RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бай мәғлүмәт туплаған ғилми эш

15.03.2013 Бай мәғлүмәт туплаған ғилми эш

Физика-математика фәндәре докторы Әхтәр Ғайсиндың китабы ҡырҙас ауылының килеп сығыу тарихын барлай
Һуңғы йылдарҙа китап уҡыуға иғтибар кәмегән һайын, айырым кешеләр тарафынан ки­таптар күп баҫылып сыға башланы. Был, әлбиттә, бер яҡтан ҡарағанда, яҡшы күренеш. Ниндәй генә төрө юҡ: фәһемле, тарихи, тормошондағы төрлө күренештәрҙе һүрәтләгәндәре лә бар. Һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала, тигәндәй, ә бына ҡайһы бер китаптарҙың файҙаһы, уҡыусылары бармы икән? Сөн­ки күп осраҡта үҙҙәрен күренекле шәхестәр нәҫеленә алып барып тоташтырыуҙы бурыс итеп ҡуялар. Тарихи китапты автор архив мәғлүмәттәренә таянып яҙған икән, бик яҡшы. Ә инде бер олатай һөйләгән тип, эргәһенә билдәле яҙыусының шул шәхес тураһында сығарған ҡобайырынан өҙөк биреп: «Беҙ шул шәхес нәҫеле», – тип оран һалыу урынһыҙҙыр. Шәхес һинең шәжәрәңде күтәрмәҫ, әгәр ҙә нәҫелең менән шул данға торошло булмаһаң.
Миңә Өфөлә «Ғилем» нәшриәтендә рус телендә нәшер ителгән «Максют Юнусов и его потомки» (рецензияны тарих фәндәре докторы, профессор Б. Аҙнабаев яҙған) китабын уҡырға тура килде. Авторы – Әбйәлил районының ҡырҙас ауылы егете, физика-математика фәндәре докторы Әхтәр Мәғәз улы Ғайсин. Күләме яғынан ҙур түгел, ләкин теүәл һандар менән эш итеүсе математик булараҡ, эҙләнеүҙәрҙе логик фекерләү, теүәл дәлилләү менән яҙылған был китаптың йөкмәткеһе юғары кимәлдә. Халыҡта телдән телгә күсә килгән тарихи мәғлүмәттәр ар­хив сығанаҡтары менән иҫбатлана, йә инҡар ителә. Һәр сығанаҡҡа ҡарата иҫкәрмәләр бирелгән. Иң фәһемлеһе, ав­тор­ҙың эҙләнеүҙәрендә Өфө, Мәскәү, Ташкент, Санкт-Петер­бург, Ырымбур ҡалаларында һ. б. урында һаҡланған бик күп архив материалдары менән бергә ғалимдар, тарихсылар нәшер иткән мәғлүмәттәр файҙала­ныл­ған. ҡырҙас ауылына нигеҙ һалған Ноғай даруғаһы башҡорто Мәҡсүт Юнысов мулланың сауҙа һәм илселек эшмәкәрлегенә бәйле мәғлүмәттәр, нәҫеленең шәжәрәләре бирелгән. Шаһиттар­ҙың һөйләгәне менән бер рәттән, фотоһүрәттәр ҙә урын алған.
ҡырҙас мәктәбенең элекке директоры Мәғәз Ғайсиндың математиктар ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫкән фән улы Әхтәрҙең был китабы – тарихты өйрәнеүселәргә төплө таяныс һәм өр-яңы мәғлүмәттәр туплан­ған ғилми эш. Авторға, афарин, тип әйтәһе генә ҡала.

Фирүзә САФИНА,
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Әбйәлил районы,
ҡаҙмаш ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”