RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡатын-ҡыҙ нисә бала таба ала?

08.03.2013 Ҡатын-ҡыҙ нисә бала таба ала?

Ҡатын-ҡыҙ нисә бала таба ала?
Матди мөмкинлектәргә һәм социаль-иҡтисади хә­ленә ҡарап, ғаиләләрҙең 40 проценты икенсе һәм өсөнсө бала табырға теләмәй.
Демография хәлен яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотоп, хөкүмәт етәкселеге илебеҙҙә тыуымды арттырыу өсөн барыһын да эшләргә тырыша. ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисә бала табырға һаулығы бармы икән?
Президентыбыҙ белдереүенсә, Рәсәй өсөн өс баланан торған ғаилә норма тип иҫәпләнә. Ә табиптар ҡатын-ҡыҙ организмы өсөн күпме бала табыу оптималь тип иҫәпләй һуң?
Һәр кемдең организмы төрлөсә. Кемдер биш бала ла таба ала, кемдер берәүгә көс-хәл менән ғүмер бирә. Табиптар сабыйҙарҙы табыу араһын ғына билдәләй ала, уларҙың араһы ике йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Иртә табыу – һәйбәт түгел

18 – 26 йәштә тәүге тапҡыр бала табыу яҡшы осор, сөнки организм формалашҡан һәм гормональ фон да өлгөрөп еткән. ҡыҙҙарҙың енси яҡтан өлгөрөү нормаһы 12 – 13 йәштә. Шулай ҙа 10, 15 – 16 йәштә лә норма тип иҫәпләнә. Был кеше тәбиғәте менән билдәләнә.
Эштә янып йөрөгән һәм диеталар менән һаулығын зарарлаған ҡатындарҙың күреме туҡтарға мөмкин. Тик был иртәләгән климаксҡа бәйле түгел. ҡатын-ҡыҙ яҡшы туҡлана башлағас, күрем циклы яйлана. Түллектең иртә ҡаҡшауы тәбиғәттән килә. Ул кемгә янағанын ҡан анализын тапшырып белеп була.
ҡатын-ҡыҙ бер йыл даими енси тормоштан һуң ауырға уҙа алмаһа, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр инде йәше 35-кә етһә, хафаланырға урын бар. Табиптар түлһеҙлектән дауаланырға ике йыл ваҡыт бирә. Был осраҡта ла ауырға ҡала алмайһығыҙ икән, яһалма ауырға ҡалыу тураһында уйланырға ваҡыт.

Оло йәштә бала табыусылар

Тормошта олоғай­ған көндәрендә лә бала табыусылар йыш осрай. Мәҫәлән, элекке ауыл хужалығы министры Елена Скрынник – 51 йәштә, РФ-ның халыҡ артисы, танылған балерина Илзе Лиепа – 46 йәштә, актриса Ирина Безрукова 47 йәштә бала тапты. Бындай миҫалдар буйға уҙа алмаған гүзәл заттар­ҙы ҡанатландырып ебәрер, моғайын. Ләкин эш, вазифа, карьера баҫҡысы буйлап үҫеү тип кенә бала табыуҙы кисектерергә ярамай. Һәр ҡатын, әллә ҡайҙан мөғжизә көтөп ятҡансы, 40 йәшкә тиклем ауырға ҡалырға тейеш. Ба­лаларҙың һаулығы нисә йәштә табыуға ла ҡарай, ти белгестәр. 40 йәштән һуң тапҡан сабыйҙар­ҙың тән ауырлығы әҙ булыуы, күҙ ауырыу­ҙары көсәйеүе ихтимал. Шулай уҡ күп ваҡыт улар үҙҙәре таба алмай, баланы ҡорһаҡтан ярып алырға тура килә. Сирле тыуған балалар был яһалма ысул менән донъяға килгәндәр араһында күп.

Һандар ни һөйләй?

v 35 йәштә ауырға ҡалыу мөмкинлеге 20 йәшкә ҡарағанда ике тапҡырға аҙ.
v Балаға уҙа алмау буйынса табиптарға мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 40 процентының проблемаһы кәүҙәһенең артыҡ ауырлығы менән бәйле.
v Белгестәр фекеренсә, һәр ваҡыт стресс кисереүсе, бизнес менән шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында һуңғы йылдарҙа бала таба алмаусылар йышыраҡ осрай.
v Буйға уҙа алмауҙа ҡатын-ҡыҙҙарзың ғына түгел, түлһеҙ ирҙәрҙең дә ғәйебе бар.

* * *
Башҡортостан тыуым кимәле буйынса Волга федераль округында дүртенсе урында тора.
Былтыр республикала 1 мең кешегә 14 яңы тыуған сабый тура килгән, тип белдерә статис­тика хеҙмәте.
Волга буйы федераль округында халыҡтың тәбиғи артымы 7 төбәктә күҙәтелгән. Иң юғары күрһәткес Татарстанда – 9 мең 23 кеше. Артабан Башҡортостан – 5 мең 617 һәм Удмурт Республикаһы – 3 мең 718 кеше.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”