RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәббәт – ул физика

15.03.2013 Мөхәббәт – ул физика

Мөхәббәт – ул физика
Кешелек ярал­ғандан алып мө­хәббәт хикмәте тураһында бик күп фекер­ әйтелгән, әҫәр ижад ителгән, мөхәббәт өсөн йәндәрен фиҙа ҡыл­ғандар, хатта илдәр ара­һында һуғыштар ҙа бул­ғылаған. Мө­хәб­бәт илертә, хистәр таш­ҡынын барлыҡҡа килтерә һ. б. Бы­лар­ҙың барыһы ла – мөхәббәт ли­­ри­каһы. Тик һү­ҙем ул турала түгел. Мөхәббәт арҡа­һында парҙар барлыҡҡа килә, нәҫел ярала – был мөхәббәт биологияһы. Ә инде бер-береһен оҡшатҡан пар барлыҡҡа килгәс, ҡанда эстроген, тестостерон, билдәле шарттарҙа эндорфиндар барлыҡҡа килә. Былары – мөхәббәт химияһы. Һүҙем былар тураһында ла түгел. Мин мөхәббәттең физикаһы хаҡында әйтергә теләйем.
Беҙ материаль донъяла йәшәйбеҙ һәм бөтә Йыһанда барыһы ла физика закондарына буйһонғанда мөхәббәт бер үҙе ситтә ҡала алмай. Көнсығыш философияһы күптәргә аңлашылып етмәһә лә, беҙ уның меңәр йылдар тупланып, камиллашҡан аҡыл икәнен беләбеҙ. Унда кеше тураһында барыһы ла бар. Көнсығыш философияһын өйрәнеүселәрҙең хеҙмәттәренән шулар билдәле: Кеше иң беренсе – энергетик субстанция. Тән – икенсел. Тәнде – тән, Кешене кеше иткән эске энергиябыҙ «янь» һәм «инь» энергияларынан тора. «Янь» – актив, төҙөүсе энергия, ул Космостан алына. «Инь» – пассив, тотороҡландырыусы энергия, ул Ерҙән, материаль тормоштан алына. Тик әтнәкәһе шунда: «янь» энергияһын космостан тик ирҙәр генә ала, ә «инь» энергияһын туранан-тура Ерҙән ала алмай. ҡатындар, киреһенсә, «инь» энергияһын Ерҙән, «янь»ды бары ир заттары аша ғына ала. Ә энергия, ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт хәрәкәттә була һәм беҙҙең көсөбөҙ энергетик ҡыр – аура барлыҡҡа килтерә. Һүрәттән күренеүенсә, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың энергетик ағышы бер-береһенә ҡапма-ҡаршы, уның ҡарауы, ирҙәр­ҙең тышҡы һәм ҡатындарҙың эске энергия ағымы (шулай уҡ киреһенсә булғанда ла) бер йүнәлештә.
Тәнебеҙҙәге энергия ағымдары махсус каналдар – чакралар аша башҡарыла. Ир менән ҡатын бер-береһенә ышанғанда һәм уртаҡ теләктә булғанда, уларҙың чакралары асыла һәм улар ҡушылғанда энергия полюстары бер-береһенә тартылып, уртаҡ энергия ағышы барлыҡҡа килә, йәғни әлеге ике «ярты» бер «бөтөн»гә әүерелә. Ошо «ҡыҫҡа тоташыу» энергия ағышын ҡырҡа көсәйтеп ебәрә. Был үҙ сиратында организмдағы матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, гормондарҙың ҡырҡа артыуына булышлыҡ итә, уларҙың тәьҫирен көсәйтә. Ә былары бәхет тойғоһо, киләсәккә ышаныс барлыҡҡа килтерә һәм парҙың ғаилә төҙөү фекеренә килеүе ихтимал. Шулай итеп, мөхәббәт ул ҡайнар хистәр генә түгел, ә кешеләрҙең бер-береһенең энергияһын үҙҙәренеке кеүек ҡабул итеп, тотороҡло рәүештә барлыҡҡа килгән уртаҡ энергия ҡулсаһы. Ғашиҡтар йыш ҡына партнерҙарының етешһеҙлектәрен күрмәй, уларҙы ысын хәленә ҡарағанда көслөрәк, булдыҡлыраҡ итеп күрә, ҙур өмөттәр бағлайҙар. Күпмелер ваҡыттан яңылышыуын аңлағандар күңел ҡайтыуы кисерә. Ҙур талаптар, үтәлмәгән вәғәҙәләр, рәнйетешеүҙәр кеүек стрестар йыйыла торғас, энергия чакраларын томалай, шул сәбәпле уртаҡ энергия ҡулсаһы өҙөлә. Һөҙөмтәлә мөхәббәт юҡҡа сыға. Бындай күңелһеҙ хәлдәр­ҙән һаҡланам тиһәгеҙ, үҙ-үҙегеҙҙе яҡшы белергә, негативтан, йәғни кире тойғоларҙан ваҡытында арынырға кәрәк. Күренекле эстон табибы, экстрасенс (шулай уҡ философ тип тә атайым), Лууле Виилма үҙенең «Прощаю себе» китабында кешеләр­ҙең тормошта ниндәй хаталар яһауы, нисек итеп уларҙы төҙәтеүе һәм һөҙөмтәлә бәхет табыу мөмкинлектәрен ап-асыҡ итеп аңлата. Табып уҡығыҙ, үкенмәҫһегеҙ.
Барығыҙға ла бәхет һәм саф мөхәббәт теләйем.

Кесе ТАБЫНЛЫ.
Ғафури районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”