RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иртәгәһе көндә буласаҡмынмы?

14.08.2010 Иртәгәһе көндә буласаҡмынмы?

Быйыл ауылда үткәргән йәйге ялымда йәштәребеҙ мине тамам аптыратты, ниндәйҙер өмөтһөҙлөк ҡосағына һалды тиһәм дә була. Эйе, эскелек, тәмәке тартыу, һүгенеү – ауыл тормошона хас күренештәр. Ә бына шул тиклем аҙғынлыҡты ишеткәнем, күргәнем юҡ ине әле. ҡыҙҙар менән егеттәрҙең мөнәсәбәттәре лә мөхәббәткә ҡоролмаған, ә тап ошо аҙғынлыҡ ептәре менән бәйләнгән. ҡайҙа инде бында саф хистәргә урын? Уйлап сығарып та һөйләмәйем, булғандарҙы ла арттырмайым. Бөтәһе лә – үҙ күҙем менән күргәндәр, үҙ ҡолағым менән ишеткәндәр. 8-се синыфты ғына бөткән ҡыҙҙың ҡапҡа төбөндә көпә-көндөҙ егете менән ҡосаҡлашып һыра һемереүе, әле сабыйлыҡтан сығып бөтмәгән ҡыҙҙарҙың (хәйер, уларға ҡараһаң, бәләкәс тип әйтмәҫһең) егеттәрҙән, хатта оло йәштәге ирҙәрҙән тәмәке һорауы шаҡ ҡатырғыс. Мәктәп йәшенән үк башланған (егеттәрҙең генә түгел, ҡыҙҙарҙың да) енси мөнәсәбәттәр бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл һымаҡ. Күҙ алдында ауылым һаҙлыҡҡа батып барғандай. Ә мин бер нәмә лә эшләй алмайым. Әйткән һүҙҙәремә лә көлөп кенә ҡуялар. Йәнәһе лә, бөгөн бөтәһе лә шулай йәшәй, егет-ҡыҙ араһындағы мөнәсәбәттәрҙә лә артыҡ уйланып торорға кәрәкмәй. Йәнәһе, һәр минутты тулыһынса, күңелең ҡушҡанса файҙаланып ҡалырға кәрәк. Шуғалырмы, кисен урамға сыҡһаң да, һоҡланып ҡарарлыҡ пар осратып булмай. Мөнәсәбәттәр бер көнлөк йә бер төнлөк.
Өйөбөҙ клуб янында ғына тора. Шуға ла тыныс ҡына йоҡлап китермен тимә. Клуб янына бер нисә машина килеп туҡтай ҙа, һәр береһе үҙенең музыкаһын тоҡандыра. Был симфонияға ҡыҙҙарҙың сыр-сыу килгән тауышы килеп ҡушылһа, ҡолаҡҡа мамыҡ тығып ятыу ҙа ярҙам итмәҫ. Үҙең йәштәр менән урамда йөрөһәң, күңелле лә ул, әммә ололар йәй буйы йоҡлай алмай интегә. Күңелле, тигәндән, өйҙә лә ятып булмай бит инде, дуҫтарҙы күрге, аралашҡы килә. Тик тәүге көндә үк урамға сығыу менән Өфөлә йыл буйы ла ишетмәгән һүгенеү һүҙҙәрен ишетеп бөттөм. Элек, йүнһеҙлек тик ҡалала ғына, ти торғайнылар. Йүнһеҙлектең ояһы ауылда ул. ҡайҙа барып ҡыҙыҡ табырға белмәгән йәштәр төн буйы һатылған һыраға үрелә. Ярай әле көмөшкә һатыусылар кәмене. Кәмене лә ул, тик тәртип артманы.
Үҙебеҙҙең райондың тағы бер ауылына ҡунаҡҡа барып килергә тура килде. Ундағы йәштәр беҙҙекеләрҙән шул тиклем айырыла. Донъя­ны яңғыратып, һүгенеп йөрөүселәрҙе күрмәҫ­һең. Клуб эсендә ҙур бер түңәрәккә теҙелгәндәр ҙә, ҡыҙҙары ла, егеттәре лә рәхәтләнеп бейей. Клуб бикләнгәс тә, бөтә ауылды яңғыратып, ма­шина ҡыуаламайҙар бын­да. ҡайынлыҡҡа күтәрелдек. Унда матур ғына итеп уратып бүрәнәләр теҙелгән. Усаҡ яна. Гитара моңо яңғырай. Гитара һәр егеттең тиерлек ҡулында йөрөп сыҡты. Әйтерһең дә, артистар йыйылған. Эсмәнеләр, тип әйтә алмайым, бында ла түңәрәк буйынса һыра йөрөй. Тик барыбер тәртип хаким итә, ҡолаҡты ярып килгән һүгенеү ҙә, ҡысҡырышыу ҙа, яғалашыу ҙа юҡ. Әллә миңә шундай көн тура килдеме? ҡыҙҙары күп түгел, улары ла эсмәй (беҙҙең ауылда эсмәгән ҡыҙҙар һирәк күренеш), һүҙҙән ҡурҡып, күптәре өйҙәренән дә сыҡмай, тип аңлатты ҡустым. Һүҙ беҙҙең ауылда ла йәшен тиҙлеге менән йөрөй, ниндәй генәләре юҡ, тик ул ҡурҡытыу көсөн юғалтҡан инде.
Артыҡ хурлап та ебәргем килмәй ауылымды. Һәйбәт кешеләр һәр ерҙә лә бар. Бүтәндәр үҙ яғына ҡайырырға тырышһа ла, улар йүнһеҙлеккә бирешмәйенсә йәшәй бирә. Бер мәл һеңлем менән клубҡа тип сыҡтыҡ та, йәм тапмай, ҡайтып барабыҙ. Эргәбеҙгә мотоциклында уның синыфташы килеп туҡтаны. Әйҙәгеҙ, йөрөтөп алып киләм, ти. Тау баштарын йөрөп әйләнгәндән һуң, ҡайҙа барырға тип оҙаҡ уйлап торманы, көнбағыш баҫыуына алып китте ул беҙҙе. Төн уртаһында баҫыу ситендә, көнбағыш яра-яра, ысын күңелдән һөйләшеп ултырҙыҡ. Әлеге ҡоролоҡ, кризис тураһында ла һүҙ сығып китте. Донъя бысраҡлыҡҡа, әшәкелеккә батып барған мәлдә Хоҙай, тәбиғәт тарафынан бирелгән ҡыйынлыҡтар кешене һынау өсөн ебәрелгән. Был һынау үткәс, донъяла йәшәүе еңелләшәсәк, тормош та матурыраҡ буласаҡ, тип уйҙары менән бүлеште егет. Белмәйем, бәлки, шулайҙыр ҙа. Миңә ҡалһа, был һынауҙы йылғырҙар, яраҡлаша белгән кешеләр үтеп сығыр һымаҡ. Ә икенсе яҡлап уйлаһаң, аҙғынлыҡ һаҙлығына батыусылар үҙҙәрен-үҙҙәре ваҡытынан алда күмә түгелме?
Күптәр өсөн норма була барған иркен тормош бәйһеҙлекте һөйөүселәрҙе аярмы икән һуң? Әллә үҙ упҡынына йотормо? ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла, үҙебеҙгә ошо һорауҙарҙы биреп ҡараһаҡ ине.

Р. РИНАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”