RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кем һин, ”хәләл ефет”ме, әллә ”һөйәркә”ме?

08.03.2013 Кем һин, ”хәләл ефет”ме, әллә ”һөйәркә”ме?

Кем һин, ”хәләл ефет”ме, әллә ”һөйәркә”ме?
Ни өсөн ҡайһы бер ҡатындар ғүмере буйы кейәүҙә, икенселәр туҡтауһыҙ ирҙәр менән таныша, өсөнсөләр үҙен тулыһынса балаларына арнай, ә дүртенселәренең башы эштән сыҡмай? Сөнки гүзәл зат бер нисә төргә бүленә: кемдер тик яңғыҙы оло уңыш ҡаҙанһа, бүтәндәр тик ғаиләле булыу өсөн донъяға килгән. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ниндәй төргә ҡарағанығыҙҙы белгегеҙ киләме?

“Хәләл ефет”

Кейәүгә сығыу – уларҙың тормош мәғәнәһе. Иренең ҡыҙыҡһыныуҙары уның өсөн иң тәүге урында тора. Һәр саҡ өҫтәлдә телеңде йоторлоҡ аш-һыу, ә күлдәк-ойоҡбаштар үтекләнгән була. “Хәләл ефет” иренә тәғәйенләнгән шылтыратыуҙарға яуап биреп, уның бойороҡтары буйынса йүгереп йөрөп, шәхси сәркәтип ролен дә бер һүҙһеҙ башҡара. Бындай ҡатын-ҡыҙ төрө ғаилә башлығы өсөн барыһын да үтәргә әҙер.
Ире быны теләһә генә “хәләл ефет” үҙе хаҡында иҫләр. Әгәр ҙә көслө зат үҙенең янында уҡымышлы ҡатын-ҡыҙҙы күрергә теләһә, ул китаптарға күмелер, һылыу һәм зауыҡлыны икән – матурлыҡ салондары буйлап саба башлар. ҡыҫҡаһы, партнерына уңайлы һәм тыныс булһын өсөн ғүмерен ҡорбан итер, тик сифаттарын дөрөҫ баһалаған ир-егет табылһын ғына.

“Әсә”

Тәү ҡарашҡа ул ҡатынға оҡшаған кеүек, ләкин был дөрөҫ түгел. “Хәләл ефет”те ире янында хеҙмәтсе булыу йөрөү ҙә ҡәнәғәтләндерә, ә “әсә”гә “ул”ын опекунлыҡҡа алыр­ға кәрәк.
Улар партнерлыҡҡа үҙҙәренең буйһоноусан хәленә риза булған көсһөҙ характерлы, ирекһеҙ ирҙәр­ҙе һайлай. “Әсә” барыһын да үҙе хәл итә – ҡайҙа эшкә урынлашырға, ял итергә барырға, төшкө ашҡа нимә ашарға… Әйткәндәй, бындай бәйләнеш икеһен дә ҡәнәғәтләндергән парҙар йыш ҡына осрай.
“Әсә”гә “ул”ын осратырға яҙмаған икән, был ҡатындың тормошонда балаһы иң мөһим кешегә әйләнә. Күп осраҡта улар малай таба һәм яңғыҙы тәрбиәләй. Сабыйы өсөн йәнен биргән, өлкән кластарға тиклем етәкләп йөрөткән, һәр аҙымын контролдә тотҡан әсә балаһының аҙ ғына үҙаллылыҡ күрһәтеүен сираттағы истерикаһы менән тамамлап ҡуя. Әгәр ҙә өйҙә буласаҡ кейәү йәки килен пәйҙә булһа, йөрәк майының иң яҡыны булып ҡалыу өсөн барыһына ла һәләтле был төр. “Беҙгә өсөнсө кеше кәрәкмәй!” − тип, парҙы айырырға ла тырышасаҡ. Балалары айырым йәшәһә лә, ҡатын-“әсә” бөтмәҫ хәстәре менән уларҙы ялҡытып бөтә. Сөнки балаһын ҡурсалап, ул оло бәхет кисерә.

“Һөйәркә”

Уларҙың кейәүҙә лә булыуы мөмкин, тик көнкүреш проблемаларына һис тә иғтибар итмәйҙәр, ә балаларына – онотҡанда бер тапҡыр. Ирҙәр менән аралашыуҙа был типты иң беренсе төрлө күңел асыу, түшәк һәм романтика ҡыҙыҡһындыра. Ир кеше үҙенә күберәк иғтибар биреүҙе талап итә икән, был айырылышыуҙың сәбәбе булыуы мөмкин. “Һөйәркә” һауыт-һабаны йыуырға онота, ә бына ҡаш йолҡоу һис ҡасан да башынан сыҡмай. Сөнки ул үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән төп маҡсатына ирешә – ирҙәрҙе үҙенә ҡарата. Ғаиләле ирҙең һөйәркәһе ролендә, ғәҙәттә, уларҙы күтәреп кенә йөрөтәләр, һәр саҡ сәскәләргә, бүләктәргә күмәләр. “Һөйәркә” тормошҡа сығырға теләһә, бай, матди һәм көнкүреш проблемалары йөгөнән азат итерҙәй ирҙәрҙе һайлай. Бик күп “һөйәркә”ләр бер нисә тапҡыр кейәүҙә була.

“Күк ойоҡ”

Улар өсөн иң мөһиме – уҡыу, эш йәки бизнес. Бындай ҡатын-ҡыҙға диссертация яҙыуы йәки фирманы етәкләүе бер ни түгел, ә уның карьераһына ҡағылмаған әйберҙәр артҡы планға күсә. “Күк ойоҡ”тар күбеһенсә кейәүгә сыҡмай, ҡарт ҡыҙ булып ҡала, йә, береһе лә һөйөү хисе уятмағанлыҡтан, ирҙәр­ҙе йыш алмаштыра. Ғаилә һәм балалар бөтөнләй “күк ойоҡ”­тарҙың стихияһы түгел, ғаилә усағын һаҡлау хаҡындағы уйҙан сәстәре үрә тора. Әгәр ҙә мөхәббәт йә карьераны һайлау мәсьәләһе килеп тыуһа, улар икеләнмәйенсә карьераға өҫтөнлөк бирәсәк.
Кейәүгә сығыу осрағы юҡ түгел, тик ғаиләнең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тарҡалыуы мөмкин. Сөнки “күк ойоҡ”ҡа эшенән башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй. Ә инде ир, бала ҡараусы кеүек, ҡатынының һәр башланғысын хуплап, яҡлап торғанда һәм уны өҙөлөп яратҡанда ғына ғаилә карабы тормош диңгеҙендә батмай.
Беҙҙең милләттә классик ҡатын-ҡыҙҙар төрҙәре әллә ни йыш осрамай, күберәген ҡатындарҙа бер юлы “хәләл ефет”, “әсә” һәм “күк ойоҡ” сифаттары ҡушылған. Әгәр ҙә тормошоғоҙҙа ниндәйҙер хәл ителмәҫтәй мәсьәләләр бар икән, бәлки, берәй холоҡ төрөнән баш тартырға кәрәктер?

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”