15.03.2013 Аҡсәскә
Әкиәт
Бәләкәй генә бер баҡсала матур-матур сәскәләр үҫкән. Күҙҙең яуын алып астра (йондоҙсәскә), ләлә, пиондар ҡояшҡа үрелеп-үрелеп хуш еҫтәрен тарата, ти. Уларҙың янында шау-гөр килеп балалар уйнай, уларға ҡарап һоҡланалар. ҡайһы берәүҙәре, ауыҙҙарын ослайтып, ипләп кенә еҫкәгән була, үбәләр ҙә. Шулай итмәй түҙеп тә булмайҙыр, сәскәләр бигерәк һоҡланғыс шул!
ҡойманың тыш яғында, күләгәлә генә аҡсәскә ҡалҡып сыҡҡан. ҡый үләндәре араһында үҫкәс, ул үҙенең сәскә икәнлеген дә белмәгән, ти. Етмәһә, уға бер кем дә йырлай-йырлай һыу ҙа һипмәй. Хатта ҡояш та бит, ана, тырышып-тырышып ҡойманың теге яғына, матур сәскәләр үҫкән ергә генә нурҙарын һибә. Ләкин ромашка бер ҙә күңелһеҙләнмәй икән, эргә-тирәһендәге ҡый үләндәренә көндәр буйы, ҡойма ярыҡтарынан ғына ишетеп ҡалған йырҙарҙы йырлай, ҡыҙыҡтар һөйләй, ти. Шулай бер көн теге хуш еҫле матур сәскәләрҙең хужалары оҙайлы ялға киткән. Сәскәләре менән хушлашҡан саҡта:
– Ямғыр һыуы менән генә йәшәп торорһоғоҙ инде, беҙ көҙгә ҡайтып етербеҙ, – тигәндәр.
Ләкин ул йылда йәй ҡоро килгән, ямғырҙар яумаған тиерлек. ҡоторған кеүек, ҡояш та ҡыҙҙыра ла ҡыҙҙыра, ти. Бер айҙан матур сәскәләр һыуһыҙ ҡороп, кипкән дә ҡуйған. Исмаһам, яндарында бер үлән үҫһә икән! Ул үҙенең көслө тамырҙары менән сәскәләргә дым өләшер ине. Гөлдәрҙең шулай кибеп бөтөүен күреп, аҡсәскә бик ҡайғырған.
– Их, был ҡоймалар булмаһа, мин һеҙгә дуҫтарым менән бергә ярҙам да итә алыр инем, – тип борсолған.
Тиҙҙән хужалар ҙа ҡайтҡан. Уларҙың бәләкәй балалары баҡсалағы сәскәләр янына йүгереп килгән дә, илап ебәргән. Әсәләре, уларҙы йыуатырға тырышып:
– Мин һеҙгә уларҙан да матурыраҡ сәскәләр йыйып алып киләм, – тигән. Шунан ҡойманың был яғына сығып, эй, йөрөгән, эй, йөрөгән. Иҫ китерлек матур сәскә таба алмай, ти. Бәлки, ошоноһо оҡшар, тип баяғы аҡсәскәне өҙөп индергән. Сәскә балаларға оҡшауын-оҡшаған да, тик:
– Һулып бөтөр бит, – тип улар тағы иларға тотонған.
– Һауытҡа һыу ҡойоп, шунда ултыртһаҡ, һулымаҫ. Тик көн дә һыуҙы алмаштырып торорға онотмағыҙ, – тигән әсәләре.
Аҡсәскәне гәлсәр вазаға ҡуйып, көҙгө алдына ултыртҡандар. Сәскә көҙгөнән үҙен күреп ҡалған да тәүҙә аптыраған. Шунан был тиклем дә матур булыуына ҡыуанған, башҡа гөлдәр һымаҡ күҙҙең яуын алырлыҡ нур бөркөүенә һоҡланған, хатта йырлап та ебәргән, ти. Ә балалар уны бик яратҡан, ауыҙҙарын ослайтып, ипләп кенә еҫкәгән булалар, үбәләр ҙә, ти. Шул ваҡыт аҡсәскә уларҙы ҡыуандыра, һоҡландыра алыуына бик ҡәнәғәт булған, ти.
Рәзилә ЫРЫҪҡУЖИНА.