RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кешене өмөт йәшәтә

15.03.2013 Кешене өмөт йәшәтә

Кешене өмөт йәшәтә
Кеше үҙен әҙәм итеп тойһон өсөн, кейем, аҙыҡ һәм баш өҫтөндәге ҡыйығынан тыш, уға эшләү һәләте өсөн сәләмәтлек, мәҙәниәтле мөхит тә кәрәк.
Уҙған йылдың икенсе яртыһында сәләмәтлегем кинәт ҡаҡшау сәбәпле, баш ҡалабыҙҙың ун һигеҙенсе дауаханаһына эләктем. Бында сирлеләрҙе дауалауҙан тыш, һәр пациент хаҡында туғандарса хәстәрлек күреүҙәренә шаһит булдым. Әйтергә кәрәк, мин ятҡан неврология бүлегенә “Ашығыс ярҙам” менән төрлө йәштәге ауыр хәлдәге пациенттарҙы йыш алып киләләр. Хеҙмәткәрҙәр иңенә еңел булмаған бурыс төшә.
Дауалау курсының ыңғай һөҙөмтәһен нығытыу ниәте менән неврология бүлеге табибы, медицина фәндәре кандидаты Эльвира Минғазова миңә “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына йүнәлтмә хәстәрләне. Унда реабилитация курсы үтеүем дә аяҡҡа баҫыуымда хәтһеҙ ҙур роль уйнаны тиһәм, һис хата булмаҫ.
Быйылғы ҡыш мине йүтәл сире йонсотто. ҡаланың бишенсе поликлиникаһы табиптарының дауалауы килеште – был сир ҙә сигенде.
Декабрҙең ҡара һыуыҡтары сәләмәтлегемә һиҙелерлек йоғонто яһағас, был юлы РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мыр­ҙабаеваға мөрәжәғәт итергә булдым. Уның ярҙамы менән республиканың һуғыш ветерандары госпиталендә дауаландым. Был учреждение өлкән йәштәгеләргә консультатив-диагностик ярҙам күрһәтә.
Баш табип Хәлил Мостафин һәм уның дауалау буйынса урынбаҫары Ирина Бакунина тырышлығы менән дауалау яҡшы кимәлгә ҡуйылған. Дауалау процедураларынан тыш, йылы һүҙ, кешелекле мөнәсәбәт тә күрһәтелә. Наталья Хәбибрахманова етәкләгән неврология бүлегендә үҙ һөнәренә ғашиҡ Татьяна Зыкова, Наталья Коржакова, Асия Фәт­ҡуллина, Дмитрий Абрашин, Са­бина Ғәлимханова эшләй. Шәфҡәт туташтары Марина Мельникова, Гүзәл Ғималетдинова, Лиана Хәби­брах­ма­нова, Наташа Башлыкова яғымлы булыуы, ә Сәймә Васильева менән Галина Шемянина тәмле ризыҡтары менән пациенттарҙы һөйөндөрә.
Госпиталдең тамашалар залында аҙнаһына ике тапҡыр нәфис фильм күрһәтелә. Ә инде 9 Май – Бөйөк Еңеү көнө алдынан һәм Яңы йыл байрамы уңайынан йәмәғәт ойошмалары, һәүәҫкәр һәм профессиональ коллективтар ветерандарға концерт күрһәтә.
Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәр. Уҙған йылда минең яҙмышҡа ҡағылышлы хәл-ваҡиғалар быны асыҡ дәлилләй. Аҡ халатлыларға сирлеләр тиҙерәк һауыҡһын өсөн итәғәтле вә иғтибарлы мөнәсәбәттәре, өйҙәгеләй ихлас мөхит булдырғаны өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде еткерәм.

Йәүҙәт ӘХТӘМОВ.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”