RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һөнәрсе менән өйрәнсек

15.03.2013 Һөнәрсе менән өйрәнсек

Һөнәрсе менән өйрәнсек
Белорет районының «Урал» гәзите хәбәрсеһе Зилә Абза­лованы мин йөҙ йыл беләм кеүек. Күргән һайын йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәгән һылыу апайға һоҡланып ҡарайым, бе­рәй ҡыҙыҡлы хәбәр һөйләй башлаһа, донъямды онотоп тыңлайым. Әле лә иҙәнгә тубыҡлан­ған килеш уға ҡарап ауыҙ асҡанмын.
– Йөндө һал инде, – тип Зилә апай көлгәнгә, эшем барлығы иҫкә төшә лә, уға ҡушылып көлөп ебәрәм һәм иҙәнгә эйеләм. Әле, ысынлап та, хәбәр тетергә түгел, ә кейеҙ баҫырға кәрәк (Зилә апайҙарға килеүемдең дә бер сәбәбе шул – ул миңә боронғо шөғөлдө өйрәтмәксе). Алдыбыҙ­ҙа хужабикәнең шарфы ята, уның өҫтөнә бик йоҡа ғына итеп, арҡырыға һәм буйға алмашлап ҡатлы-ҡатлы итеп ҡыҙыл һары төҫтәге йөндө һалабыҙ.
– Замана арбаһы алға тәгәрәгән һайын кешелек үҙенең бо­рон­ғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарарға, ҡулдан килерҙәй шө­ғөлдәрҙе тергеҙергә тырыша, – тип һөйләй эш араһында оҫтабикә. – Сит илдәрҙә цивилизацияның хәүефле яҡтарын күреп һиҫкәнгән аңлы кешеләр борон­ғоһон юллауға иртәрәк тотоноп, ата-бабалары шөғөлөн балаларына өйрәтә, заманса технологиялар ҡулланып эшләнгән синтетик әйберҙән, күҙ алдатҡыс буяуҙар ҡушып әҙерләнгән аштан баш тартып, тәбиғи кейем-һалымға, экологик таҙа аш-һыуға өҫтөнлөк бирә. Мин интернет селтәре буйлап «сәйәхәт» иткәндә Американың бер штатындағы кейеҙ әйберҙәр музейына барып юлығып, хайран ҡалғайным. Унда баҫылған әйберҙәрҙең төрлөлөгө! Хатта ап-аҡ кейеҙҙән тирмә лә бар, уның эсендә йөндән баҫылған күлдәктәр, баш кейемдәре... Инде лә ҡыҙыҡҡайным, үҙебеҙҙә лә шуны эшләргә мөмкин бит, тип дәртләнгәйнем. Беҙҙең Белорет ра­йо­нында әле һаман өләсәйҙәр баҫҡан кейеҙ балаҫтар, үндектәр һаҡлана, әммә быйманан башҡа әй­бер­ҙәр баҫыу онотол­ған тиерлек. Кейеҙ минең өсөн ябай материал түгел. Ул – тарих сығанағы, ата-бабаларымдың аманаты. Ке­йеҙ баҫ­ҡан һайын халҡымдың ҡанлы-шанлы тарихына әйләнеп ҡайтҡандай тоям үҙемде, йөрәгем әллә нишләп китә – гендар хәтере өҫкә ҡалҡа, ахыры...
– Ә кем һеҙҙе кейеҙ баҫырға өйрәтте? – Зилә апай һөйләгән арала, тырышып-тырмашып йөндө таҫлап һалыуымды беләм.
– Сермән ауылынан Резеда Шаһиева, – ти өйрәтеүсем, үҙе һүҙҙән айырылмай ғына мин ҡыйыш һалған таҫмаларҙы төҙәтеп ҡуя. Ә ул үҙе беренсе тапҡыр кейеҙ баҫҡандарын Әбйәлил районының Буранғол ауылында үткән Республика кейеҙ баҫыу фестивалендә күргән (шунда уҡ бер ыңғайы бер нисә тоҡ һарыҡ йөнө лә һатып алып ҡайтҡан). – Беҙҙә Белорет художество мәк­тәбендә рәссам Галина Ру­сяева өлкәндәр өсөн киске уҡыу төркөмө асҡайны, ҡыҙығып, мин дә шунда йөрөй башланым. Галина Николаевна даими рәүештә ҡул оҫталарын саҡырып, оҫталыҡ дәрестәрен дә үткәрә ине. Бына шунда Резеда Шаһиева йөндән сағыу ҡыҙыл сәскә, һарыҡ йөнөнән ҡупшыҡай ғына быйма башы баҫып күрһәтте. Һөйләгәндә­ре­нән туҡыма магазиндарында махсус тетелгән, буялған йөн, махсус кейеҙ баҫа торған энәләр һатылыуын белдек. Хатта ҙур әйбер баҫҡанда махсус машинканы ла ҡулланырға мөмкин икән. Баҡтиһәң, йөндөң дә төрлөһө була, имеш. Тәжрибә туплағас, көҙгө йөндө генә һатып алырға кәрәклеген беләһең.
– Әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ! – кейеҙ баҫыуҙы был тиклем дә ауыр эштер тип уйламағайным, бил-тубыҡ ҡалманы, шуға ла тороп тәнде яҙҙым.
– Әйҙә! – Зилә апай хәлемде аңлап-тойоп тора икән, рәхмәт төшкөрө. – Мин һине тәпешкә баҫырға өйрәтермен, тип уйлағайным бит, йә берәй сәскә-брошь... Ә һиңә шарф кәрәк икән!
– Кейеҙҙән шарф баҫыуҙан бигерәк, һеҙҙең менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла яҡынданыраҡ таныштырыу ниәте тынғы бирмәй әле ул, – тим.
– Ой, ҡуй, мине яҙыу кәрәкмәй, бергә эшләү, һине яңы шөғөлгә өйрәтеү процесы ҡыҙыҡтыра... Тыуған көнөмдә былай ҙа маҡтап шаштырып бөтөрҙөләр инде, хатта бер килке эшкә тотона алмайынса албыр­ғап йөрөнөм. Маҡтау – ул бит тауҙай яуаплылыҡ, бурыс өҫтәй һәм һин нимәгә тотоноп, нисек шул бурысты тиҙерәк ҡайтарырға белмәй аҙапланып алаһың. Бына хәҙер тиҙ генә берәй балаҫ баҫып, өйгә элеп ҡуйырға кәрәк буласаҡ, сөнки кемдер, уның балаҫтары күп, тип әйткән. Шулай ул, юбилейҙар үтеп китә лә, ишеткән маҡтау һүҙҙәре артабанғы эшкә әйҙәп, ҡамсылап торған кеүек. Бәләкәй генә изгелегемде лә ҙур итеп күрһәтеп, ҙур булмаған ҡатынлыҡ, әсәлек, хеҙмәт бурысымды ҙурлағандары өсөн йөрәгемде асып бирергә лә йәл түгел дә, тик улайтып булмай шул. ҡотларға тип, Германиянан ҡыҙым елдереп ҡайтып етте, уға ла рәхмәтемде тулыһынса әйтеп, белдермәнем һымаҡ. ҡыҫҡаһы, юбилей үткәргәнсе бер айлап йоҡламай уйланғайным, унан һуң, нисек үткәрҙем, тип борсолоп, тағы бер ай ҡаңғырҙым.
– ҡалай беҙ оҡшағанбыҙ! – тип саҡ ҡына кейеҙҙе уҡлауға уратып тәгәрәткәндән һуң мин тағы һикереп килеп торам.
Һөнәрсе менән өйрәнсек
– Ысын, кешенең пары, игеҙәге була, тиҙәр, – Зилә апай һүҙемде йөпләй. – Мин шуға ныҡ ышанам ул. ҡара әле, һинең йыл­майыуың да минекенә оҡша­ған бит! Әйткәндәй, мине ауылда апайҙар: «Минһаштинтең (Мин­һа­жетдин) гел көлөп торған ҡыҙы бар ҙаһа, шул...» – тип һөй­ләй­ икән.
Оҡшауыбыҙ – раҫ! Зилә апай ҙа минең кеүек кешеләргә яҡты йөҙө менән боролған. Башҡаларға ярҙам итәм, тип, саҡ ҡына йөрәген ярып бирмәй инде ул. Йә янғында зыян күреүселәргә ярҙам итә, йә балаларға йөрәгенә операция яһатыр өсөн аҡса йыйыуҙы ойоштороп ебәрә... Уға эйәрәләр, сөнки ышаналар. Былтыр хатта бер ҡыҙ балаға дарыуға тип, Германиянан килгән ҡоҙалары ла байтаҡ ҡына аҡса биргән. Әле шуны уйлап, изге кешеләребеҙ барыбер күп, тип ҡыуаныстан ауыҙ йырҙым.
– Һин тас ҡына миңә оҡшаған­һың: мин дә көлөр ерҙә илап, илар ерҙә лә көлөп торам ҡай саҡта, сөнки кешеләрҙең кәйефен ҡырыуҙан, күңелен төшөрөүҙән, уфтандырыуҙан, ҡыйыр­һытыуҙан ҡурҡам, – тип, Зилә апай кейеҙҙе «туҡмауын» белә. – Беҙҙең көлөү, фән­ни күҙлектән, йәғни психологтар билдәләмәһенән ҡара­ғанда, донъялағы бөтә хәүефтәрҙән, кеше-ара мөнәсәбәттәрҙәге ҡы­тыршылыҡтарҙан, ҡыйынлыҡтарҙан, сараһыҙлыҡтан һаҡланыу сараһы. Беҙ үҙебеҙҙе күп осраҡта башҡаса юл менән һаҡлай белмәйбеҙ, шуға ла күңел күтәренкелеге, оптимистик рух менән, балҡып, бер йылмайыу менән еңәбеҙ. Атай-әсәйемә гел генә рәхмәттәр уҡыйым: ҡулыма һөнәр, башыма уй, йөрәгемә ҡайнар хистәр, талмаҫ беләктәремә көс-ҡеүәт биргәндәре, ниәттәремә гел изгелек орлоҡтары сәсеп ҡалдырғандары өсөн. Гүзәл Ситдиҡованың бер шиғырында әйтелгәндәй, уңыштарым булһа, инәйемдән, уңышһыҙлыҡтарым – үҙемдән. Шулай, туғанҡайым, был тормошта балҡып, донъяларҙы балҡытып йәшәйек, зәңгәр күктәргә ҡарайыҡ, офоҡтарҙы буйлайыҡ, бер ҙә башты аҫҡа эймәйек!
– Һеҙҙең телегеҙ шул тиклем матур, бай, – ауыр эште еңел генә башҡарған Зилә апайға һоҡланып ҡарайым.
– Утыҙ өс йыл гәзиттә эшләй-эшләй шымарып бөтөлгәндер инде, – тип көлә Белорет «игеҙәгем». – Улай тиһәң, атайым хәтәр йор һүҙле, шиғри телле, көләкәс, һөнәрмән, йыраусы кеше булды. Беҙгә ауылда: «Минһажетди­н­дың ҡыҙҙарын килен итергә кәрәк, улар атҡа менеп тә саба, бейергә лә, эшләргә лә булдыралар», – тип әйткәндәр. Моға­йын, атайымдың теле миңә күскәндер, ә әсәйем мәрхүмә (ул 64 кенә йәшендә фажиғәле вафат булды – дошманыңа ла күрһәтмәһен бын­дай ҡайғыны, тип әйтәм һәр ваҡыт) гел әйтемдәр, мәҡәлдәр менән һөйләшер ине. Шуларҙы мәлендә яҙып алмағанмын, тип үкенәм хәҙер. Алсаҡ, матур кешеләр ине икеһе лә, ғүмерҙәре ҡыҫҡараҡ булды. Әсәйем менән атайымдың тыңлаусан ҡыҙы булғанғамы икән, берәй матур, яҡшы эш эшләһәм, хатта 55-кә еткәс тә, уларҙың йәндәре ҡыуанып торалыр, тип уйлап алам да, рәхәт булып китә. Үҙемә ҡалһа, атайым менән әсәйемдең гелән ыңғай яҡтарын һайлап алғанмын һымаҡ... Әсәйем менән булған оло ҡайғыны кисергән мәлдәрҙә, эй, бынан ары кешеләр тураһында матур мәҡәләләр яҙа алмамдыр инде, тип ҡайғырҙым. Аҙаҡтан хатта шул яуыздарҙың яҡшы ғына йәшәп ятҡан туғандары хаҡында яҙырға тура килде. Унда ла әсәйем күҙ алдыма килде. Ул: «Дөрөҫ эшләйһең, ҡыҙым, яуыз ыңғайына яуыз булырға ярамай. Туғандарҙың төрлөһө була – алаһы ла, ҡолаһы ла, ни эшләйһең...» – тигән кеүек булды. ҡара әле, күптәргә асылмаған апайың бер тынала әллә нимәләр һөйләп ташланы һиңә. Ғәфү ит инде, күңелеңә ауырлыҡ һалһам... Эсеңдә йөрөткән ауыр уйҙарҙы ла кемгә һөйләргә бел, ти торғайны әсәйем. Һин йәш кенә булһаң да, оло бәйеллеһең, йәғни күпте аңлайһың, йөрәгең изге, киң. Шуға һиңә асылғы килеп тора, күрәһең...
– Шул тиклем ҙур ҡайғы кисереп тә, изге күңелле кеше булып ҡалғанһығыҙ, Зилә апай, – уның ҡайғыһын үҙ йөрәгем аша үткәрәм. Тамаҡҡа тығылған төйөндө көскә эскә йотоп, телгә киләм: «Ә шулай ҙа бәхетле кеше һеҙ!»
Һөнәрсе менән өйрәнсек
– Рәхмәт, туғаным, шулай тип әйткәнең өсөн... Юҡһа һуңғы ваҡытта хатта күп йылдар белгән, яныңда ғына йөрөгән кеше­ләр­ҙең дә көнсөллөк кеүек яман сиргә бирешеүҙәренә күңел өшөп китә ине. Көнләшеү – ҡырау кеүек бит ул, бөтә матур, яҡшы, яҡты хистәрҙе юҡҡа сығара, ул үткән урында шайтандар ғына йәшәй торған ҡара упҡын барлыҡҡа килә. Шуны күптәрҙең аңламауы ла эсте бошора бит ул.
Төрлө саҡтарым күп булды, хатта бер юл яҙырлыҡ хәлем, бер уй уйларлыҡ кәрем, бер тема күтәрерлек дәртем ҡалмаған мәлдәр ҙә урап үтмәне. Әммә йәшәргә кәрәк, балалар бар, улар миңә ҡарап ни эшләр, ирем күҙемә ҡарап тора, ул да һүрелһә, ни булыр, тигән уйҙар сыбыртҡыламаһа, ят та үл ин­де... Йәшәйек, туғаным, һыр бир­мәйек, донъя шулай ҡорол­ған.
Хәлемдән килһә ярар ине, минең ҡулдар арҡыс-торҡос ул, тип борсолоуымды Зилә апай бер нисә һүҙе менән еңә:
– Бәләкәй генә балалар ҙа муйынсаҡ баҫып һата, шулай булғас, һин дә мотлаҡ өйрәнә­сәк­һең... Кисен телевизор ҡарап ултырғансы, әйҙә баҫаһың да баҫаһың һәм рәхәтләнеп арып, тынысланып йоҡлап китәһең дә, иртәнсәк таң һарыһы менән кипкән әҙер әйбереңде ҡарарға ашы­ғаһың... Был хисте бер ни менән алмаштырып булмай.
Ошо турала уйлап, дәртләнеп, Зилә апайҙың ҡулы аҫтына инеп китәм, үҙемә ҡалһа эш күрһәтәм (ысынында иһә күберәк эште ул эшләй инде). Минең оло йәнле һөнәрсем 1958 йылдың 3 ғинуарында Белорет районының Ғәбдөк ауылында дүртенсе бала булып донъяға килгән. Атаһы, Минһажетдин Хөснөтдин улы Мөхәмәтшин, ауылдың алдынғы кешеләренең береһе – ҡулы оҫта, эшкә шәп. Йәшел буҫтау менән биҙәп-һырлап яһаған кашауай санаһы, тимер менән биҙәп эшләгән йүгән-түшелдеректәре, хатта ҡупшы иттереп, күкрәкләп өйгән кәбәндәре лә һоҡланғыс килеп сыға уның. Үҙе башҡорт халыҡ йырҙарын хәтәр матур итеп йырлай... Зилә апай­ әйтеүенсә, атаһы менән икәүләп ике атта һыбай бесән сабырға барыуҙар, утын әҙерләүҙәр – барыһы ла күҙ алдында ғына... Әсәһе, Ғәни Әминевтың ҡыҙы, Тамъян ырыуынан була (журналист, һуңғы йылдарын «Пионер» журналының яуаплы секретары булып эшләгән Зиннәт Әминевтың бер туған һеңлеһе ул). Шығай ауылында тыуып үҫкән ун ете генә йәшлек йәш ҡыҙ ФЗО-ла уҡып, заводта эшләгәнендә Минһажет­динға тормошҡа сыға, һәм улар Ғәбдүккә йәшәргә ҡайта. Шулай итеп, ике ҡыҙ араһында үҫкән бер бөртөк ир бала булараҡ, Минһажетдин атай нигеҙендә төпләнә. Зилә апайҙың әсәһенең ҡыҙ исеме Маянһылыу була, әммә атаһы уға Лилиә исемен ҡуштыра.
– Һигеҙ балаға ғүмер биргән әсәйем ауылдың иң уңған, иң һылыу, иң алсаҡ кешеләренең береһе булды, – тип һөйләй Зилә апай. – Маҡтанмайым, әсәйемдең ҡулы ысын-ысындан мөғжизәле ине. Ул мал-тыуарҙы ла өшкөрөп-имләп йүнәтер ине, беҙҙе лә шунда уҡ үҙе белгән им-томо менән, булмаһа, укол яһап, компрестар эшләп ҡуйып, аяҡҡа баҫтырыр ине. Ул теккән, энә, ырғаҡ менән бәйләгән әйберҙе тик күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ ине. Беҙ, алты ҡыҙы һәм ике улы, ауылда берәү кеймәгән матур кофталар, буяп бәйләнгән йөн башлыҡтар кейеп, матур ап-аҡ селтәрле форма-күлдәк, алъяпҡыс тағып үҫтек. «Лилиә еңгәнең ҡыҙҙары ҡурсаҡ һымаҡ», – тип әйтә торғайны апайҙар. Әсәйем ауылда беренсе булып бәшмәк йыйып маринадлау серҙәрен белде һәм башҡаларға өйрәтте. Әле 72-се йылда Ғәлиә апайым Борай районы егетенә кейәүгә сыҡҡас, ул ҡоҙағыйҙарҙан баҡса еләге алып ҡайтып, үҫентеләрен үрсетеп алды һәм шулай уҡ ауылға таратты. Гөлдәр үҫтерә ине урман кеүек итеп, бешергән ризыҡтары ла батшаларҙыҡы кеүек булды уның. Ап-аҡ итеп ҡатыҡҡа сей ҡаймаҡ ҡойоп күбек майы беште, ҡул тирмәне менән тартып талҡан әҙерләй, бер көтөү кәзә һөтөнән ҡымыҙ эшләй ине...
Һөнәрсе менән өйрәнсек
Бер һөйләгәс һөйләйем әле. Ауылда 8-се синыфты тамамланым, шунан 10-сыны Асы урта мәктәбендә интернатта ятып уҡыныҡ. Ятып тип, 30 саҡрымды йәйәү ҙә күп тапаныҡ. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамланым, һәм барыһы ла мине, Өфөгә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә китте, тип оҙатты. Ә мин, бөтәһен дә шаҡ ҡатырып, хатта апайымдар ҙа белмәй ҡалды, Киров исемендәге заводҡа иретеп йәбештереүсе өйрәнсеге булып эшкә индем дә ҡуйҙым. «Атайыма һигеҙ баланы ҡарауы бик ауырға тура килә, миңә аҡса эшләп, туғандарымды ҡарашырға һәм аҙаҡтан ситтән тороп уҡырға кәрәк!» – тип уйланым. Үҙ ҡарарым үҙемә шул тиклем оҡшаны, хатта йырлап йөрөп эшләнем дүрт йыл шул заводта. Коллектив татыу, мастерҙар һәйбәт, тырыш ауыл ҡыҙҙары өсөн был эш ни сүп кенә, шунда уҡ бейеү түңәрәгенә йөрөй башланым, спорт ярыштарында ҡатнашам. Шул йылдарымды әле лә һағынып иҫләйем. Эшселәр коллективы – иң татыу, иң ышаныслы, тулы ҡанлы коллектив, тигән фекеремдә ҡалам һаман да.
Өфөлә заводта эшләп йөрөһәм дә, баш ҡаланың бөтә мәҙәни тормошон күҙәтеп, төрлө сараларға йөрөй инем. 1979 йылда тормошҡа сығып, ирем Айрат Саҙрый улының йүнәлтмәһе буйынса Белоретҡа килеп төпләнгәс, тормош шул ҡәҙәрем күңелһеҙ, бер төрлө кеүек булды тәүҙә. Иң ҡыйыны бында ҙур театрҙың булмауы ине. 1979 йылда Айрат район гәзитенә – дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары, ә мин корректор булып эшкә урынлаштыҡ. Тәүге мәҡәләмде Гүзәл Рамазан ҡыҙы Ситдиҡова мөхәррир булып килгәс, уның ҡушыуы буйынса яҙҙым. Мөхәррәм ағай Сәлимов тураһында очерк яҙырға ҡушты Гүзәл апай. Үҙем машинкала баҫам, үҙем тәржемә лә эшләйем, шулай уҡ мәҡәләләр ҙә яҙып алдым да киттем берҙән-бер көндө. Гүзәл апай мәҡәләмде уҡып сыҡты ла китте кабинеттар буйлап минең эшемде маҡтарға: «Бына бит әҙер журналист әрәм булып тәржемәлә ултырған, эш сыға бит был ҡыҙҙан!» – ти үҙе көлә-көлә. Гүзәл Рамазан ҡыҙы шулай итеп күптәребеҙҙең ҡулына ҡәләм тоттороп китте, рәхмәт инде уға. Әлеге мөхәрриребеҙ Сатура Жәүәт ҡыҙы ла, машинкала баҫыусы Эльвира Хәмзина ла шул осорҙа ҡулдарына ҡәләм алып, журналист булып эшләй башланы. Икенсе фамилия артына йәшеренеп кенә нәҫерҙәр ҙә яҙа башланым. Гүзәл апай бер көн: «Бына Фәттәхетдинова фамилиялы яҙышыусыны табырға кәрәк, бик оҫта яҙа ла баһа!» – ти. Минең күңел күтәрелеп китте. Атай-әсәйем тураһында яҙғас, ул Фәттәхетдинованың кемлеген танып ҡалды. Шунан һуң хикәйәләр ҙә, булған хәлдәр, шиғырҙар ҙа яҙыштырғылай башланым. Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы булып киттем. Әлеге шул үҙем өсөн ялҡау булыуым арҡаһында һаман китап сығарғаным юҡ, дөрөҫө, тырышманым да. Әле лә әйтеүселәр бар, ниңә шул китап сығармайһың ул, тип. Еңел бирелгәндең ҡәҙере юҡ, тип кенә әйтә алам. Үҙем өсөн тырышмайым шул, уҡыу йортона инер урынға, заводҡа эшкә киткән кеүек инде.
Хәтер ебе бер һүтелһә, һүтелә бит ул. Әле бала сағыма кире әйләнеп ҡайттым һымаҡ: Ин­йәрҙең иң киң урынынан тегеләй-былай йөҙөп сыҡҡанымды, атайым менән бөтә ир-егет эшен башҡарыуымды, мурҙа менән балыҡ тотоуҙы, хатта төндәрен кәмәлә атайым менән балыҡтар­ҙы һөңгө кеүек тимер нәмә менән сәнсеп алып йөрөгәнемде иҫләнем (сыраҡҡа төшөү тип атайҙар ине беҙҙең яҡта). Атай-әсәйемдең шым ғына үҙ-ара: «Эй, бынауы Зилә ниңә малай булманы икән, ҡара эшкә бигерәк шәп тә ул», – тип һөйләнгәнен ишетеп, йәнем көйгән саҡтар ҙа була торғайны.
Ситкә киттем, буғай... Редак­цияла Гүзәл Рамазан ҡыҙы хә­бәр­се, унан һуң хаттар бүлеге мөдире итеп ҡуйҙы, аҙаҡтан ауыл хужалығы һәм иҡтисад бүлеге мөдире итеп үрләтте. Биш мөхәррир менән эшләнем һәм һәр береһе үҙенсә ине. Заводта ла, редакцияла ла эшемде бөтә йәнем-тәнем менән яраттым (шуныһы үҙемә лә ҡыҙыҡ кеүек хатта). Кешеләргә, хеҙмәттәштәремә ихлас ярҙам итеү минең тормош девизым булды һәм булып ҡала. Эштә бер нәмәнән баш тартмайым, тик күберәк юбилей мәҡәләләре бирәләр, шуға үҙемдең яҙаһы әйберҙәрем ситтә ҡала. Шиғырҙар, бағышламалар ҙа яҙам, әлеге лә баяғы уларҙы йыйнап алырға ваҡыт етмәй.
ҡыҙыҡ, президент һайлауҙары мәлендә берәүҙән ҡурҡып тормай, телде, илде, президентыбыҙҙы яҡлап күп мәҡәлә яҙғанмын. Бер көн шулай Ғәфифә исемле бер оло ғына апай (мәрхүмә инде ул хәҙер) килеп инде лә: «Зилә, һинең балаларың бар, ирең дә урында эшләй, нисек ҡурҡмай ундай мәҡәләләр яҙаһың? Иреңә ышанаһыңмы? Һиңә бер-бер хәл булһа, хатта милицияла эшләгән ирең дә ярҙам итә алмаясаҡ бит», – ти. Ә мин уның киҫәтеүенә аптыраным: нисек инде мин, журналист булып, ҡурҡып торор­ға тейешмен? «Мин бит үҙ илемдә йәшәйем, үҙемдең әсә телен, суверенлыҡты минән башҡа кем яҡлаһын?!» – тип яуапланым. Хәҙер билдәлелек заманының үткәнен тоя башланым, был бик тә борсолдора.
Әйткәндәй, әхлаҡ тураһында күп яҙған Зилә Абзалова социаль мәсьәләләрҙе лә йыш күтәреп сыға. Мәҫәлән, бер йылы ул Шығайҙа эскелеккә ҡаршы ҙур семинар үткәрҙе. Үҙ аҡсаһына Манышты мәктәбенең автобусын яллап, аш-һыу алып, Асының «Еңгәләр» ансамблен дә, балалар поликлиникаһы белгестәрен, нарколог­тар­ҙы ла сараға алып килә. Әбйәлил­дәрҙең айыҡ ауылдары тураһында мәғлүмәт менән үҙе лә ялҡынлы сығыш яһай. Тик, үкенескә ҡаршы, журналистың шәп башланғысын күтәреп алыусы булмай. Шундай сараларҙы ауыл һайын үткәргәндә файҙаһы күберәк булыр ине лә һуң... Эш араһында Зилә апай­ға тағы-тағы һорау­ҙар би­рәм, ул ихлас яуаплай. Үҙе лә гәзиттә эшләй бит, шуға ла яуаптары аныҡ, теүәл:
– Аш-һыуҙа башҡорт аштарына өҫтөнлөк бирәм: бишбармаҡ, сәк-сәк, буҙа, он ҡыҙҙырып яһал­ған шәрбәтле май бик тәмле килеп сыға. Бөтә туғандарҙың, яҡындарҙың туйында сәк-сәкһеҙ мине ҡабул итмәйҙәр, – тип көлөп ебәрә. – Иң яратмағаным – алдашыу, йөҙөңә йылмайып, арттан насарлыҡ ҡылыу, көнсөллөк. Халҡыбыҙҙа тәрән тамыр ебәргән көнсөллөккә ҡаршы закон сығарыр инем, ҡулымдан килһә. Шул арҡала күпме насар ҡылыҡ ҡылына бит, күпме кешенең йәне ҡарая, дәрте һүнә. Минең үҙемдең дә шулай һүнеп йөрөгән саҡтарым була. Иң әсендергәне – халҡыбыҙҙа бул­ған насар ғәҙәттәр: эскелек, аҙғынлыҡ, ололарҙы һанламау, ата-әсәләре булып та етемдәр­ҙең артыуы, урамда бе­рәҙәктәрҙең күбәйеүе. Һөйөндөр­гәне – йәштәребеҙҙең сәләмәт йәшәү рәүешенә күсә барыуы, тотош ғаиләләрҙең спорт менән шөғөлләнеүе, сит илдәргә сәйәхәт ҡылыусыларҙың баш­ҡорт­тар араһында ла артыуы, белем алыу­ға ынтылыштың көсәйеүе. Уйландырғаны – ва­ҡытлы матбуғат биттәрендә, бигерәк тә ҡалын журналдарҙа йылдар дауамында бер үк йөҙ­ҙәр­ҙең сағылыуы, йәш быуындың етәксе урын­дар­ҙа аҙлығы, ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙең ишәймәүе... Тормоштоң һәр өлкәһендә әшнәлектең көсәйеүе, бергә ашап эсеүҙән барлыҡҡа килгән коллективтарҙың артыуы, туған­дар­ҙың бер урынға тупланыуы (коллективта), белеменә, эшенә ҡарап түгел, ә кемдең кемгә яҡын булыуына ҡарап эшкә алыу­ҙарының йышайыуы уйландыра ла, борсоу­ға ла һала.
Үҙем пенсия йәшенә етеп, ҡулыма пенсионер кенәгәһен алғас, тағы ла бер уй төштө башыма. Пенсияға сығыу ул – ғүмер­ҙең бер этабын тамамлап, икенсеһенә күсеү осоро. Уны һәр кем үҙенсә кисерәлер, ә миндә был мәл бер ҙә артыҡ борсолоу тыуҙырманы. Сөнки әле яратҡан эшем, яратҡан коллективым бар, унан һуң ышаныслы тормош иптәшем, балаларым янымда... Аллаға шөкөр, тип уйлайым. Иң мөһиме – хатта ки иртәгә үк эштән китһәм дә, ҡулымда йәнем теләгән шөғөлөм бар. Берәүҙәр миңә, туйҙарға, байрамдарға сәк-сәк бешереп, буҙа ҡойоп һат, ял йорттарына тәҡдим ит, ти, икенселәр, кейеҙҙән әйбер баҫып һатһаң да бына тигән буласаҡ, тип дәртләндерә. Һаулыҡ ҡына бирһен Хоҙайым, тип уйлайым инде үҙем. Ейәнем дә янымда йүгергеләп йөрөй, икенсеһен көтөп торабыҙ. Эш етерлек, пенсияға сыҡтым тип, тик ултырырға түгел.
Үткән йылдың 4 ноябрендә Айрат ағайың менән бергә йәшәүгә 33 йыл булды. Өлкән улыбыҙ Юлдашҡа – 32, ҡыҙыбыҙ Ләйләгә – 30, кинйәбеҙ Азаматҡа – 15 йәш. Силәбе педагогия университетында уҡып, ҡырҡ биш йәшемдә педагог-психолог һөнәре буйынса диплом алдым, һуңлабыраҡ булһа ла, 40 йәшемдә бәпәй таптым. Әле ҡыуанып бөтә алмайбыҙ Азаматыбыҙға, юғиһә икәү ултырыр инек моңайышып ҙур өйҙә, тибеҙ...
Өлгөр, етеҙ Зилә апай ҡунаҡсыллыҡ өлгөһөн күрһәтеп, кейеҙ кипкән арала табын йыйҙы, «Мин түгел ул» шиғырын һөйләп, күңелебеҙҙе күрҙе:
Иреп-түгелеп туңған май шәмеләй,
Шиңә йәнем йәнһеҙ бер һүҙҙән.
Ел иҫеүҙән баҙраған ҡуҙ кеүек,
Ихласлыҡтан балҡый йөҙгөнәм.
Ғәжәпләнмә, әгәр көпә-көндөҙ
Шәмдәр тотоп үтһәм эргәңдән.
Мин түгел ул, һүнгән йәнем эҙләр
Ихласлыҡтар булған ерҙәрҙе...
Кейеҙ баҫылып бөттө, Зилә апай менән хушлашыр ваҡыт етте. ҡайтырға сыҡҡас та, юл буйына уның һөйләгәндәре тураһында уйланып, шиғырҙарын иҫләп барҙым. Һеҙгә нисек күренгәндер, әммә минең өсөн Зилә Абзалова менән бергә үткәргән көнөмдөң бер мәле лә бушҡа үтмәне кеүек. Һөнәрем артыуҙан бигерәк, гүзәл кешенең күңел байлығы хайран итте, шуның бер остоғо минең дә күңелгә яғылды. Остазымдың өйрәтеүҙәре елгә осмаһын тип, ҡайтыу менән ихласлығымды ҡушып кейеҙҙән сумка баҫтым – Зилә апайҙы һөйөндөргөм килде...

Зилә Абзалованан оҫталыҡ дәресе Рауза сәскәһе

5 грамм «гребенная лента» йәки меринос йөн, 1 стакан ҡайнар һәм һалҡын һыу, күперсекле полиэтилен, булмаһа, ябай ҡапсыҡ та бара, капрон тәҙрә пәрҙәһе, таҫтамал, үтек кәрәк.
Йөндән бик йоҡа ғына, арҡырыға һәм буйға алмашлап 5 см йәки унан яҫыраҡ итеп, оҙонлоғо 15 – 30 см таҫма һалабыҙ. Рауза сәскәһен күҙаллап, уның төҫөн төрлөсә итәһең. Мәҫәлән, ал төҫлөнө эшләйбеҙ, сит-ситтәренә саҡ ҡына аҡ йөн тартып сығаһың. Йөн тигеҙ һалынырға тейеш, үтә күренмәле булһа ла мөмкин. Иң аҫта таҫтамал, уның өҫтөнә шыптыр, шунан ғына йөн һалырға кәрәк. Хәҙер йөн таҫма өҫтөнә ҡуйы ғына һабынлы эҫе һыу ҡоябыҙ һәм өҫтөнә капрон тәҙрә пәрҙәһе ярпысын һалып, ипләп кенә һыпырабыҙ. Һыу бармаҡ араларында эркелеп, күбекләнеп торһон. Бер нисә минут ипләп кенә һыпырғас, таҫтамалды шыптыр менән ҡуша ныҡлап тотоп төрәбеҙ һәм килеп сыҡҡан уҡлауҙы тәгәрәтәбеҙ. 5 минуттан һыуын һарҡытып алып, асып ҡарайбыҙ һәм йөн яҡшылап бер-береһенә йәбешкәнен күрһәк, уның өҫтөнә тағы һабынлы һыу, капрон сетка һалып ышҡыйбыҙ. Һыуын тағы таҫтамалға һеңдереп алып, хәҙер ҡурҡмай ғына таҫманы 30 процентҡа тиклем «ултырғансы» тегеләй-былай ыуабыҙ, баҫабыҙ. Был ҙур, ҡалын кейеҙ түгел, шуға ул бик тиҙ генә баҫыла. Тулыһынса нығытыр өсөн өҫтөнән ҡыҙыу үтек йөрөтөп алабыҙ, парын ебәрәбеҙ. Шунда уҡ һалҡын һыуға, артынса эҫе һыуға тығып сыныҡтырып алабыҙ ҙа, киптерергә ҡуябыҙ. Әйткәндәй, бер өйрәнеп алһаң, ошондай таҫмаларҙы өс-дүрт һәм унан да күберәкте бер юлы баҫаһың һәм раузалар эшләү күңелле бер шөғөлгә әйләнә. Баҫылған таҫмаларҙан раузаның таждарын ғына йыйырға ҡала.

Баныу ҡАһАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”