08.03.2013 Наҙ һәм мөхәббәт – гүзәл заттарҙан
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, БР мосолмандарының диниә назараты рәйесе, Рәсәй мөфтөйҙәре союзы рәйесе:
– Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһын ике енес итеп яралтҡан. Һәм икеһенә лә оло вазифаһын йөкмәткән. ҡатын – йомшаҡ, наҙлы, мөләйем енес, тигән. Шулай уҡ ҡыҙға әсә булыу бурысы бирелгән. Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың дәрәжәһен күтәреп, ҡөрьән Кәримдә уларға арналған сүрә төшөргән. Ошо сүрәлә ҡатындарҙың хоҡуҡтары тураһында тәфсирләп әйтелә. Әгәр ҙә ислам диненә тиклем ҡыҙҙарҙың мираҫ мәсьәләһенә ҡағылышы булмаһа, ҡөрьәндә уларҙың был хоҡуғы раҫлана. Бәйғәмбәребеҙ (салаллаһу ғәләйһи үә сәләм), ҡатындарға күркәм мөнәсәбәттә булығыҙ, тип һәр саҡ әйтә килгән. Шуға күрә гүзәл заттарҙы байрам көнөндә генә түгел, ғүмер буйы хөрмәт итергә тейешбеҙ.
Иҫкермәй торған рухи кимәлдәр, ҡиммәттәр бар. Улар, ниндәй генә заман булмаһын, үтәлгән ваҡытта, илдә бәрәкәт була. ҡатын-ҡыҙҙа сафлыҡ, паклыҡ булған саҡта ғына йәмғиәттең киләсәге бар. Сәләмәт, әхлаҡлы әсәләр һәр дәүерҙә киләсәкте үҫтерә торған заттар булып ҡала. Йөк машинаһы ауыр йөк ташыр өсөн эшләнһә, еңел автомобиль быға ҡулайлаштырылмаған, уның бурысы башҡа. Шуның шикелле, ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙың да вазифалары айырыла. Гүзәл зат үҙенең йомшаҡлығын юғалтмаһын ине. Бөгөн ҡатындар ауыр эштә йөрөй – асфальт та түшәй, әрмелә лә хеҙмәт итә, киләсәктә улар нисек әсәй була алһын.
Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
– Һәр ҡатындың үҙенә генә хас йөҙө, матурлығы бар. Шуға күрә гүзәл заттарға тәнҡит күҙлегенән ҡарау дөрөҫ түгел. Етешһеҙ яҡтарына бер аҙ күҙ йомоп, уларҙың ыңғай сифаттарын йышыраҡ телгә алырға кәрәктер беҙгә. Ир менән ҡатын мөнәсәбәтендә урталыҡ һаҡланырға тейештер ул. Бында бер-берең менән бәхәскә инеү дөрөҫ булмаҫ. Ир баш булырға тейеш, тиһәк тә, ысынбарлыҡта йыш ҡына ҡатын баш булып сыға. Әммә аҡыллы, ирен хөрмәт иткән ҡатын, баш булған хәлдә лә, был хаҡта иренә лә, башҡаларға ла әйтеп, белдереп йөрөмәйәсәк. ҡатындарға бүләктәр биреү мөнәсәбәттәрҙе уғата яҡынайтып ебәрә.
Марат БИКҡОЛОВ, Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһы табибы:
– ҡатын-ҡыҙҙа мин иң ныҡ баһалаған сифаттар – тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, аҡыл, эшһөйәрлек. Ғаиләлә ул иренә кәңәшсе булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Ир кеше иһә ҡарар ҡабул итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға бурыслы. Сөнки тәбиғәттән уға һалҡын ҡанлылыҡ, логик фекерләү һәләте бирелгән. ҡатын-ҡыҙҙың күңеле иһә хис-тойғоға бай, хыялдарға йыш бирелеүсән. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына уның интуицияһы ярҙам итә. Әммә барыбер бәләкәйерәк мәсьәләләрҙә ҡатын һүҙе үтергә, ә йорт алыу, күсенеү кеүек ҙур мәсьәләләрҙе ир хәл итергә тейештер.
Матур ҡыҙҙар аҡылға бер ҡатлыраҡ була, тигән ҡараш менән бөтөнләй килешмәйем. Ғөмүмән, был тәңгәлдә оҙаҡ һүҙ йөрөтөргә була, тик тормошта төрлөсә килеп сыға. Сибәр ҙә, аҡыллы ла, тыштан матур, әммә күңеле зәғиферек ҡыҙҙар ҙа осрай. Рухи донъяһы бай булһа, был барыбер кешенең күҙҙәрендә сағыла. Әсә ҡатын-ҡыҙ сабыр, шул уҡ ваҡытта талапсан булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Баланы ни тиклем йәлләһәгеҙ ҙә, быны һиҙҙерергә ярамай. Юҡһа тәрбиәлә насар сағыла.
Айнар БАЙБУЛАТОВ, “Аҡбуҙат” журналының яуаплы секретары:
– ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ беҙҙең тормош күңелһеҙ, тоноҡ булыр ине. Наҙ һәм мөхәббәт гүзәл заттарҙан ғына килә бит ул. Ир-егеттәр тап гүзәл зат өсөн төрлө асыштар яһай, батырлыҡ ҡыла. Шулай ҙа тулыһынса идеаль булған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр ул. Ғөмүмән, кеше бар яҡтан да камил була алмай. Әммә һәр ҡыҙҙа ыңғай сифаттар күберәк, улар өҫтөнлөк итә, тип уйлайым. Беҙгә уларҙы күрә белергә кәрәк.
Үҙемә ғорур, шул уҡ ваҡытта йорт эштәренә шәп булған ҡыҙҙар оҡшай. ҡатын-ҡыҙ бигерәк тә таҙалыҡты яратырға, аш-һыуға оҫта булырға тейеш, минеңсә. Ир менән ҡатын мөнәсәбәтен элекке традицияларға таянып ҡороу яғындамын. Йәғни ир – баш, ҡатын муйын булһын. Ир аҡса эшләргә, ә ҡатын ғаилә усағын һаҡларға бурыслы.