RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

19.03.2013 Мейеләге ағыу

Бер ҡыҙ кейәүгә сыға. Әммә иренең өйөндә ҡәйнәһе менән бергә йәшәгеһе, уны ҡарағыһы, тәрбиәләгеһе килмәй, ҡарсыҡтан нисек тә ҡотолорға теләй. Атаһының үләндәр менән һатыу итеүсе күптәнге дуҫына килә лә:
– ҡәйнәм менән йәшәргә теләмәйем, унан бик ныҡ ялҡтым, миңә ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән? Яҡшы түләйәсәкмен, – ти.
– Һинең өсөн нимә эшләй алам? – тип һорай үләнсе.
– Миңә ағыу һатыуыңды теләйем, – ти ҡыҙ, – ҡәйнәмде ағыулап, бөтә ҡыйынлыҡ, ауырлыҡтарымдан ҡотоласаҡмын.
Ир бик оҙаҡ уйланып ултырғандан һуң:
– Яҡшы, мин һиңә ярҙам итермен. Тик ике нәмәне аң­лар­ға тейешһең. Беренсенән, ҡәйнәңде тиҙ генә ағыулай алмаясаҡһың, сөнки кешеләр уның үлемен һинән күрәсәк. Мин һиңә уны оҙаҡ итеп үлтерә торған үләндәр бирәм. Һәм бер кем дә бында һинең ҡыҫылышың бар тип уйламаясаҡ. Икенсенән, бар шик-шөбһәнән ҡотолор өсөн эсеңдәге ҡыҙыулығыңды, насар ғәҙәттәреңде бөтөрөргә һәм иң мөһиме – ҡәйнәңде хөрмәт итергә, яратырға өйрәнергә тейешһең. Уның әйткәндәренә, өйрәткәндәренә түҙемле булырға өйрән. Шулай эшләһәң, ҡәйнәң үлеп киткәс, һине бер кем дә уның үлемендә ғәйепләмәйәсәк, – ти.
ҡыҙ, уның әйткәненә риза булып, үләндәрҙе ала һәм көн һайын ҡәйнәһенең аш-һыуына һалып бирә башлай. Бынан тыш, ул үҙенең һәр хәрәкәтен, әйткән һүҙен контролдә тота. Шул уҡ ваҡытта ҡәйнәһенең өйрәткәндәрен асыуланмай ҡабул итә, хөрмәт итеп тыңлай башлай. ҡарсыҡ та, килененең яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күреп, бик һөйөнә һәм уны ысын күңеленән ярата башлай. Бөтә туғандарына, яҡындарына, күрше-тирәһенә килененең ниндәй яҡшы, тыңлаусан, уңған булыуы хаҡында һөйләй, һеҙгә ундай килен хаҡында хыялланырға ғына ҡала, ти. Ярты йылдан һуң килен менән ҡәйнә араһында ысын мәғәнәһендә иҫ киткес матур мөнәсәбәт барлыҡҡа килә. Улар бер-береһен әсәй менән ҡыҙ һымаҡ тоя, бөтә серҙәре менән уртаҡлашалар.
Бер аҙҙан килен теге үләнсе иргә килә һәм уның аяғына йығылып:
– Алла хаҡына, үтенеп һорайым, ҡәйнәмде ашына һалып ашатҡан ағыуҙан ҡотҡар. Мин уның үлеүен теләмәйем. Киреһенсә, оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйем. Ул шул тиклем яҡшы ҡәйнәгә әйләнде, мин уны шул тиклем яратам, – ти.
– Борсолма, – ти ир, йылмайып, – һиңә бер ниндәй ағыу ҙа бирмәнем. Улар ябай, аш төрләй торған үләндәр генә ине. Ә ағыу мейеңдә ине һәм иң яҡшыһы – унан үҙең ҡотолдоң.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”