмбәтов үҙҙәрен был йәһәттән милләтебеҙ киләсәген ҡайғыртып, янып-көйөүсе итеп күрһәтте.
Кискә табан Нововоронеж ауылына Сибайҙан тағы бер төркөм ҡунаҡ килеп етте: ауыл клубында Сибай дәүләт филармонияһы артистары эргә-тирәләге ауылдарҙан йыйылған милләттәштәр өсөн матур концерт ойошторҙо. «Сибай» бейеү ансамбле (етәксеһе Айтуған Дәүләткирәев), йырсылар Альберт Салауатов, Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл, Зәлиә Нурлы – был артистарҙың сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде.
Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай – Ырымбур.