12.03.2013 12 йәшлек енәйәтсе
Байрамдарҙы беҙҙә нисегерәк үткәргәндәрен һөйләп тороу кәрәкмәй. Киң ҡолас менән, өҫтәл тултырып, бөтә көс-ҡеүәткә һ.б.
ҡырмыҫҡалы районында ла һуңғы байрамды, йәғни 8 Мартты, бер ир бик “яҡшы” башлаған. Башлағас, ул дауам да ителә бит. Төнгә табан иҫерек башҡа нимәлер етмәй ҡалғаны билдәле булған. 39 йәшлек ир шулай итеп яҡындарын “ҡотларға” уйлаған – 80 йәшенә етеп килгән өләсәһен, 53 йәшлек әсәһен һәм 47 йәшлек ике туған апаһын туҡмарға тотонған. ҡатындар өйҙәге бәләкәй балаларҙы алып сығып ҡасҡан, ә бына 12 йәшлек үҫмер малай ҡалған. Ағаһының вәхшилеген күреп, ул ирекһеҙҙән бысаҡҡа йәбешкән дә арҡаһына сәнскән. Һөҙөмтәлә ҡоторған ир үлгән.
Әле үҫмерҙе дауаханала психиатр-психологтар тикшерә. Йыртҡыслыҡҡа йыртҡыслыҡ менән яуап биргән малай ғәйеплеме? Әллә быға тиклем дә хөкөм ителгән ағай кешенән яҡындарын туҡматмау ниәтенән ҡулына бысаҡ алған бала ғәйепһеҙме?
Айсын АҡБУЛАТОВА.