15.03.2013 Дәүләт органдарында ағай-энелеккә урын юҡ
БР Юғары судының Белорет ҡала советы депутаттарына хакимиәт башлығы Игорь Кусакин менән муниципаль контрактты ваҡытынан алда өҙөргә ҡушҡан апелляция билдәләмәһе законлы көсөнә инде.
Прокурор тикшереүе ваҡытында ҡала башлығының 2011 йыл өсөн мөлкәтен тулыһынса күрһәтмәүе асыҡланған. Дөрөҫөрәге, мэр “Йорт хужалығы” идара итеүсе компанияһын ойоштороусы булып торған ҡатынының килеме хаҡында мәғлүмәт бирмәгән.
Бынан тыш, Игорь Кусакин хакимиәт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар араһында йыл һайын төҙөлгән килешеүҙә ҡатынының фирмаларына өҫтөнлөк биргән.
БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән был күренеш хаҡында фекерҙәрен белдереүҙәренсә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте ғаилә мәнфәғәттәрендә файҙаланыуҙың аҙағы иртәме-һуңмы күңелһеҙ тамамлана. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов коррупцияға ҡаршы сәйәсәт алып бара һәм быйылдан чиновниктарҙың килеме, мөлкәте, эре сығымдары тураһында декларация биреү талаптары ҡәтғиләнә.
Шулай уҡ февралдән Республика кадрҙар резервы үҙәге эш башланы. Хәҙер түрәләрҙе тест һөҙөмтәләре буйынса эшкә алалар. Шул иҫәптән ришүәтселеккә ылығыуҙы асыҡлау өсөн психологик тест та үткәрелә. Дәүләт органдарында бер ниндәй ҙә туғанлыҡ-ҡоҙалыҡ күренештәре булырға, осраҡлы кешеләр эшләргә тейеш түгел.
А. ЗИННУРОВА.